Иген культуралары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Wheat close-up.JPG
Бойҙай — иң мөһим иген культураһы— Бойҙай (Triticum aestivum)

Бөртөклөләр, бөртөклө күльтуралар, иген культуралары — иген, төп туҡланыу ризығы, бик күп сәнәғәт тариаҡтапы өсөн сеймал һәм ауыл хужалығы хайуандары өсөн аҙыҡ бирә торған кеше хужалыҡ эшмәкәрлегендә игелә торған үҫемлектәр төркөмө[1]. Хәҙерге заманда игелә торған бөртөклө культуралар дүрт ботаник ғаиләгә бүленә: ҡыяҡлылар, ҡарабойҙай һымаҡтар, амарант һымаҡтариген бөртөклө культуралары; бынан тыш ҡуҙаҡлы иген культуралары.

Был культураларҙың орлоҡтары аҙыҡ-түлек һәм мал аҙығы булараҡ әһәмиәтле, он тартыу, ярма ярыу, ҡатнаш аҙыҡ сәнәғәте өсөн сеймал булып тора. Икмәк бешереүҙә, макорон һәм кондитер әйберҙәр, аҙыҡ концентраттары, консервалар, шулай уҡ сәнәғәттең һыра ҡайнатыу һәм спирт етештереү тармағында ҡулланыла.

Бөртөкло культуралар шартлы рәүештә бер нисәгә бүленә: икмәк культуралары – арыш, бойҙай; мал аҙығы – арпа, һоло, кукуруз, сорго һәм башҡалар; ҡуҙаҡлыларборсаҡ, нут, соя, фасоль һәм башҡалар; ярма культуралары – ҡарабойҙай, тары һәм башҡалар.

Бөтә төр ҡыяҡлыларҙың да тамыр системаһы суҡ һымаҡ, һабаҡтары эре ҡыуашлы төйөнләнештәр менән бүленгән. Арыш, бойҙай, арпа, һоло йылыға артыҡ талапсан түгел, улар шытып сыҡҡанда бер нисә ваҡ тамыр (корешок) барлыҡҡа килә. Кукуруз, ҡарабойҙай, тары сорго йылыға талапсан, уларға бер генә төп яһала. Сәскә төркөмөнә ҡарап башаҡлыларға(арыш, бойҙай, арпа) һәм һепертке башлыларға (һоло, тары, сорго) айырыла.

Үҫеш һәм вегетация осоро дауымлылығына ҡарап бөртөклө күлтуралар ужым һәм һабан культураларына бүленә.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Зерновые культуры — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание)