Эстәлеккә күсергә

Азатлыҡ статуяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Обелиск
Азатлыҡ статуяһы
ингл. Statue of Liberty
АҠШ-тын иң танылған символы (пьедесталдан күренеш)
АҠШ-тын иң танылған символы
(пьедесталдан күренеш)
Ил АҠШ
Ҡала Нью-Йорк
Проект авторы Фредерик Огюст Бартольди.
Төҙөлөшө 1876—1886 (ҡуйылған) йылдар
Сайт Рәсми сайт

Азатлыҡ статуяһы[1] (ингл. Statue of Liberty, Liberty Enlightening the World) — тулы исеме «донъға нур һибеүсе Азатлыҡ» — АҠШ-тың бөтә донъяға билдәле скульптураһы, Президент Кливленд ҡатнашлығында 1886 йылдың 28 октябрендә Америкала, Нью-Йорктан яҡынса 3 км алыҫлыҡта асыла.

Был статуя Нью-Йоркҡа океандан килеүсе пассажирҙарҙы уң ҡулындағы Азатлыҡ факелын тотҡан мөһабәт ҡатын-ҡыҙ статуяһы ҡаршылай. Һул ҡулындағы таҡтаға Американың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул иткән көнө «1776 йыл, 4 июль», тип яҙылған.

Шул датаның йөҙ йыллығына арнап, статуяны француз демократтары уйлап сығара. Улар Азатлыҡ статуяһында Америкалағы демократияға һоҡланыуын сағылдырырға теләй. Скульптураны француз скульпторы Фредерик Бартольди, ә пьедесталын Америка архитекторы Ричард Хант эшләй. Статуяны эшләү өсөн аҡсаны Францияла төрлө мәрхәмәтлек саралары, күңел асыү, лотерея үткәреп йыялар. Американың үҙендә төрлө күргәҙмәләр, бокс уйындары үткәрәләр.

АҠШ-тың милли ҡомартҡыһы. 1984 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Азатлыҡ статуяһы — бейеклеге буйынса илдең икенсе маяғы (Еңеү Мемориалынан һуң, уның бейеклеге 107 м тәшкил итә), ләкин ул, икенсе функция булараҡ, диңгеҙ караптары өсөн яҡтылыҡ навигацияһы ролен үтәй, шуға уны илдең маяҡтары исемлегенә индермәйҙәр.

Статуя тажының эсендәге күҙәтеү майҙансығы
«Азатлыҡ Статуяһын асыу», Эдвард Моран рәсеме

Меңәрләгән эмигранттар есөн Тыуған илендә кисергән иҙелеүҙән ҡотолоу билдәһе булған Азатлыҡ Статуяһы Американың төп символына әйләнә.

Һын хитонға оҡшаш кейемдәге азатлыҡты кәүҙәләндергән ҡатын-ҡыҙҙан ғибәрәт; кейеме, башы, ҡулдары һәм бығауҙары сиселгән аяҡ табандарынан тыш, бөтә кәүҙәһен ҡаплай. Өҫтөнә оҙон күлдәк кейгән ҡатындың аяҡ аҫтында ҡоллоҡ бығауының өҙөлгән сынйырҙары һибелеп ята. Ҡатындың башы ете нурҙан торған таж менән осланған; баш өҫтөнән күтәрелгән уң ҡулында ул факел тотоп тора, терһәгендә бөгөлгән һул ҡулында инглиз хәрефтәренән һәм рим («JULY IV MDCCLXXVI») цифрҙарынан торған, «1776 йылдың 4 июле» яҙыуы менән таҡта (таш табличка) — АҠШ бойондороҡһоҙлоғоноң декларацияһын ҡабул итеү датаһы[2]. Статуя тажындағы ете нур ете диңгеҙҙе һәм ете континентты кәүҙәләндерә[3][4].

Статуяны ҡойоуға ғына 31 тонна баҡыр тотонола. Ауырлығы 125 тоннаға еткән статуяны Америкаға 350 өлөшкә бүлеп, 214 йәшниктә 1885 йылда «Изэр» фрегаты менән килтерәләр һәм27 мең тонна цементтан эшләнгән пьедесталға урынлаштыралар.

Азатлыҡ статуяһының бейеклеге ерҙән алып ҡулындағы факелдың осона тиклем 93 метр.

Статуяның аяғы, ҡулдары, башы һәм кейеме йоҡа баҡыр ҡалайҙан тора, улар ағас формаларҙа һуғылған һәм ҡорос каркастарға ҡуйылған. Факелдың ялҡын телендә алтын ҡулланылған.

Һын гранит пьедесталда тора, ул, үҙ сиратында бетон нигеҙҙә урынлашҡан. Пьедесталдың ауыр таш ҡоролмаһында ҡорос бурсаларҙан ике квадрат беркеткес теҙөлгән; уларҙы өҫкә китеүсе ҡорос анкер урҙа тоташтыра. Шулай итеп, статуя һәм пьедестал бер бөтөндө тәшкил итә. Пьедестал эсендә статуя тарихына арналған музей урынлашҡан, түбәһендә күҙәтеү майҙансығы бар. Музейға һәм күҙәтеү майҙансығына баҫҡыс буйлап та, шулай уҡ лифтта ла күтәрелергә мөмкин. Күҙәтеү майҙансығына менер өсөн 192 баҫҡысҡа күтәрелеү зарур. Пьедесталдың түшәме үтә күренмәле, уның аша, пьедестал эсендә булғанда, эске ҡорос каркасты күрергә мөмкин. Статуяның үҙендә, таж нигеҙендә һәм факелда (ялҡын теле тирәләй) шулай уҡ күҙәтеү майҙансыҡтары бар, уларға тик баҫҡыс буйлап күтәрелергә мөмкин. Таж нигеҙендәге күҙәтеү майҙансығына эләгер өсөн, 356 баҫҡыслы боролмалы һикәлтәнән күтәрелер кәрәк. Был майҙансыҡ 25 тәҙрәнән тора, ерҙәге 25 ҡиммәтле таштың һәм донъяны яҡтыртыусы күк нурҙары символы, унан Нью-Йорк гаваненә киң күренеш асыла.

Факелдағы күҙәтеү майҙансығына ҡул эсендә урынлашҡан 12,8 метр оҙонлоҡтағы баҫҡыс алып бара.

Ғәҙәттә статуя килеүселәр өсөн асыҡ. Килеүселәр, ҡағиҙә булараҡ, Азатлыҡ утрауына Бэттери-Парк-сити һәм Либерти-Стейт-Парк кварталдары причалдарынан борамдарҙа килә.

Азатлыҡ утрауы территорияһы (Либерти) башта Нью-Джерси штатына ҡараған, һуңғараҡ Нью-Йорк идараһында була, ә хәҙер федераль идаралыҡта[5]. XX быуат башынан утрау «Азатлыҡ утрауы» тип йөрөтөлһә лә, 1956 йылға тиклем утрау «Бедлоу утрауы» (ингл. Bedloe’s Island) тип аталған була.

Азатлыҡ статуяһы цифрҙарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Статуя тажы эсендә күҙәтеү майҙансығы
Алыҫтан статуяға күренеш
Статуяның конструкция өлөшө Ауырлығы
Баҡырҙың дөйөм ауырлығы 31 тонна[сығанаҡ 1632  көн күрһәтелмәгән]
Ҡоростоң дөйөм ауырлығы 125 тонна
Бетон нигеҙҙең дөйөм ауырлығы 27 000 тонна
Скульптура өлөштәре Күләме
Ерҙән алып факел осона тиклем бейеклек 93 м
Статуя бейеклеге 46 м
Ҡул суғының оғонлоғо 5,00 м
Һуҡ бармаҡ оҙонлоғо 2,44 м
Түбәһенән алып эйәгенә тиклем башы 5,26 м
Йөҙ киңлеге 3,05 м
Күҙ оҙонлоғо 0,76 м
Танау оҙонлоғо 1,37 м
Уң ҡулының оҙонлоғо 12,80 м
Уң ҡулының ҡалынлығы 3,66 м
Бил ҡалынлығы 10,67 м
Ауыҙ киңлеге 0,91 м
Факел бейеклеге (ялҡыны менән бергә) 8,8 м
Табличка бейеклеге 7,19 м
Табличка киңлеге 4,14 м
Табличка ҡалынлығы 0,61 м
Пьедестал бейеклеге 27,13 м
Статуяның баҡыр япмаһы ҡалынлығы 2,57 мм

Монументты төҙөү идеяһын күренекле француз фекер эйәһе, яҙыусы һәм сәйәси эшмәкәр, ҡол биләүселеккә ҡаршы француз йәмғиәте президенты Эдуард Рене Лефевр де Лабулэға ҡайтарып ҡалдыралар. Француз скульпторы Фредерик Огюст Бартольди һүҙҙәренә ҡарағанда был идеяны уға де Лабулэ 1865 йылдың уртаһында АҠШ-тағы граждандар һуғышында ҡол биләүселеккә ҡаршы көстәрҙең еңеүенән булған тәьҫораттарынан һуң әңгәмәлә әйтә. Бер ниндәй ҙә аныҡ тәҡдимдәр булмаһа ла, идея скульпторҙы илһамландыра[6].

Наполеон III идара иткән осорҙағы репрессив сәйәси хәл был идеяны тормошҡа ашырырға булышлыҡ итмәй. 1860 йылдар аҙағында Бартольди күпмелер ваҡытҡа Колосс Родосский статуяһына оҡшаш ҙур статуя төҙөү тураһында Мысыр хакимы Исмәғил пашаны ҡыҙыҡһындыра ала[7]. Статуяны башта Порт-Сәидтә ҡуйыу планлаштырыла, һәм ул «Азия Яҡтыһы» тип аталырға тейеш була (ингл. The Light Of Asia), ләкин, ахыр сиктә, Мысыр хөкүмәте Франциянан конструкциялар ташыу һәм урынлыштырыу Мысыр иҡтисады өсөн артыҡ сығымлы сара, тип ҡарар итә[8].

Статуя 1876 йылда Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһының йөҙ йыллыҡ юбилейына бүләк булараҡ уйланыла. Үҙ-ара килешеү нигеҙендә, Америка пьедестал төҙөргә, ә Франция — статуя төҙөргә һәм уны АҠШ-та урынлаштырырға тейеш була. Әммә аҡса етмәү Атлантик океандың ике яғында ла һиҙелә. Францияла төрлө күңел асыу саралары һәм лотерея менән бер рәттән хәйриә аҡсалары 2,25 млн франк йыйырға мөмкинлек бирә. Аҡса йыйыу өсөн Ҡушма Штаттарҙа театр тамашалары, сәнғәт күргәҙмәләре, аукциондар һәм бокс ярыштары үткәрелә.

Статуяны төҙөү Бартольдиға йөкмәтелә. Бындай ҙур баҡыр конструкцияны ҡороуға бәйле конструктив мәсьәләрҙе хәл итеү өсөн Бартольдиға инженерҙарҙың ярҙамы кәрәк була. Гюстав Эйфелгә (хәҙер уның исемен йөрөткән буласаҡ башня төҙөүсеһенә) ауыр ҡорос таяуҙы һәм ике аралағы тотоп тороусы каркасты проектлау йөкмәтелә. Ентекле эшкәртмәләрҙе Эйфель үҙенең ярҙамсыһына, төҙөлөш конструкциялары буйынса тәжрибәле инженер Морис Кехлинға, тапшыра. Статуя өсөн баҡыр эшҡыуар Эжен Секретандың Société des métaux фирмаһы келәттәрендәге булған запастарҙан һатып алына. Баҡырҙың сығышы документлаштырылмаған, әммә 1985 йылғы тикшеренеүҙәр уның башлыса Норвегияла Кармёй утрауында табылғанлығын күрһәтә[9]. Баҡырҙың Рәсәй империяһынан килтерелеүе тураһында риүәйәттәр (Өфө һәм Түбәнге Тагил) энтузиастар тарафынан тикшерелә, ләкин документаль дәлилләү тапмай[10]. Статуя аҫтындағы бетон нигеҙ өсөн 1884 йылда 8000 мискәнән торған һәм, шул ваҡытта донъяла иң ҙур бетон конструкция буласаҡ Азатлыҡ статуяһы фундаментының төҙөлөшө өсөн цемент менән тәьмин итеүгә тендерҙы отҡан немец фирмаһы «Дикерхофф» етештергән портландцементтан эшләнә[11].

Проект эштәре тамамланыуға тиклем Бартольди Gaget, Gauthier & Co оҫтаханаһында статуяның факел тотоп торған уң ҡулын әҙерләү буйынса эште ойоштора[12].

1876 йылда Филадельфияла Бөтә донъя күргәҙмәһендә Азатлыҡ статуяһының уң ҡулының стереоскопик һүрәте

1876 йылдың майында Бартольди француз делегацияһы составында Филадельфияла Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡатнаша[13] һәм Нью-Йоркта ошо күргәҙмәгә арналған тантаналарҙа статуяның күп һанлы картиналарын күрһәтеүҙе ойоштора[14]. Теркәүгә һуңға ҡалыуға сәбәпле статуяның ҡулы күргәҙмә экспонаттары каталогына индерелмәй, шуға ҡарамаҫтан ул килеүселәргә күрһәтелә һәм көслө тәьҫир ҡалдыра[15]. Килеүселәргә факел балконына инеү мөмкин була, унан улар күргәҙмә комплексы күренеше менән һоҡлана алған[16]. Репортаждарҙа уны «Колоссаль ҡул» һәм «Бартольдиҙың электр яҡтылығы» тип атағандар[15]. Күргәҙмә тамамланғандан һуң, ҡул менән факелды Филадельфиянан Нью-Йоркҡа алып килеп, Мэдисон-скверға урынлаштыралар, статуяның ҡалған өлөшө менән берләштереү өсөн Францияға ҡайтарылғанға тиклем унда бер нимә йыл тора[16].

Статуяның башы Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә, 1878 йыл

Азатлыҡ статуяһы өсөн урынды Бартольдиҙың үҙенең теләген иҫәпкә алып, Нью-Йорк гаванендә, Бедлоу утрауында, 1812 йылгы инглиз-америка һуғышына төҙөлгән Вуд фортының ун бер нурлы йондоҙ формаһына эйә булған территорияла, генерал Уильям Шерман һайлай. Аҙаҡ был урын 1877 йылғы Конгресс Акты менән раҫлана.

Француздар статуяны 1884 йылдың июлендә тамамлай, артабан ул 350 өлөшкә һүтелә, уны 214 йәшниккә һалалар һәм АҠШ-ҡа ебәреү өсөн француздарҙың «Изере» фрегатына тейәйҙәр. 1885 йылдың 17 июнендә йөк Нью-Йорк гаваненә еткерелә. Был ваҡытҡа әле пьедестал төҙөлөшө башланмаған була. Пьедестал төҙөү өсөн аҡса йыйыу эше яй бара, һәм Джозеф Пулитцер (Пулитцер премияһы буйынса билдәле), проект фондына аҡса йыйыу ярҙамын һорап үҙенең «World» гәзитендә саҡырыу баҫтыра. 1885 йылдың авгусына пьедестал төҙөүҙе финанслау менән бәйле проблемалар хәл ителә. Америка архитекторы Ричард Моррис Хант проектлаған ҡоролма төҙөлөшө 1885 йылдың 5 авгусынан 1886 йылдың 22 апреленә тиклем бара.

Статуяны уның яңы нигеҙендә дүрт ай эсендә ҡоралар. Азатлыҡ статуяһын тантаналы асыу бер нисә мең кеше ҡатнашлығында 1886 йылдың 28 октябрендә үтә, унда АҠШ президенты Гровер Кливленд сығыш яһай. Америка революцияһының йөҙ йыллығына француз бүләге булараҡ, Азатлыҡ статуяһы ун йылға һуңға ҡала. 1986 йылдың 28 октябрендә Азатлыҡ статуяһы Милли һәйкәле үҙенең йөҙ йыллығын рәсми рәүештә билдәләп үтә.

Мәҙәниәт ҡомартҡыһы булараҡ статуя

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Асылыу мәленән 1901 йылға тиклем статуяны хеҙмәтләндереү буйынса АҠШ Маяҡтары хеҙмәте яуаплы була.
  • 1901 йыл — статуяны хеҙмәтләндереү буйынса миссия АҠШ-тың хәрби департаментына йөкмәтелә.
  • 1924 йылдың 15 октябре — Президент ҡарары менән Вуд форты (статуя менән бергә) милли ҡомартҡы тип иғлан ителә.
  • 1933 йыл — милли ҡомартҡыны хеҙмәтләндереү АҠШ Милли парктары хеҙмәтенә тапшырыла.
  • 1936 йылдың 28 октябре — статуя асылыуҙың илле йыллыҡ юбилейында АҠШ президенты Франклин Рузвельт былай ти: «Азатлыҡ һәм тыныслыҡ — тере әйберҙәр. Улар йәшәүен дауам итһен өсөн, һәр быуын уларҙы һаҡларға һәм уларға яңы тормош бирергә тейеш».
Азатлыҡ утрауы
  • 1937 йылдың 7 сентябре — милли ҡомартҡы майҙаны киңәйтелә һәм хәҙер бөтә Бедлоу утрауына тарала.
  • 1956 йыл — Бедлоу утрауы рәсми рәүештә Азатлыҡ утрауы тип үҙгәртелә.
  • 1965 йылдың 11 майы — Эллис утрауы шулай уҡ Милли парктар хеҙмәтенә тапшырыла һәм «Азатлыҡ статуяһы» мемориалының өлөшө була.
  • 1982 йылдың майы — президент Рональд Рейган Ли Якоккеға Азатлыҡ статуяһын реставрациялау буйынса шәхси сектор хәрәкәтен етәкләүҙе йөкмәтә. Америка тарихында дәүләт һәм шәхси секторҙың иң уңышлы хеҙмәттәшлеге булған Милли Парктар хеҙмәте һәм «Азатлыҡ Статуяһы — Эллис утрауы» партнёрлығы арҡаһында реставрацияға 87 миллион акса йыйылған.
  • 1984 йыл — Азатлыҡ Статуяһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә, уны реставрациялау буйынса эштәр башлана.
  • 1986 йылдың 5 июле — реставрацияланған Азатлыҡ статуяһы килеүселәр өсөн ҡабаттан асыла.

1883 йылда Америка шағирәһе Эмма Лазарус Азатлыҡ статуяһына арнап, «Яңы Колосс» (The New Colossus) сонетын яҙа. 20 йыл үткәс, 1903 йылда, ул бронза пластинала уйып яҙыла һәм, статуя пьедесталында урынлашҡан музей стенаһына беркетелә. «Азатлыҡтың» данлыҡлы һуңғы юлдары:

«Яңы Колосс» пластинаһы
«Keep, ancient lands, your storied pomp!» cries she
With silent lips. «Give me your tired, your poor,
Your huddled masses yearning to breathe free,
The wretched refuse of your teeming shore.
Send these, the homeless, tempest-tossed to me,
I lift my lamp beside the golden door!»

В. Лазаристың урыҫ тәржемәһендә:

«Вам, земли древние, — кричит она, безмолвных
Губ не разжав, — жить в роскоши пустой,
А мне отдайте из глубин бездонных
Своих изгоев, люд забитый свой,
Пошлите мне отверженных, бездомных,
Я им свечу у двери золотой!»

Текстҡа яҡыныраҡ тәржемәлә:

«Оставьте, земли древние, хвалу веков себе!»
Взывает молча. «Дайте мне усталый ваш народ,
Всех жаждущих вздохнуть свободно, брошенных в нужде,
Из тесных берегов гонимых, бедных и сирот.
Так шлите их, бездомных и измотанных, ко мне,
Я поднимаю факел мой у золотых ворот!»
Азатлыҡ бер долларлыҡ президент тәңкәһендә

Американың милли символы булараҡ, Азатлыҡ Статуяһы йыш тәңкәләрҙә һәм почта маркаларында һүрәтләнә

Азатлыҡтың Башы йылға почта маркаһында

Тәүге тапҡыр ул 1986 йылда иҫтәлекле тәңкәләрҙә үҙенең йөҙ йыллығы уңайынан барлыҡҡа килә. 2001 йылда Нью-Йоркта уның һүрәте менән иҫтәлекле серияла әйләнешкә инә[17]. 1998 йылғы ун долларлыҡ платина тәңкәләрҙең кире яғында Азатлыҡ статуяһының башы һуғылған. Азатлыҡ Статуяһы һүрәте 2007 йылдан АҠШ президенттарына арналған бер долларлыҡ тәңкәләр серияһының реверсында урынлаша[18]. Әле лә әйләнештә йөрөгән 1996—2009 йылғы ун долларлыҡ купюраларҙа фон рәүешендә Азатлыҡ факелы бар[19].

Статуя һүрәттәре АҠШ төбәк ойошмалары һәм учреждениелары символикаһында киң ҡулланыла. 1986 йылдан 2000 йылдарға тиклем Нью-Йорк штатында уның контуры транспорт сараларының номер билдәләрендә ҡулланыла[20][21]. Ҡатын-ҡыҙҙар милли баскетбол ассоциацияһының Көсығыш конференцияһында сығыш яһаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың профессиональ New York Liberty клубы Статуяның исемен үз исемендә һәм уның һүрәтен үҙ эмблемаһында ҡуллана, унда статуя ялҡыны баскетбол менән ассоциациялана[22]. Азатлыҡ статуяһы башы 1997 йылдан башлап милли хоккей лигаһы New York Rangers клубының өҫтәмә формаһында ҡулланыла[23]. Студенттар спортының милли ассоциацияһы 1996 йылғы ирҙәр баскетбол финалы эмблемаһы өсөн статуяның символик һүрәтен ҡуллана[24]. АҠШ либертариан партияһы эмблемаһында стилләштерелгән Азатлыҡ факелы һүрәте ҡулланылған[25].

Азатлыҡ статуяһының йөҙләгән репродукцияһы донъяның төрлө өлөштәрендә күрһәтелә. Парижға Америка тарафынан тапшырылған оригиналдың дүртенсе өлөшө күләмендәге күсермәһе йөҙө менән төп статуя яғына, көнбайышҡа, Сенаның Аҡҡоштар утрауына ҡарай ҡуйылған[26]. Манхэттендың 64-се урамында «Liberty Warehouse» бинаһын күп йылдар биҙәп торған туғыҙ метрлыҡ күсермә[26], хәҙер Бруклин музейы территорияһында күрһәтелә[27]. 1949—1952 йылдарҙа үҙенең ҡырҡ йыллығын байрам итеү барышында Америка скауттары ойошмаһы 2,5 м бейеклектәге ике йөҙгә яҡын штампланған баҡыр күсермәне Америка штаттарына һәм муниципалитеттарына бушлай тапшыра[28].

АҠШ-тын башҡа иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. статуя Свободы (в Нью-Йорке). Ҡалып:Книга:Прописная или строчная
  2. Statue of Liberty | monument, New York City, New York, United States  (инг.), Encyclopedia Britannica. 8 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  3. USIA. Portrait of the USA: The Statue of Liberty. Дата обращения: 29 май 2006. Архивировано из оригинала 30 июнь 2004 года. 2004 йыл 30 июнь архивланған.
  4. Көнбайыш география традицияһы буйынса ете континент иҫәпкә алына, сөнки Евразия бөтөн континент түгел, һәм Европа менән Азия айырым континент тип таныла
  5. Liberty Island (island, New York, United States) (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 9 ғинуар 2014.
  6. Harris, 1985, pp. 7–9
  7. Harris, 1985, pp. 7–8
  8. By Pierre Tristam. The Statue of Liberty's Origins in Egypt (ингл.). about.com.
  9. In the autumn of 1985 copper from the statue was analyzed and it has now been confirmed that it was indeed extracted at Visnes. (ингл.). Дата обращения: 21 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2016 года. 2016 йыл 27 ғинуар архивланған.
  10. I contacted the director of Nizhniy Tagil's historic museum and inquired whether there was any direct proof of Russian copper's use. To my surprise, the museum had no evidence (ингл.).
  11. Fundament für die Freiheitsstatue. Wiesbadener Tagblatt (5 май 2010). Дата обращения: 11 февраль 2011. Архивировано из оригинала 29 июль 2013 года. 2013 йыл 29 июль архивланған.
  12. Khan, 2010, pp. 126–128
  13. Bell, Abrams, 1984, p. 25
  14. Bell, Abrams, 1984, p. 26
  15. 15,0 15,1 Khan, 2010, p. 130
  16. 16,0 16,1 Harris, 1985, p. 49
  17. «Statue of Liberty postage stamps». Statue of Liberty-Ellis Island Foundation, Inc. Дата обращения: 29 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 24 июль 2018 года. 2018 йыл 24 июль архивланған.
  18. Презентация серии президентских однодолларовых монет 2017 йыл 3 февраль архивланған.
  19. «The redesigned $10 note». newmoney.gov. Bureau of Engraving and Printing. Дата обращения: 29 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 29 декабрь 2017 года.
  20. «State to start issuing new license plates July 1». The New York Times. January 24, 1986
  21. «State license plates to get new look». The New York Times. January 11, 2000
  22. «'Liberty' for New York club». The New York Times. February 14, 1997
  23. Lapointe, Joe (January 12, 1997). «Lady Liberty laces up at the Garden». The New York Times
  24. Sandomir, Richard (March 29, 1996). «Final Four: States put aside their rivalry and try a little cooperation». The New York Times
  25. Axinn, Mark (October 28, 2011). «The Statue of Liberty after 125 years — by LPNY Chair Mark Axinn». Libertarian Party of the United States
  26. 26,0 26,1 Moreno, 2000, pp. 200–201
  27. «Collections: American Art: Replica of the Statue of Liberty, from Liberty Storage & Warehouse, 43-47 West 64th Street, NYC» Brooklyn Museum
  28. Attoun, Marti (October 2007). «Little Sisters of Liberty». Scouting