Аничковтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аничковтар
Герб
Дәүләт  Бөйөк Мәскәү кенәзлеге
 Урыҫ дәүләте
 Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
 Аничковтар Викимилектә

Аничковтар (Оничков) — атаҡлы урыҫ дворян нәҫеленән сыҡҡан. Һуңғы өс быуат буйы ҡала инфраструктураһының бер нисә төп объекттарына исемдәрен биреп, Санкт-Петербург ҡалаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.

Ырыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҫеле XVI быуаттан алып билдәле. Һуңғы шәжәрә буйынса, 1301 йылда ниндәйҙер татар ханы Беркә (Беркәй), Ҙур Орда царевичы, Иван Калитаға хеҙмәт итә. Суҡындырылғандан һуң Беркә Оникий тигән исем ҡабул итеп, Викула Воронцов тигән абруйлы кешенең ҡыҙына өйләнә һәм уның нәҫеле Аничковтар тип атала башлай.

XVI—XVII быуаттарҙа Аничковтар араһында һарай кешеләре, бояр думаһындағы дворяндар әҙ булмаған, уларҙың бер өлөшө эре ҡалаларҙа ғәскәр башлыҡтары (Курск, Ярославль, Өфө, Чебоксар һ. б.) булып киткән. Мәҫәлән, XVII быуатта ғәскәр башлығы О. Г. Аничков Кузнецк ҡалаһына нигеҙ һала (хәҙер Новокузнецк), ә Ф. М . Аничков Швецияла Рәсәй илсеһе булып хеҙмәт итә.

Шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Екатерина ваҡытында Дмитрий Сергеечич Аничков билдәле аҡыл эйәһе була (1733—1788), ул Троицкая лавраһын һәм Мәскәү университетын тамамлаған. Төп математика һөнәренән тыш ул философия, тел ғилеме һәм хәрби эш буйынса Д. С. Аничков гимназиялар өсөн «Дөрөҫ математика курсы», «Фортификация һәм артиллерияның баштағы нигеҙҙәре», «Кешенең танып белеү үҙенсәлектәре тураһында һәм зиһенде төрлө хаталаныуҙарҙан һаҡлаусы саралар тураһында һүҙ» тип аталған дәреслектәр баҫтырып сығара
  • Аничков Виктор Михайлович (1830—1877) Николаев академияһы Генераль штабын тамамлай, XIX быуатта ошо академияның генерал-майоры һәм профессоры була. Уның хеҙмәттәре араһында «Севастополь ҡалаһының ҡамап алыныуын һәм оборонаһын һүрәтләү» (1856), «Хәрби хужалыҡ» (1860), «Ғәскәр аҙыҡ-түлеге мөдирҙәре өсөн белешмә» (1871) тигәндәре билдәле.
  • Аничков Михаил Викторович (1855—?), 1878 йылда тимер юлдар инженерҙары институтының тулы курсын коллегия секретары чинында тамамлай. 1907 йылда статский советник чинына эйә була. Фонтанка яры буйында 80-се йортта йәшәй. 1900 йылда акционерҙар йәмғиәтенең «Брокгауз-Ефрондың баҫма эше» тигән типографияһында атаһы Виктор Михайловия Аничков иҫтәлегенә бағышланған «Һуғыш һәм хеҙмәт» тигән китабы донъя күрә.
  • Аничков Виктор Викторович (1859—1918). 1892 йылдың 5 апреленән штабс-капитан булып үрләтелә. 1892 йылдың 1 апреленән алып полк суды ағзаһы булып беркетелә.1896 йылдың 4 апрелендәге № 90 приказға ярашлы ваҡытлыса Преображен зыяратының попечитель ярҙамсыһы булып тәғәйенләнә. 1896 йылдың 23 декабрендә офицерҙар йыйылышының етәкселек итеү комитетының ағзаһы булып һайлана, ә 1897 йылдың 1 майында капитан булып үрләтелә. Уның исем атаһы Николай Алексеевич Некрасов булған. Билдәле йырсы Анастасия Вяльцева М. Ю. Лермонтов шиғырына яҙылған Аничковтың «Күк йөҙө кеүек ҡарашың таң ҡалдыра» романсын башҡара. В. В. Аничков был романсты кесе һеңлеһе Татьяна Викторовна Струбинскаяға бағышлай.
  • Аничков Николай Адрианович (1809—1892) — дипломат, йәшерен советник.
    Мсәкәү эргәһендәге Аничковтарҙың имениеһы сиркәүе (1733 йылда төҙөлгән)
  • Аничков Милий Адрианович — Нижегород губернаһы помещигы, (1812-?). Паж корпусын тамамлай. Отставкалағы майор. Ҡатыны — София Аркадиевна Стефанова. Был никахтан дүрт улы, бер ҡыҙы була: Николай Милиевич, Милий Милиевич, Адриан Милиевич (статский советник), Михаил Милиевич һәм Александра Милиевна.
  • Аничкова Александра Милиевна батшалыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе террористик түңәрәктең ағзаһы, Дмитрий Каракозовтың өлкән ағаһы, Каракозов Николай Владимировичҡа кейәүгә сыға. 1866 йылдың 4 апрелендә Дмитрий Каракозов Йәйге баҡсала Александр II атҡандан һуң, уның ырыуын дворян титулынан мәхрүм итәләр һәм фамилияларын Владимиров фамилияһына алмаштырырға ҡушалар. Николай Владимирович һәм Александра Милиевнаның өс балаһы — Софья Ольга һәм Аркадий Николевич Владимировтар.
  • Аничков Николай Милиевич(1844—1916) — мөхбир йәшерен советник, сенатор, Дәүләт кәңәшмәһе ағзаһы, халыҡ мәғарифы министрының иптәше.
  • Аничков Милий Милиевич (1848 — после 1917) — генерал-лейтенант, Царскосельск һарайҙары мөдире (1882—1883), Императорҙың Гатчина һарайы мөдире һәм Гатчина ҡалаһы коменданты (1884—1891), гофмаршал бүлегенең хужалыҡ мөдире (1891 — 10.07.1916), күп рәсәй һәм сит ил наградаларына лайыҡ була.
  • Аничков Николай Николаевич (1885—1964) — күренекле патолог, АН и АМН СССР академигы, 3 Ленин ордены кавалеры һәм башҡа орден һәм миҙалдары бар, Сталин премияһы лауреаты (1942), медицина хеҙмәтенең генерал-лейтенанты (1943). Н. М. Аничковтың берҙән-бер тере ҡалған улы.
  • Аничков Иван Васильевич (1863—1921) — археолог, этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
  • Евгений Васильевич Аничков (1866—1937) — филолог, әҙәбиәт тарихсыһы, фольклорсы, яҙыусы.
  • Аничков Игорь Евгеньевич (18971978), билдәле тел ғалимы.
  • Аничков Сергей Викторович (1892—1981) — фармаколог, АМН СССР академигы(1950), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967), Ленин (1976) һәм Дәүләт (1951).премиялары лауреаты.

XXI быуат башында Петербургта Аничковтар нәҫеленең яҡынса 40 вәкиле йәшәй. Улар араһында Рәсәй фәндәр академияһының ағзаһы-корреспонденты, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ хөкүмәте премияһы лауреаты, профессор Аничков Николай Милиевич, Рәсәй фәндәр академияһының кеше мейеһе институты директоры урынбаҫары, РФ Дәүләт премияһы лауреаты, медицина фәндәре докторы Аничков Андрей Дмитриевич, Петербург рәссамы — РФ Ауыл хужалығы ағзаһы, РОО «Иҫке Петербург йәмғиәте» ойоштороусыһы һәм вице-президенты Аничкова Надежда Юрьевна һ.б. бар

Эпонимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1715 йылда Петербургҡа инә торған урында Фонтанка аша күпер төҙөлә, был күперҙе төҙөүҙә майор Аничков Михаил етәкселегендә моряктар батальоны ҡатнаша. Батальон Фонтанка ярында урынлашҡан иҫке фин ауылында урынлаша, шунан алып был ер «Аничков биҫтәһе» тип атала. Һуңыраҡ башҡа 3 атама барлыҡҡа килә: Аничков күпере, Нева проспектында Аничков ҡапҡалары (оҙаҡ тормай) һәм Аничков һарайы. Һуңынан Аничков полковник чинына етә һәм участкаға эйә була, ул ерҙә Александринский театры урынлашҡан. Унан Садовая урамына Аничков тыҡрығы үтә (хәҙер Крылов тыҡрығы).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аничков Н. М. Аничковы. — Три века Санкт-Петербурга. Энциклопедия в 3-х тт., 2003, Изд-во Филологич. ф-та СПбГУ, т. 2, книга 1 (А-В);
  • Аничков С. В. На рубеже двух эпох. — Л.: Лениздат, 1981;
  • Аничковы // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Долгоруков П. В. Российская родословная книга. — СПб.: Тип. 3 Отд. Собств. Е. И. В. Канцелярии, 1857. — Т. 4. — С. 241.
  • Петров П. Н. Исторiя Санкт-Петербурга. — СПб, Издание Глазунова. 1885. С. 614.
  • Профессора Военно-медицинской (Медико-хирургической) академии. Под ред. проф. А. Б. Белевитина — СПб. Изд-во ВМедА. 2008. С. 175, 329, 481.
  • Российская Биографическая Энциклопедия «Великая Россия». Том 1, Под ред. проф. А. И. Мелуа — СПб. Изд-во «Гуманистика», 2009. С. 395—399.
  • Руммель В. В., Голубцов В. В. Родословный сборник русских дворянских фамилий. — Т. 1. — С. 35-56.
  • Саркисов Д. С. с соавт. Н. Н. Аничков. — М.: Медицина, 1989 ;
  • Шилов Д. Н., Кузьмин Ю. А. Члены Государственного совета Российской империи. 1801—1906. — СПб.: Изд-во «Дмитрий булавин», 2007. С. 34-36.
  • Юбилейная статья «Н. М. Аничков» // Нива. 1894. N. 3. С. 73;