Башҡортостан күлдәре
Башҡортостан күлдәре — Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендәге барлыҡ күлдәр.
Дөйөм ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда 2200-ҙән ашыу ҙур һәм бәләкәй күл бар[1]. Уларҙың күпселеге (75 %) көнбайыштағы тигеҙлектәрҙә урынлашҡан. 700 күл һыубаҫар туғайҙарҙа эрозия һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Урынлашҡан урыны буйынса мәғлүмәттәр:
- Ағиҙел йылғаһы бассейнында — 73 % тирәһе;
- Дим йылғаһы бассейнында — 12 %;
- Ыҡ йылғаһы бассейнында — 8 %;
- Ҡариҙел йылғаһы бассейнында — 7 %
Иң ҙур күлдәр Урал алдындағы тигеҙлектәрҙә ята: Асылыкүл, Ҡандракүл (карст сығышлы), Аҡкүл, Яланкүл һәм башҡалар.
Урал аръяғындағы Башҡортостан күлдәре: Өргөн, Оло Учалы, Ҡарағайкүл, Оҙонгүл, Яҡтыкүл, Суртанды, Сыбаркүл, Атауҙы (күл), Күлтабан, Мулдаҡкүл, Талҡаҫ һәм башҡалар (тектоник сығышлы).
Улар араһынан Аҡкүл — ағын күл, Атауҙы, Мулдаҡкүл, Күлтабан тымыҡ күлдәргә инә.
Ҡалған бөтә күлдәр даими һәм ваҡыт-ваҡыт килеп торған ағымдарҙан яһалған.
Башҡортостан күлдәренең күбеһе эвтроф, йәғни биоген элементтарға бай булып, биологик продукция етештереүсәнлеге юғары. Яҡтыкүл - олиготроф күл (биоген элементтарға ярлы).
Аҡкүл, Ҡандракүл, Ҡарағайкүл, Ҡыйышҡы, Мулдаҡкүл, Саруа күле, Сосновое, Татыш, Туғарһалған, Упҡанкүл (Асҡын районы), Упҡанкүл (Нуриман районы), Өргөн, Шәмсетдин, Шөңгәккүл Башҡортостандың һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлегенә тәбиғәт ҡомартҡылары булып ингән.
Асылыкүл эргәһендә «Асылыкүл тәбиғәт паркы» төҙөлгән[2].
Иң ҙур күлдәрҙең һүрәтләмәһе[3]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы | Өҫкө йөҙөнөң майҙаны (км²) | Һыу йыйылыу майҙаны (км²) | Һыу кимәленең абсолют күрһәткесе (м) | Күләме (млн. м³) | Уртаса тәрәнлеге (м) | Иң тәрән урыны (м) | Оҙонлоғо (км) | Уртаса киңлеге (км) | Яр һыҙатының оҙонлоғо (км) |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Асылыкүл | 23,5 | 106,0 | 204,0 | 119,0 | 5,1 | 8,0 | 7,1 | 3,31 | 20,5 |
Ҡандракүл | 15,6 | 67,1 | 164,0 | 112,7 | 7,2 | 15,6 | 6,5 | 3,38 | 17,2 |
Сыбаркүл (Әбйәлил районы) | 10,0 | 369,0 | 381,0 | 20,4 | 2,0 | 3,5 | 5,1 | 1,96 | 15,4 |
Өргөн | 9,2 | 39,1 | 514,0 | 47,6 | 5,2 | 7,7 | 4,4 | 1,89 | 15,2 |
Аҡкүл | 8,8 | ағын | 101,0 | 34,5 | 3,9 | 11,0 | 6,1 | 1,43 | 15,8 |
Атауҙы | 8,3 | 69,8 | 406,0 | 28,6 | 3,4 | 6,5 | 4,0 | 2,08 | 12,2 |
Яҡтыкүл | 7,7 | 43,9 | 438,0 | 81,7 | 10,6 | 28,0 | 4,0 | 1,89 | 11,2 |
Суртанды | 7,4 | 57,8 | 407,0 | 90,7 | 2,8 | 4,0 | 4,6 | 1,61 | 11,4 |
Күлтабан | 7,2 | 88,5 | 371,3 | 30,2 | 4,2 | 5,1 | 3,2 | 2,18 | 11,0 |
Мулдаҡкүл | 6,2 | 49,6 | 406,0 | 13,1 | 2,1 | 2,5 | 3,1 | 2,00 | 8,7 |
Оҙонкүл | 4,6 | 36,5 | 498,0 | 9,2 | 2,0 | 4,1 | 4,5 | 1,21 | 11,5 |
Талҡаҫ | 4,2 | 25,6 | 548,5 | 18,9 | 4,5 | 12,0 | 4,0 | 0,99 | 9,3 |
Ҡарағайкүл | 3,8 | 22,0 | 518,0 | 12,0 | 3,2 | 4,0 | 2,4 | 1,51 | 8,1 |
Оло Учалы (күл) | 3,1 | 23,5 | 511,0 | 8,0 | 3,3 | 5,5 | 3,0 | 1,11 | 8,3 |
Ҡарабалыҡты | 2,6 | 18,3 | 421,0 | 9,1 | 3,5 | 6,0 | 2,1 | 1,23 | 6,2 |
Миһеле | 2,6 | 12,0 | 510,0 | 9,4 | 3,6 | 5,3 | 1,5 | 1,68 | 4,6 |
Сабаҡты | 2,4 | 9,6 | 437,0 | 7,2 | 2,9 | 6,0 | 2,3 | 2,37 | 5,8 |
Көньяҡ Үләнде | 2,3 | 13,1 | 422,0 | 6,4 | 1,7 | 2,3 | 2,3 | 1,00 | 5,0 |
Төньяҡ Үләнде | 2,2 | 6,4 | 413,0 | 4,8 | 2,2 | 3,5 | 2,2 | 1,00 | 5,6 |
Ҡалҡан (күл) | 1,8 | 9,0 | 511,5 | 5,1 | 2,9 | 4,7 | 2,6 | 0,65 | 7,8 |
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күләме, өҫкө майҙаны буйынса Башҡортостанда иң ҙур күл — Асылыкүл. Күлдең оҙонлоғо — 7,1, киңлеге — 3,3 км. Уртаса тәрәнлеге — 5,3 м.
- Башҡоростанда иң тәрән күл — Яҡтыкүл. Тәрәнлеге 28 метрға етә. Уртаса тәрәнлеге — 11 метр[4].
- Башҡортостанда иң тоҙло күл - Мулдаҡкүл [5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа, 2007. 276 с.
- Балков В. А. Водные ресурсы Башкирии. Уфа, 1978.
- Гареев А. М. Реки, озёра и болотные комплексы Республики Башкортостан. Уфа, 2012.
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с.
- Черняева Л. Е. и др. Гидрология озёр. Л., 1977.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гәрәев Ә. М. Күлдәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Гәрәев Ә. М., Хәйретдинов С. С., Япаров И. М. Асылыкүл тәбиғи паркы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Өҫкө йөҙөнөң майҙаны 1 км² ҙурыраҡтары
- ↑ Водоёмы Башкортостана — Рыболовный магазин «Дельфин» — г. Уфа 2017 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Гареев А. М. Мулдаккуль.// Статья в Башкирской энциклопедии 2017 йыл 1 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гареев А. М. Озёра.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 447. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- http://www.priroda-rb.info/ozera.html 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
- https://belkamfish.com/stati/naimushin/5.htm 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
- http://www.bashkiriya.com/index.php?m=4&id=26 2013 йыл 11 ноябрь архивланған.
- http://102ozera.ru/ 2016 йыл 15 ноябрь архивланған.