Абрамова Ирина Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абрамова Ирина Евгеньевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Спорт төрө пауэрлифтинг[d]

Абрамова Ирина Евгеньевна (18 март 1974 йыл) — спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1996) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Донъя (1999—2001), Европа һәм Рәсәй (1999, 2000) чемпионы, Рәсәй Кубогы эйәһе (1998—2000). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 60 килограммға тиклем ауырлыҡ категорияһында сүгәләү, штанга менән күтәрелеү, өс төрҙән ярышта донъя һәм Европа кимәлендә 11 тапҡыр, Рәсәй буйынса (1998—2001) 17 тапҡыр рекорд ҡуя. Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2001).

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылда Мәскәү физик культура академияһын тамамлай.


Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫмер спортсы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының бронза призеры. 1997 йылда үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының көмөш призеры. Тренеры Лев Никифоров[1].

1998[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

60 килограмға тиклем категорияла сығыш яһап, Рәсәй чемпионы була. Европа чемпионатында көмөш миҙал яулай.

1999[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ятҡан килеш штанга күтәреү һәм көс талап итә торған өс төрҙән ярышта Рәсәй чемпионы, Европа һәм донъя чемпионы.

2000[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионы була. Шулай уҡ суммала (550 кг) Рәсәй рекорды һәм штанга менән күтәрелеүҙә (222,5 кг) донъя рекорды ҡуя.

2001[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

225 кг сумма менән милли чемпионаттың көмөш миҙалын яулай. 220 кг сумма менән донъя чемпионы була. 2001 йылда Бөтә донъя уйындарында, уртаса ауырлыҡта сығыш яһап, көмөш миҙал яулай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лев Никифоров: Тяжелую атлетику осваивали по книге. Сегодня в Пскове, Новости на PskovLive.ru. news.pskovlive.ru. Дата обращения: 10 сентябрь 2017. 2017 йыл 10 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]