Аракүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аракүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Аракүл Викимилектә

Аракүл — (рус. Ара́куль) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең атамаһы башҡорт теленән килеп сыҡҡанлығы күренеп тора - ул ысынлап та тауҙар араһында урынлашҡан, шуға күрә "аралыҡтағы күл" мәғәнәһендә бирелгән.Силәбе өлкәһе топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса «ара» һәм «күл» һүҙҙәре ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип яҙа. Шулай уҡ ул атама Араҡол тигән башҡорт ир-ат исеменән алынған булыуы ла мөмкин тип һанай [1][2].


Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһенең төньяғында, Үрге Өпәле ҡалаһынан һәм Вишневогорск (Сейәлетау) ҡасабаһынан йыраҡ түгел урынлашҡан.

Тектоник үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә хасил булған[3]

Күлдең майҙаны 3 км², уртаса тәрәнлеге — 5,3 м, иң тәрән урыны — 12 м. Күлдәге һыу күләме - 21,9 млн м³, минераллылығы — 240 мг/л, химик составы буйынса гидрокарбонатлы-кальцийлы типҡа инә[4].

Күлгә Каған (рус. Каганка) һәм Ольховка тигән бәләкәй генә йылғалар төшә.Күлдең үҙенән Аракүл йылғаһы ағып сыға һәм Илашты күле һәм Кәҫле күлдәре системаһы менән бәйләй.

Күлгә бик күп саф шишмәләр ҡоя, шуға һыуы таҙа, үтә күренмәле, шул уҡ ваҡытта һалҡын. Йәйгеһен һыу инерлек температураға бик оҙаҡ етмәй тора. Төбө ҡомло һәм ташлы.

1960-сы йылдарҙан Аракүл һыуы Вишневогорск (Сейәлетау) ҡасабаһын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыла. Һуңғы йылдарҙа күл һайыға, ярҙары төпкәрәк инә бара [5].

Тереклеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аракүлдә сабаҡ, алабуға, шырт балыҡ, алабалыҡ, һары табан, ҡарабалыҡ тереклек итә.Ҡыҫалалар бар[6].

Күл тирәһендәге урмандарҙа тейен, терпе, ҡуян, мышы, һирәкләп һеләүһен һәм айыу осрай, әммә улар күлгә яҡын килмәй.

1969 йылда Аракүл тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған.

Аракүл Шихандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындағы иң иҫтәлекле урын — Аракүл Шихандары тип аталған ҡаялы массив.

Аракүл һәм уның ярындағы ҡаялы бейеклектәр - Шихандар илдең төрлө төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә сәйәхәтселәрҙең иғтибарын йыш йәлеп итә.

Бронза һәм иртә тимер быуат осоро боронғо кешеләре йәшәгән урындар, ялғашты хәтерләткән тау уйымдары, ел һәм һыу быуаттар буйы "ижад иткән" хайран ҡалырлыҡ рельефтар - Шиханды хасил итә.

Көнсығыш, текәрәк өлөшөн тау спортсылары күнегеүҙәр һәм ярыштар өсөн файҙалана.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аракүл Шихандарынан күл күренеше.
Аракүл Шихандарынан күл күренеше.
Аракүл Шихандарынан күл күренеше.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шувалов Н. И. Акакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  3. Озеро Аракуль
  4. Аракуль
  5. Озеро Аракуль
  6. Озеро Аракуль