Амангилде (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Амангилде — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амангилде исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән: имен-аман килде йәки тыуҙы тигән мәғәнәгә эйә.[1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амангилде Иҫәрғәпов (1781—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Тулеев Амангилде Ғүмәр улы — 1997 йылдын 1 июленән 2018 йылдың 1 апреленә тиклем Кемерово өлкәһе губернаторы була.

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амангилдин Әхмәҙулла Ғөтләт улы (рус. Амангильдин Ахмадулла Гудлатович; 1921 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы разведчигы. Гвардия кесе сержанты.

Амангилдина Дамира Зәйнетдин ҡыҙы (30 август, 1975 йыл) — бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).

Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1 март 1972  йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Амангилдин Фәттәхетдин Ғәйнетдин улы (рус. Амангильдин Фаттахетдин Гайнетдинович; 25 май 1910 — 13 август 2000) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия старшинаһы.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амангилде (Әбйәлил районы) (рус. Амангильдино; икенсе атамаһы Тоҡомбәт) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл.
Амангилде (Учалы районы) (рус. Амангильдино), халыҡсан исеме Сәнсәр. — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ