Азатлыҡ статуяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Обелиск
Азатлыҡ статуяһы
ингл. Statue of Liberty
АҠШ-тын иң танылған символы
Ил АҠШ
Ҡала Нью-Йорк
Проект авторы Фредерик Огюст Бартольди.
Төҙөлгән 1876—1886 (ҡуйылған)

Азатлыҡ статуяһы (ингл. Statue of Liberty, Liberty Enlightening the World) — тулы исеме «донъға нур һибеүсе Азатлыҡ» — АҠШ-тың бөтә донъяға билдәле скульптураһы, Президент Кливленд ҡатнашлығында 1886 йылдың 28 октябрендә Америкала, Нью-Йорктан яҡынса 3 км алыҫлыҡта асыла.

Азатлыҡ Статуяһы (пьедесталдан күренеш)

Был статуя Нью-Йоркҡа океандан килеүсе пассажирҙарҙы уң ҡулындағы Азатлыҡ факелын тотҡан мөһабәт ҡатын-ҡыҙ статуяһы ҡаршылай. Һул ҡулындағы таҡтаға Американың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул иткән көн «1776 йыл, 4 июль», тип яҙылған.

Шул датаның йөҙ йыллығына арнап, статуяны француз демократтары уйлап сығара. Улар Азатлыҡ статуяһында Америкалағы демократияға һоҡланыуын сағылдырырға теләй. Скульптураны француз скульпторы Фредерик Бартольди, ә пьедесталын Америка архитекторы Ричард Хант эшләй. Статуяны эшләү өсөн аҡсаны Францияла төрлө мәрхәмәтлек саралары, күңел асыү, лотерея үткәреп йыялар. Американың үҙендә төрлө күргәҙмәләр, бокс уйындары үткәрәләр.

Статуяны ҡойоуға ғына 31 тонна башҡорт[1] баҡыр тотонола. Ауырлығы 125 тоннаға еткән статуяны Америкаға 350 өлөшкә бүлеп, 214 йәшниктә 1885 йылда «Изэр» фрегаты менән килтереп, 27 мең тонна цементтан эшләнгән пьедесталға урынлаштыралар.

Азатлыҡ статуяһының бейеклеге ерҙән алып ҡулындағы факелдың осона тиклем 93 метр. 1972 йылда Америкаға килеп төпләнеүсе халыҡтарға бағышланған музей асыла. Музейға килеүселәр 354 күтәрмәнән тажына тиклем менәләр.

Таждың эсендә
"Азатлыҡ Статуяһын асыу", Эдвард Моран рәсеме

Башына ете нурлы таж — ете диңгеҙ һәм ете континенттың символы, ул тажда 25 тәҙрә — ерҙәге 25 ҡиммәтле таштың символы. Өҫтөнә оҙон күлдәк кейгән ҡатындың аяҡ аҫтында ҡоллоҡ бығауының өҙөлгән сынйырҙары һибелеп ята.Меңәрләгән эмигранттар есөн Тыуған илендә кисергән иҙелеүҙән ҡотолоу билдәһе булған Азатлыҡ Статуяһы Американың төп символына әйләнә.

АҠШ-тын башҡа иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]