Башинформсвязь
ПАО «Башинформсвязь» | |
Файл:Bashtel.gif | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Листинг на бирже | |
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Долгоаршинных Марат Гайнуллович |
Тармаҡ |
Электроэлемтә |
Продукция |
Элемтә хеҙмәттәре |
Әйләнеш |
▲ 6,168 млрд һум (2012 йыл) |
Килем |
▲ 987,4 млн һум (2012 йыл) |
Материнская компания |
Ростелеком |
Аудитор |
BDO International |
Сайт | |
«Башинформсвязь»— Рәсәй телекоммуникацион компанияһы. Тулы исеме -«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Штаб-фатиры Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башинформсвязь» йәмғиәте 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм мәғлүмәт дәүләт предприятиеһын акционерлаштырыу һѳҙѳмтәһендә барлыҡҡа килә[1].
1993 йылда компания — NMT-450 стандартында, 1998 йылдан — Европа һәм Азияла файҙаланылған GSM#900/1800 МГц ҡалыбында, ә 2000 йылдан — CDMA технологияһы нигеҙендә кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин итә[1].
2004 йылда «Башинформсвязь» ADSL технологияһы буйынса Интернет менән файҙаланыу хеҙмәте күрһәтә башлай[1].
2009 йылда йәмғиәт «Сотовая связь Башкортостана» (Сотел ССБ) асыҡ акционерҙар компанияһының 98,77 процент акцияһын[2], ә 2016 йылда Һамар өлкәһендәге «АИСТ компанияһы» тѳбәк операторын һатып ала[3].
Милекселәр һәм етәкселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Компанияның берҙән-бер акционеры — «Ростелеком» йәмғиәте[4].
Генераль директоры — Марат Долгоаршинных[5].
Директорҙар советы рәйесе — Дмитрий Проскура[6].
Эшмәкәрлек күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башинформсвязь» — Башҡортостандың иң эре телекоммуникацион операторы. Республикала телефон бәйләнешенең 93 процентын һәм Интернет менән файҙаланыуҙың 78 процентен контролдә тота[7].
2011 йылдың март аҙағына компанияның абонент базаһы урындағы телефон бәйләнешенең 1 млн, юғары тиҙлекле Интернеттың — 251 мең , IPTV-телевидениеның — 32 мең, кабелле телевидениеның 84 мең абонентын үҙ эсенә ала[8][9].
2010—2012 йылдарҙағы тѳп финанс күрһәткестәре[10]:
2012 йыл | 2011 йыл | 2010 йыл | |
---|---|---|---|
Килем, мең. һум. | 6 168 284 | 5 873 535 | 5 596 837 |
EBITDA, мең. һум. | 2 603 663 | 2 069 515 | 1 949 410 |
Таҙа килем, мең. һум. | 987 444 | 700 180 | 719 958 |
1.Белорет район-ара электр элемтәһе узелы Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет МУЭС-ы Адресы: 453500, Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 41.
- Асҡар район элемтәһе узелы
- Иҫке Собханғол район элемтәһе узелы
- Учалы район элемтәһе узелы
- Межгорье ҡала элемтәһе узелы
2. Бѳрѳ район-ара электр элемтәһе узелы .
Ҡыҫҡаса исем: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Бѳрѳ МУЭС-ы Адресы: 452320, Бѳрѳ ҡалаһы, Октябрь майҙаны, 3.
- Асҡын район элемтәһе узелы
- Борай район элемтәһе узелы
- Үрге Тәтешле район элемтәһе узелы
- Ҡараиҙел район элемтәһе узелы
- Мишкә район элемтәһе узелы
- Иҫке Балтас район элемтәһе узелы
- Нефтекама район элемтәһе узелы
- Калтасы район элемтәһе узелы
- Николо–Березовска район элемтәһе узелы
- Яңауыл район элемтәһе узелы
- Агиҙел цехы
- Дүртѳйлѳ район элемтәһе узелы
- Үрге Йәркәй район элемтәһе узелы
3. Мәләүез район-ара электр элемтәһе узелы Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәләүез МУЭС-ы Адресы: 453850, Мелеүез ҡалаһы, Воровской урамы, 2.
- Ермолаевский РУС
- Иҫәнғол электр элемтәһе узелы
- Кумертау электр элемтәһе узелы
- Мораҡ электр элемтәһе узелы
4. Мәсәғүт район-ара электр элемтәһе узелы Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәсәғүт МУЭС-ы Адресы: 452530, Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 24.
- Боло Устьикин электр элемтәһе узелы
- Үрге Ҡыйғы электр элемтәһе узелы
- Малаяҙ электр элемтәһе узелы
- Яңы Балаҡатай электр элемтәһе узелы
5. Сибай район-ара электр элемтәһе узелы Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай МУЭС-ы
Адресы: 453640, Сибай ҡалаһы, Горький урамы, 53а.
- Акъяр район элемтәһе узелы
- Баймаҡ район элемтәһе узелы
- Йылайыр район элемтәһе узелы
6. Стәрлетамаҡ район-ара электр элемтәһе узелы Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ МУЭС-ы Адресы: 453125, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Коммунистик урамы, 30
- Ишимбай район элемтәһе узелы
- Стәрлебаш район элемтәһе узелы
- Талбазы район элемтәһе узелы
- Федоровка район элемтәһе узелы
- Салауат ҡала элемтәһе узелы
Красноусол район элемтәһе узелы
7. Туймазы район-ара электр элемтәһе узелы Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Туймазы МУЭС-ы Адресы: 452750, Туймазы ҡалаһы, Чехов урамы, 1б.
- Баҡалы район элемтәһе узелы
- Бүздәк район элемтәһе узелы
- Шаран район элемтәһе узелы
- Языкова район элемтәһе узелы
- Бәләбәй район элемтәһе узелы
- Бишбүләк район элемтәһе узелы
- Дәүләкән район элемтәһе узелы
- Йәрмәкәй район элемтәһе узелы
- Ҡырғыҙ-Миәкә район элемтәһе узелы
- Раевка район элемтәһе узелы
- Октябрь ҡала элемтәһе узелы
- Саҡмағош район элемтәһе узелы
8. Техник эксплуатациялау үҙәге Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник эксплуатациялау үҙәге. Адресы: 450000, Ѳфѳ ҡалаһы, Ленин урамы, 30
- Благовещен район элемтәһе узелы
- Иглин район элемтәһе узелы
- Ҡырмыҫҡалы район элемтәһе узелы
- Кушнаренко район элемтәһе узелы
- Шишмә район элемтәһе узелы
- Архангель район элемтәһе узелы
- Красногорск район элемтәһе узелы
9. «Связист» шифахана-профилакторий
Ҡыҫҡаса исеме: «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Связист» шифахана-профилакторийы
Адресы: 450018, Ѳфѳ ҡалаһы, Элеватор урамы, 10/1.
Монополияға ҡаршы закондарҙы боҙоу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 25 мартында Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте «Башинформсвязь» йәмғиәтен монополияға ҡаршы законды боҙған тип таба. Компания клиенттарға үҙҙәренә килемле булған юл менән трафиктарҙы ебәреү тәртибен кѳсләп таға һәм нигеҙһеҙ рәүештә «СЦС Совинтел» тѳбәк бәйләнеше селтәрен «Башинформсвязь» урындағы һәм тѳбәк телефон бәйләнешенә ҡушылыу килешеүен тѳҙѳүҙән баш тарта. [11].
2011 йылдың июлендә Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте «Башинформсвязь» йәмғиәтен «Конкуренцияны яҡлау тураһында»ғы федераль закондың 10-сы стаьяһын боҙған тип һығымта яһай, сѳнки баҙарҙа ѳҫтѳнлѳк алып барыусылар бер үк тауарға үҙ белдеге менән тѳрлѳ хаҡ ҡуя алмай[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Страницы истории 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. // bashtel.ru
- ↑ Годовой отчёт ОАО «Башинформсвязь» за 2009 год 2018 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Сильный привлекательный Аист приглянулся Ростелекому 2019 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ «Ростелеком» завершил консолидацию 100 % акций «Башинформсвязи» 2018 йыл 29 июнь архивланған.
- ↑ «Башинформсвязь» сменила топ-менеджера // Коммерсантъ (Уфа), № 101 (4639), 07.06.2011
- ↑ «Башинформсвязь» попрощалась с независимостью // Коммерсантъ (Уфа), № 160 (4698), 30.08.2011
- ↑ Башкиры, татары, Интернет 2018 йыл 6 май архивланған. // fincake.ru
- ↑ «Ростелеком» предложил оферту акционерам «Башинформсвязи» // Коммерсантъ (Уфа), № 128 (4666), 15.07.2011
- ↑ Башинформсвязь: последние из телекомов 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Годовой отчёт за 2012 год 2018 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ «Башинформсвязь» злоупотребила положением на рынке // Коммерсантъ (Уфа), № 43 (4581), 15.03.2011
- ↑ Решение без разницы // Коммерсантъ (Уфа), № 126 (4664), 13.07.2011