Аҡбуҙат (һәйкәл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Аҡбуҙат һәйкәле
Аҡбуҙат һәйкәле
Аҡбуҙат һәйкәле
Ил Рәсәй
Республика Башҡортостан, Өфө
Төҙөлөшө ???—2021 6 июль йылдар
Бейеклеге 5 м

Аҡбуҙатҡа һәйкәл — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында Йылҡысыҡҡан күле буйында урынлашҡан. Башҡорт халҡының эпик хикәйәттәре персонажына тәүге һәйкәл[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге тарафынан тормошҡа ашырылған.

Ул Кәҫле ҡалаһының «Таш билбау» суйын ҡойоу заводында ҡойолған. Һәйкәлдең бейеклеге — биш, ә аттыҡы — 3,5 метр. VI Бөтә донъя фольклориадаһы[2][3] сиктәрендә 2021 йылдың 6 июлендә асыла[4]. «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы менән бер бөтөндө тәшкил итә.

« «Скульптор булыу ҙа аҙ, әгәр ысын ат һүрәтләмәһәң. Аҡбуҙат - меңәр йылдар буйына сәсәндәрҙең шиғри теле менән шымартылған образы. Уны сәнғәттең монументаль төрөнә күсерергә кәрәк ине. Эпосты белмәй тороп, быны нисек эшләргә? Сәсәндәр мифик образды оҫта һүрәтләгән. Композициям тулыһынса эпостарға нигеҙләнгән. Йылан — ҡамсы, Аҡбуҙаттағы эйәр — тәхет, булат ҡылысы — батырлыҡ, фиҙаҡәрлек[5]. Бында һәр атрибут мөһим. Булат ҡылыс Урал батырға һәм уға оҡшаш батырҙарға тәғәйенләнгән, биҙәлеше һәм ҙурлығы буйынса — ул уникаль ҡорал Һәйкәлде төҙөгәндә биҙәү-ҡулланма сәнғәтен дә иҫәпкә алырға кәрәк ине: металл һырлау, күнгә баҫып биҙәк төшөрөү... Быларҙың барыһы ла борон-борондан башҡорттарҙың көнкүрешендә айырым урын биләгән. Бөгөн беҙ уларҙы файҙаланмайбыҙ ғына. Ә эпоста улар күрһәтелгән! »

, — ти Өлфәт Ҡобағошов[6].

«Аҡбуҙат һәйкәле — ҙур һәм бик мөһим объект, ул төҙөлөп ятҡан музей менән берҙәм туристик комплексҡа әүереләсәк. Ул шулай уҡ мәмерйәне ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙә ярҙам итәсәк, сөнки мәмерйәне, уның палеолит осорондағы һүрәттәрен боронғо тарих, халыҡ риүәйәттәре һәм эпостары менән бәйләй. Аҡбуҙат — башҡорттарҙың боронғо килеп сығышын иҫбатлаусы образ. Икенсе яҡтан, был объект туристарҙың йәлеп итеүсәнлеген арттырасаҡ, уның менән бергә төбәктең мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу ҙа арттырасаҡ», — тине асыу тантанаһында Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин[7].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]