Бойҙай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бойҙай
Triticum aestivum
Йомшаҡ бойҙай (Triticum aestivum), Triticum
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Triticum L., 1753

Синонимдар
Төр өлгөһө
Секции
Ареал
изображение
Барлыҡҡа килеү ареалы һәм үҫтереү

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  42236
NCBI  4564
GRIN  g:12442
IPNI  19220

Бойҙай (лат. Tríticum) —ҡыяҡлылар (Poaceae) ғаиләһенән бер йыллыҡ үлән-үҫемлек, күп илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә күпләп сәселгән иген культураһы. Бойҙай — бик боронғо культуралы үҫемлек. Иң мөһим иген культураһы. Уны 10 мең йылдан ашыу үҫтерәләр. Бойҙай бөртөктәрен кешенең тәүге йәшәгән урындарын ҡаҙығанда һәр ваҡыт табалар. Египет фирғәүендәренең пирамидаларында ла хәҙерге бойҙайға оҡшаған бойҙай бөртөктәрен тапҡандар.

Бойҙайҙан етештерелгән он икмәк бешереүгә, макарон һәм кондитер изделиеларын етештереүгә китә. Байҙай мал аҙығы булараҡ та ҡулланыла, һыра һәм араҡы етештереү рецептарына инә.

Ботаник тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 40-150 см-ға етә. Һабағы — һалам. Унда быуындар яҡшы күренеп тора.

Бер үҫемлектән- 2—4-тән алып 12-гә тиклем һәм унан да күберәк һабаҡ үҫеп сыға.

Япраҡ еңсәләре яҡшы үҫешкән, төбөнә тиклем бүлгеләнгән, осо элмәкле. Телсәһе 0,5—2 (3) мм оҙонлоҡта, ярыла, ғәҙеттә яланғас.

Бойҙайҙың япраҡтары тар (3—15 (20) мм киңлектә), оҙон, параллель һеңерсәле.

Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Ул күп һандағы башаҡсаларҙан тора. һәр башаҡтың үҙәгендә ике башаҡ ҡабығы, ә улар араһында 2-нән 7-гә тиклем сәскә була.

Бойҙай сәҫкәһе ҡыяҡлылар сәскәһенә хас төҙөлөшлө: унда 2 сәскә ҡабығы, 2 сәскә ярыһы, 3 һеркәс, ике емешлек ауыҙы булған бер емешлек бар.

Бойҙайҙың ябыҡ сәскәләре үҙ-үҙенән һеркәләнә. Емеше — бөртөксә.

Ер шарында бойҙайҙың 20-нән ашыу төрө иҫәпләнә. Һәр төрҙөң күп төрлө сорттары бар. Күпселек бойҙай төрҙәренең туған ере — Казказ аръяғы илдәре.

Бойҙайҙың иң әһәмиәтлеләре һәм беҙҙең илдә үҫтерелгәндәре ике төр: ҡаты бойҙай менән йомшаҡ бойҙай.

Ҡаты бойҙайҙың эндоспермы тығыҙ була. Әгәр уны киҫһәң, ул быяла һымаҡ ялтырап тора. Ҡаты бойҙайҙы иртә яҙ сәсәләр. Ул тупраҡҡа һәм климатҡа бик талапсан. Шуға күрә Рәсәйҙә ҡаты бойҙайҙы күбеһенсә көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ күп, тупраҡ уңдырышлы булған ерҙәрҙә үҫтерәләр.

Ҡаты бойҙай бөртөгө эндоспермының сирек өлөшө тиерлек аҡһымдан тора, ул елемсә тип атала. Елемсәнең күп булыуы икмәк бешереүҙә, бигерәк тә макарон эшләгәндә бик юғары баһалана. Юғары сортлы аҡ икмәкте, бойҙай һәм манный ярмаһын, макарон аҙыҡтарын ҡаты бойҙай ононан әҙерләйҙәр.

Йомшаҡ бойҙай бөртөктәренең кәүшәк, онло эндоспермы аҡһымға ярлыраҡ. Йомшаҡ бойҙай тупраҡҡа һәм йылылыҡҡа артыҡ талапсан түгел. Уны бөтә ерҙә лә үҫтерәләр. Ул икмәк бешереү, кондитер аҙыҡтары әҙерләү өсөн ҡулланыла.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырыу 5 секцияға бүленә[4], уларға 20-гә яҡын төр инә[5][6], шулай уҡ бында 10 гибрид (уларҙың 7-һе ырыу эсендәге һәм 3-сө ырыу-ара гибрид) иҫәпләнә)[7][6]:

  • Секция Monococcon Dum
    Triticum boeoticum Boiss — Пшеница беотийская — Беотий бойҙайы
    Triticum monococcum L. — Пшеница однозернянка — Бер бөртөклө бойҙай
    Triticum urartu Thumanjan ex Gandilyan — Пшеница Урарту — Урарту бойҙайы
  • Секция Dicoccoides Flaksb.
    Triticum aethiopicum Jakubz. — Пшеница эфиопская —
    Triticum carthlicum Nevski — Пшеница карталинская —
    Triticum dicoccoides (Körn. ex Asch. & Graebn.) Schweinf — Пшеница двузернянковидная
    Triticum dicoccum Schrank — Двузернянка или Полба или Полуполба —
    Triticum durum Desf. — Пшеница твёрдая
    Triticum polonicum L. — Пшеница польская
    Triticum turanicum Jakubz. — Пшеница туранская
    Triticum turgidum L. — Пшеница тучная|Пшеница английская
  • Секция Triticum
    Triticum aestivum L. [3]— Пшеница мягкая
    Triticum compactum Host — Пшеница плотноколосая
    Triticum macha Dekapr. & Menabde — Пшеница маха
    Triticum spelta L.— Полба - Пшеница спельта
    Triticum sphaerococcum Percival — Пшеница шарозёрная
  • Секция Timopheevii A.Filat & Dorof.
    Triticum araraticum Якубцинер Моисей Маркович Jakubz — Пшеница араратская — иногда рассматривается как подвид пшеницы Тимофеева под названием Triticum timopheevii araraticum
    Triticum timopheevii Zhuk. — Пшеница Тимофеева
  • Секция Compositum N.Gontsch.
    Triticum flaksbergeri Navr. — Пшеница Фляксбергера[4]
    Triticum kiharae Dorof. & Migush. — Пшеница Кихара
  • Гибридтар
    Triticum ×borisovii Zhebrak (1944) — Пшеница Борисова = Triticum aestivum L. × Triticum timopheevii (Zhuk.) Zhuk.
    Triticum ×dimococcum E.Schiem. & Staudt (1956) = Triticum dicoccon (Schrank) Schübl. × Triticum monococcum L.
    Triticum ×duelongatum Poleva (1995) = Elymus elongatus (Host) Runemark × Triticum durum|Desf.
    Triticum ×duromedium Lubimova (1993) = Elymus hispidus| (Opiz) Melderis × Triticum durum|Desf.
    Triticum ×edwardii Zhebrak (1944) — Пшеница Эдварда = Triticum durum|Desf. × Triticum monococcum L.
    Triticum ×fungicidum Zhuk. (1944) — Пшеница грибобойная = Triticum carthlicum|Nevski × Triticum timopheevii](Zhuk.)
    Triticum ×soveticum Zhebrak ex Thone (1944)|Пшеница советская = Triticum durum Desf. × Triticum timopheevii|(Zhuk.) Zhuk.[7]
    Triticum ×teres H.R.Jiang & X.X.Kong (1986)}} Aegilops tauschii. Coss. × Triticum urartu|Thumanjan]] ex Gandilyan]
    Triticum ×timococcum Kostov (1936) = Triticum monococcum L. × Triticum timopheevii|(Zhuk.) Zhuk.
    Triticum ×turgidovillosumм Tschermak (1930) Triticum durum. Desf. × Triticum turgidum L.
Бойҙай төрҙәре.

Агротехникаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә ужым бойҙайы һәм яҙғы бойҙай үҫтерәләр. Яҙғы бойҙайҙы иртә яҙ сәсәләр. Йәй буйына ул өлгөрөп етә һәм уңыш бирә.

Яҙғы бойҙайы өсөн уртаса тәүлек температураһы 13°С булыуы мөһим. Вегетация осоро 75-100 тәүлеккә һуҙыла.

Ужым бойҙайын көҙ сәсәләр. Тиҙҙән шытымдар сыға, бойҙай төп йәйә һәм ҡар аҫтында ҡышлай. Яҙ ул үҫеүен дауам итә һәм йәй аҙағында өлгөрә.

Яҙғы бойҙайға ҡарағанда юғарыраҡ уңыш бирә һәм иртәрәк өлгөрә.

Ҡышҡы шарттарға яраҡлаштырылған һәм ҡоролоҡҡа сыҙам булған ужым бойҙайын үҫтергәндә уртаса тәүлек температураһы 21° С булыуы мөһим. Вегетация осоро көҙөн 45-50 тәүлек, яҙын 75-100 тәүлек.

Бойҙайҙан юғары уңыш алыу өсөн уны үҫтереү агротехникаһын теүәл үтәү мөһим. Уны үҫтереү өсөн уңдырышлы тупраҡ, сүпһеҙ баҫыу кәрәк.

Арыштан айырмалы булараҡ, бойҙай ҡара тупраҡта яҡшыраҡ үҫә. Тупраҡты яҡшы итеп эшкәртеп, тейешле миҡдарҙа органик һәм минераль ашламалар индерергә кәрәк.

Үҙ ваҡытында юғары сифатлы районлаштырылған орлоҡтар сәселә. Сәсеүлекте тәрбиәләп тоталар, рәт араларын йомшартыу менән бергә өҫтәмә туҡландыралар.

Ҡый үләндәрен һәм зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итәләр. Ҡоролоҡло ерҙәрҙә яһалма һуғарыу үткәрәләр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. Watson L., Dallwitz M. J. Triticum L. (ингл.). The grass genera of the world: descriptions, illustrations, identification, and information retrieval; including synonyms, morphology, anatomy, physiology, phytochemistry, cytology, classification, pathogens, world and local distribution, and references. Institute of Botany, Chinese Academy of Sciences (23 апрель 2010). Дата обращения: 14 декабрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2012 йыл 15 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Triticum L. (инг.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Гончаров, 2008
  5. Triticum (инг.) Берләшкән таксономик мәғлүмәт хеҙмәте (ITIS) буйынса.
  6. 6,0 6,1 The Plant List, 2010
  7. 7,0 7,1 Цвелев, 1976, с. 160

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Triticum
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «Бойҙай» мәҡәләһе бар