Арыҫлан (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Арыҫлан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Щучье

Ауыл биләмәһе

Сухоборское ауыл советы

Координаталар

55°05′15″ с. ш. 62°42′25″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1776

Бейеклеге

167 м

Халҡы

136[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Почта индексы

641013

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

37 244 844 002

Код ОКТМО

37 644 444 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Арыҫлан (Рәсәй)
Арыҫлан
Арыҫлан
Арыҫлан (Ҡурған өлкәһе) (Ҡурған өлкәһе)
Арыҫлан

Арыҫлан (рус. Арасланова) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Шучье районы ауылы. Сухоборское ауыл советы составына керә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл район үҙәге Щучье ҡалаһынан 12 км көньяҡтараҡ Арыҫлан күле буйында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Арыҫлан ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡалмаҡ улусы ҡарамағында була[2].

1923 йылда Урал өлкәһе ойошторолғас, Арыҫлан ауылы Силәбе округы Һарт-Ҡалмаҡ районының Әптекәй ауыл советы составына керә. 1924 йылда Һарт-Ҡалмаҡ районының исеме Ялан районы тип үҙгәртелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Арыҫлан ауылы Щучье районына керә. 1934 йылда Щучье районы Силәбе өлкәһе составына, ә 1943 йылда — Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 1834 1866 1900
49 78 178 222
Халыҡ иҫәбе
20042010[1]
174136

1926 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 238 кеше теркәлгән, уларҙың 220 — башҡорттар, 18 — урыҫтар.

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (95 %) йәшәй[3].

Инфраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]