Ацумаса Тотисако

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ацумаса Тотисако
枋迫篤昌
Тыуған көнө

1953({{padleft:1953|4|0}})

Тыуған урыны

Ономити, Хиросима префектураһы, Япония

Гражданлығы

АҠШ

Подданлығы

Япония

Эшмәкәрлеге

финансист, менеджер һәм эшҡыуар

Ацумаса Тотисако (япон. 枋迫 篤昌?, 1953 йыл, Ономити], Хиросима префектураһы, Япония) — финансист, менеджер һәм эшҡыуар, Micromanos Corp. (CEO) һәм Microfinance International Corporation (MFIC; 2012 йылға тиклем) компаниялары нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе[1][2][3][4][5].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ацумаса Тотисако 1953 йылда Японияла Хиросима префектураһының Ономити ҡалаһында тыуған[2]. Бала сағы тәрән фәҡирлектә уҙа[3].

1976 йылда Киото ҡалаһының Досися университетында халыҡ-ара сауҙа һәм коммерция өлкәһендә бакалавр дәрәжәһен ала, АҠШ-тың Джордж Вашингтон университетын тамамлай[2][4]. Тағы ла Мексиканың Гуанахуато университетында (ингл. Universidad de Guanajuato) белем ала[4]. Инглиз, испан һәм япон телдәрендә ирекле аралашҡан[4].

27 йыл дауамында The Bank of Tokyo-Mitsubishi UFJ тигән Токио банкында эшләй[3][4][5], шул иҫәптән 12 йыл буйы Латин Америкалағы (Мексика, Эквадор, Перу һәм Панама илдәрендәге) банктың филиалдарында төрлө вазифалар биләгән[3][4][6]. Мексикала булған саҡта ул илдә фәҡирлектең ныҡ таралыуы яулауына аптыраған[2][3][7], һәм бында алынған тәьҫораттар уның киләсәктәге хеҙмәт юлына йоғонто яһай[3][7]. Банкта эшләгән осорҙа ҙур япон сауҙа компанияларын үҙгәртеп ҡороуҙа, халыҡ-ара синдикат кредиттарын биреүҙә һәм валюта операцияларында ҡатнаша[3][4].

Социаль эшҡыуарлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда Ацумаса Тотисако банктың баш вәкиле вазифаһында банктағы эшен ҡалдыра[4]. Шул уҡ йылды ике ярҙам итеү ойошмаларына — Microfinance International Corporation һәм Micromanos Corp. ойошмаларына нигеҙ һала һәм уларҙың етәксеһе була[4].

Microfinance International Corporation[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вашингтонда урынлашҡан Microfinance International Corporation (MFIC) компанияһының төп маҡсаты булып банк хеҙмәттәре менән ҡулланмаған Латин Америкаһынан килгән эш мигранттары өсөн бәләкәй сығымлы аҡса күсереүҙәр эшен ойоштороу булып торған[2][3][5][6][8]. Һуңыраҡ компания мәнфәғәттәре Азия һәм Европағала таралған[3].

Компания үҙе эшләп сығарған һәм банктарҙы, аҡса күсереү ойошмаларын, мобиль бәйләнеш операторҙарын, электрон киосктарҙы бәйләп тороусы ARIAS системаһын үрләтеү менән шөғөлләнгән[3][8].

Аҡса күсереүҙән башҡа компания микрофинанс ойошмаларға ярҙамсы хеҙмәттәр тәҡдим итә башлағандар: кредит ҡайтарыу мөмкинлегенә баһа биреү, эш башҡарыу, ипотека һәм башҡа продукттарҙы ойоштороу булған[3][8].

Microfinance International Corporation компанияһындағы Тотисаконың эшмәкәрлеге 2007 йылда Ашока фонды менән юғары баһаланған[3].

2008 йылда Ацумаса Тотисакоға премия японских инноваций от Нихон кэйдзай симбун (Nikkei) компанияһының япон инновациялары премияһы бирелә[9].

2009 йылда Тотисако үҙенең ARIAS системаһын Федераль резерв банк менән тоташтырыуға ирешә[6].

Шул уҡ йылда Newsweek япон редакцияһы Microfinance International Corporation компанияһындағы эшмәкәрлеге өсөн Ацумаса Тотисаконы «Донъяла хөрмәткә ҡаҙанған 100 япон» исемлегенә индерә[6].

2012 йылда MFIC үҫеше буйынса менеджмент менән ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килгәс, Ацумаса Тотисако компанияны ташлап китә[1].

Micromanos Corp.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Micromanos Corp. штаб-фатиры АҠШ-та Мэриленд штатының Роквилл ҡалаһында урынлашҡан. Компания мигранттарға эш табыу һәм эш ресурстарын тәҡдим итеү менән шөғөлләнгән[3][5][10].

Компания аутстаффингтың төрлө йүнәлештәрен ҡунаҡхана бизнесында, төҙөлөштә, ваҡлап һатыу сауҙаһында, йәмәғәт туҡланыуында, нәшриәт эшендә һәм дәүләт контрактары сфераһында үҫтерә[10].

Компания шулай уҡ сертификациялы медицина кадрҙарын да тәҡдим итә: шәфҡәт туташтарын, ауырыуҙы бағыусыларҙы һ. б.[10]

Micromanos Corp. компанияһының эшмәкәрлеге уңышлы социаль бизнес булараҡ Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды менән билдәләнгән[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Daniel Isenberg. Myth #3 Entepreneurs Must Be Young // Worthless, Impossible and Stupid: How Contrarian Entrepreneurs Create and Capture Extraordinary Value. — Harvard Business Press, 2013. — 256 с. — P. 42-51. — 256 p. — ISBN 1422186997, 9781422186992.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Microfinance International. Atsumasa Tochisako. (ингл.). Social Entrepreneurship Program of Tokyo Institute of Technology. Tokyo Institute of Technology (2010). Дата обращения: 19 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 ATSUMASA TOCHISAKO (ингл.). Ашока (фонд). Дата обращения: 19 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Executive Profile Atsumasa Tochisako (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 19 май 2015.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Atsumasa Tochisako (ингл.). Фонд Шваба. Дата обращения: 19 май 2015. 2015 йыл 11 октябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Tetsuya Nakano. An ex-Japanese banker's way of doing business with the FRB The second stage of MFIC's 'remittance revolution' (ингл.). Japan Business Press (13 июль 2009). Дата обращения: 19 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 治部 れんげ. ノーベル平和賞で話題のマイクロファイナンス 東京銀行出身者が米国で活躍 「支援ではなくビジネスとして成功すれば普及する」 (яп.). Nikkei (1 ноябрь 2006). Дата обращения: 19 май 2015. 2014 йыл 20 май архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 Company Overview of Microfinance International Corporation (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 19 май 2015.
  9. Seventh Japan Innovators Award – the Grand Prize Goes to Mr. Atsumasa Tochisako for His Microfinance (ингл.). NikkeiBP. Дата обращения: 19 май 2015.
  10. 10,0 10,1 10,2 Company Overview of Micromanos Corp. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 19 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]