Һоло (урыҫ. Овёс посевно́й, Овёс кормово́й, Овёс обыкнове́нный, лат. Avéna sátiva) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50-170 см-ға етә. Июнь-июль айҙарында сәскә ата, июль-сентябрҙә һоло бөртөктәре өлгөрә. Аҙыҡ һәм малға ашатыу өсөн сәсеп үҫтерелә торған ауыл хужалығы культураһы.
Һолоноң тыуған яғы — Монголия һәм Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығыш провинцияһы. Ауыл хужалығы культураһы булараҡ бөтә донъяға таралған.
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
- Рожевиц Р. Ю. Род 132. Овёс — Avena // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин — М.—Л.:Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 267—268. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз. (урыҫ.)