Бөйөк Әкбәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Әкбәр I
جلال الدین محمد اکبر
Бөйөк Әкбәр I
Һиндостан батшаһы
1556 — 1605
Алдан килеүсе: Һумаюн
Дауамсы: Йыһангир
 
Дине: Ислам
Тыуған: 14 октябрь 1542({{padleft:1542|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Амаракот, Синд, Пакистан
Үлгән: 17 октябрь 1605({{padleft:1605|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (63 йәш)
Агра, Һиндостан
Ерләнгән: Сикандрҙығы Әкбәр мавзолейы
Нәҫел: Бөйөк моголдар
Атаһы: Һумаюн
Әсәһе: Хамида Бану Бегум[d]
Ҡатыны: 36 ҡатын
Балалары: 3 улы: Йыһангир, Морат һәм Даниял, 6 ҡыҙы.
Әкбәр идара иткән дәүләт сиктәре

Әкбәр, Жәләл-әд-Дин Мөхәммәт (Бөйөк Әкбәр) (14 октябрь 1542 йыл17 октябрь 1605 йыл) — Бөйөк Моголдар, тимериҙәр династияһынан килгән өсөнсө батша, Бабурҙың ейәне, Аҡһаҡ Тимерҙең тура тоҡомо. Әкбәр Могол династияһы ҡеүәтен арттырған, яулап алыуҙар менән дәүләт сиктәрен ныҡ киңәйткән.

Бала сағы һәм тәхеткә килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Әкбәр 1542 йылдың 14 октябрендә (4 рәжәп 949 һижрә йылы) Синдтағы раджпут ҡәлғәһе Умеркотта (хәҙерге Пакистан провинцияһы) тыуған. Атаһы Һумаюн батша, ә әсәһе — Хәмиҙә Баныу Бегум (Banu Hamida Begum), шиғый шәйех Али Әкбәр Жәми ҡыҙы булған. Һумаюн Ҡабулды яулап алғандан һуң уға яңы исем - Ялалаутдин (Джалалуддин) Мөхәммәт Әкбәр Һумаюн ҡушаматы бирәләр.

Чауста Шер-шаһтан (1539) һәм Канауджда (1540) еңелгәндән һуң Һумаюн Делиҙан ҡасып сығып китә һәм сәфәүи шаһына барып һыйына. 1551 йылдың ноябрендә Джаландхарҙа Әкбәр үҙенең ике туған һеңлеһе Руҡийа Султан-бегумға (Ruqaiya Sultan Begum) өйләнә[1]. Принцесса Руҡийа уның Әбү Насир Мөхәммәт Хиндал мырҙа тигән бабаһының берҙән-бер ҡыҙы һәм өлкән ҡатыны дәрәжәһендә була.

Шер-шахһтың улы Ислам-шаһ үлеп ҡалғас, Һумаюн 1555 йылда Делиҙы яңынан яулап алыуға өлгәшә. Бер нисә айҙан Һумаюн вафат була һәм Әкбәрҙе аҫрауға алған Байрам ханға батшаның үлемен йәшерергә тура килә, ул Әкбәрҙе тәхеткә ултыртырға әҙерләй. 1556 йылдың 14 февралендә 13 йәшлек Әкбәр шаһиншаһ (фарсыса "шаһтар шаһы") тип иғлан ителә [2][3]. Әкбәр балиғ булғанса илгә регент Байрам-хан идара итә[4][5].

Taрихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкбәр төрбәһе, Сикандра, Агра

Әкбәрҙең атаһы Һумаюн 1540 йылдағы һуғышта Шер-Шаһтан еңелә.

Еңелгәндән һуң фарсы шаһы яғына ҡасырға мәжбүр була.

Шер-Шаһ улы Ислам шаһ үлгәндән һуң Һумаюн Дели ҡалаһына кире ҡайта.

Һумаюндың вафатынан һуң Байрам хан йәш Әкбәрҙе алып тәрбиәләй һәм илгә регент булараҡ идара итә.

1556 йылда Әкбәр шаһиншаһ (шаһтарҙың шаһы - император) итеп иғлан ителә.

1556 йылда тәхеткә ултырып, дүрт йыл үткәс Әкбәр Байрам ханды ҡыуып ебәрә.

1556 йылда Хем исемле һинд батшаһын еңә.

Ике тиҫтә йыл эсендә күп дәүләттәрҙе яулап ала.

1605 йылда Әкбәр дизентерия менән ауырып баҡыйлыҡҡа күсә.

Агра ҡалаһында ерләнгән.

Яулап алыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкбәр батшалыҡ итә башлағанда Бөйөк Моғолдар биләмәләре Агра һәм Дели тирәләй, Пенджабтың көнсығыш өлөшө һәм Афғанстандағы Ҡабул тирәһе генә була. XVII быуат башына иһә тотош Төньяҡ Һиндостан һәм башҡа ҡайһы бер өлкәләр буйһондорола. Ҙур өлөшө Акбар батшалыҡ итеүҙең тәүге яртыһында яуланған. Мальвала һәм Гуджараттағы солтанлыҡтар, Бенгалиялағы, Синд һәм Кашмирҙағы мосолман дәүләттәре баҫып алына. Раджпут кенәзлектәре лә ҡушыла, уларҙың юғары ҡатламын Әкбәр үҙ хакимиәтендә вазифалар биреп, вассалдары яһай. Фарсыларҙан Ҡандағар ҡайтарып алына, һәм, шулай итеп, бөтә Көнсығыш Афғанстан Моғолдар ҡулы аҫтында булып сыға. Әкбәр шуғаса мең ярым самаһы йыл бойондороҡһоҙ дәүләт булып торған декан Әхмәтнәһәр солтанлығынан төньяҡ өлөшө биләмәләрен тартып ала тартып ала һәм Ориссаны буйһондора. Бигерәк тә Бенгалиялағы Гуджарат солтанлығы ҡушылыу ҙур әһәмиәткә эйә була, сөнки ул төбәк бай, һөнәрселектең алға китеүе, диңгеҙҙәрҙә йәнле сауҙа алып барыуы менән айырылып торған [6].

Әкбәрҙең туғыҙ хазинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкбәр I хакимлыҡ иткән осорҙоң икенсе яртыһы мәҙәниәт, цивилизация, ғилем һәм сәнғәт үҫешенә бағышлана. Был уның ғына түгел, вәзирҙәренең дә тырышлығы емеше. Ошо вәзирҙәре айҡанлы Әкбәрҙең хөкүмәте "туғыҙ хазина" ( һиндсә - Наваратнас) тигән атама менән Һиндостан тарихында ҡала. Бына уларҙың исемдәре [7] :


Дәрәжәһе, исеме, ҡушаматы Ғүмер йылдары Вазифаһы
1 Шәйех Әбилфазыл Аллами 1551-1602 Баш вәзир
2 Раджа Тодар Мал т.й.б.-1589 Финанс министры
3 Тансен Миян 1506-1589 Мәҙәниәт министры
4 Раджа Бирбал 1528-1586 Тышҡы эштәр министры
5 Шәйех Әбилфәйез Фәйези 1547-1595 Белем биреү министры
6 Раджа I Ман Сингх 1550-1614 Моғол ғәскәренең штаб башлығы
7 Ханзада Әбдерәхим Хан-е-Хана 1556-1627 Оборона министры
8 Мулла До-Фияза 1582-1620 Эске эштәр министры
9 Шәйех Ғазиуддин Баҡыр] т.й.б.-ү.й.б. Дин эштәре министры

Реформалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Әкбәр үткәргән реформаларҙың маҡсаты - бөтә халыҡтарға ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ йәшәүҙәрен тәьмин иткән үҙәкләштерелгән дәүләт төҙөү була. Тәүге сиратта армияға ранг ("мансабтар") системаһын индереп, контролде көсәйтеү, дәүләттең яңы административ бүленешен үткәрә, берҙәм һалым системаһы (натураль формала түгел, ә аҡсалата) билдәләй[8].Һалым реформаһының нигеҙе булып ҡәтғи иҫәп алып барыу, түрәләрҙең йыйылған һалымды йәшәреп ҡалдырыуына һәм урлауына юл ҡуймау тора. Бының менән бер үк ваҡытта аслыҡ булған, уңыш булмаған ваҡыттарҙа һалым йыймау, аҡсалата йәки игенләтә ссуда биреү ҡарала. Әкбәр мосолман булмағандар өсөн һалымды (жизйәне) һәм индустар өсөн түбәнһетә йән башына һалымды бөтөрә. Бөтә империяла берҙәм үлсәм системаһы индерелә, шулай уҡ Олуғбәк таблицаһы мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп төҙөлгән берҙәм ҡояш календары ҡулланыла башлай. Батша сауҙа үҫешенә ҙур әһәмиәт бирә, хатта европалылар менән бәйләнештәр булдыра. Моғолдар империяһы хакимлығын киңәйтеү һинд йәмғиәтен үҙ яғына ауҙарыр өсөн Әкбәр раджаларҙы дәүләттең һәм армияһының мөһим постарына әүҙем йәлеп итә.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү-л Фаҙыл Бөйөк Әкбәргә «Әкбәрнамә» китабын тапшыра. Миниатюра. «Әкбәрнамә» 1596—1597 йй. Честер Битти китапханаһы, Дублин

Әкбәр фән, сәнғәт һәм архитектураны ҡурсыусы булып танылған[9]. Диндәргә түҙемле ҡараш принцибынан сығып, ул үҙе тирәһендә төрлө дин тотҡан иң яҡшы ғалимдарҙы, шағирҙарҙы, музыканттарҙы һәм рәссамдарҙы туплай. Әкбәр хакимлыҡ иткән осорҙа рәсем сәнғәте мәктәбе булдырыла, ә үҙенең йорт ҡабырғалары фрескалар менән биҙәлгән булған. Уның тырышлығы менән 24 мең томдан ашыу китаптан торған ифрат бай китапхана тупланыла. 1569 йылда Агра янында яңы баш ҡала - Фатехпур-Сикри («Еңеү ҡалаһы») төҙөлә башлай.

Әкбәрҙың иң яҡын арҡалаштары бик мәғрифәтле, белемле була: вәзире мосолман Әбү-л Фазл (1551—1602), ул бик күп телдәрҙә һөйләшкән һәм падишаһтың хакимлыҡ осоро тураһында «Әкбәрнамә» тигән китап яҙған; шулай уҡ индус-брахман Бирбал (1528—1586), уның зирәк ғәмәлдәре һәм афоризмдары халыҡ көләмәстәре йыйынтыҡтарына инеп ҡалған, улар Һинд фольклорының айырылмаҫ өлөшө булып тора.

Әкбәр үҙе лә бер нисә әҫәрҙе фарсы теленән - санскритҡа һәм санскриттан фарсы теленә тәржемә иткән.

Хәрби реформалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкбәр бик оҫта полководец булған, шуның өсөн уны Александр Македонский менән сағыштыра торған булғандар [10]. Яу ҡырҙарында еңелеү белмәгән өсөн уға "Бөйөк" ҡушаматы тағылған [11]. Әкбәр индергән рангылар системаһы (мансабтар) ғәскәрҙә контролде көсәйтә һәм саҡ ҡына үҙгәртелеп, империя юҡҡа сыҡҡансы йәшәп килә [12]. Моғолдар армияһында пушкалар, фортификация ҡоролмалары һәм һуғыш филдәре килеп сыға [11].. Әкбәр мушкеттар менән ҡыҙыҡһынған һәм уларҙы төрлө низағтар ваҡытында файҙаланған. Утлы ҡорал һәм артиллерия алыр өсөн ул осман солтандарына һәм европалыларға, бигерәк тә португалдарға һәм итальяндарға, мөрәжәғәт иткән [13].. Утлы ҡорал һаны буйынса Әкбәрҙең ғәскәре күрше дәүләттәрҙән күпкә алда булған [14],. һөҙөмтәлә «утлы ҡорал империяһы» терминын йыш ҡына ғалимдар һәм тарихсылар Һиндостандағы Бөйөк Моғолдар империяһына ҡарата ҡулланалар [15].

Ҡатындары һәм балалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкбәрҙең 30 ҡатыны һәм кәнизәгенән алты улы һәм алты ҡыҙы тыуған, шуларҙың яртыһы сабый сағында йәки бик иртә вафат була [16]:

  • (1552 йылдан) Шаһзадә Руҡийа Солтан-бегүм Сәхибә (1542—1626), падишаһтың өлкән ҡатыны, Әбү Насир Мөхәммәт Хиндал мырҙа шаһзадәнең ҡыҙы.
  • кәнизәге Биби Арам Бахш
    • шаһзадә Хәсән мырҙа (1564—1564),
    • шаһзадә Хөсәйен мырҙа (1564—1564);
  • (1562 йылдан) Мәрйәм үз-Замани-бегүм Сәхибә (вафаты - 1623), ата йортондағы исеме Раджкумари Хира Кунвари Сәхибә (Харша Бай), Дхундхар Бхармал раджа ҡыҙы, падишаһтың өлкән ҡатыны.
    • падишаһ Нурад-дин Мөхәммәт Йыһангир (1569—1627),
    • шаһзадә Солтан Даниал мырҙа (1572—1604), Берар (1599—1604) һәм Хандештың субадары (1601—1604), эскелектән үлгән;
  • ҡатыны Биби Сәлимә Солтан (вафаты - 1599)
    • шаһзадә Солтан Морат мырҙа (1570—1599), Берарҙың субадары(1596—1599), эскелектән үлгән;
  • ?
    • шаһзадә Солтан Хушру мырҙа

Мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкбәр үҙенән һуң Бөйөк Моғолдар империяһына ла, Һиндостан субконтиненты өсөн дә бай мираҫ ҡалдырған. Ул Бөйөк Моғолдар империяһы абруйын Һиндостанда һәм унан ситтә лә нығыта, хәрби һәм дипломатик өҫтөнлөгөн тәьмин итә. Уның идара итеүе барышында дәүләт либераль һәм донъяуи һыҙаттар ала, мәҙәни интеграцияға баҫым яһала. Ул шулай уҡ алдан алып бер нисә социаль реформа үткәрә, шул иҫәптән Сати ритуалы тыйыла, толдар өсөн ҡабаттан никахҡа инеү рөхсәт ителә һәм никах йәше күтәрелә.

«Time» журналы Бөйөк Әкбәрҙе үҙенең « 25 донъя лидеры» исемлегенә индерә [17].

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Әкбәр портреты
Фарсы батшаһы Ғаббас II Бөфөк Моғолдар илселәрен ҡабул итә
Әкбәр үҙенең бағыусыһы Байрам хан һәм һарай кешеләре менән

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Eraly Abraham. Emperors of the Peacock Throne : the Saga of the Great Mughals. — Penguin books, 2000. — P. 123. — ISBN 9780141001432.
  2. Gurdas. Government of Punjab. Дата обращения: 30 май 2008. Архивировано 27 май 2008 года. 2008 йыл 27 май архивланған.
  3. History 2005 йыл 2 август архивланған. Gurdaspur district website.
  4. Chandra 2007, p. 226
  5. Smith 2002, p. 337
  6. История стран Азии и Африки в средние века. Часть 2. М., 1987. С. 182—183
  7. Лекция 28. Тақырыбы:XII-XV ғасырлардағы Индия
  8. Правление Акбара. Всемирная история: в 6 томах. Том 3: Мир в раннее Новое время. ВикиЧтение.
  9. Maurice S. Dimand Mughal Painting under Akbar the Great (билдәһеҙ) // The Metropolitan Museum of Art Bulletin. — 1953. — Т. 12. — № 2. — С. 46—51.
  10. Esposito John L. The Oxford History of Islam. — Oxford University Press, 1999. — P. 809. — ISBN 978-0199880416.
  11. 11,0 11,1 Lal Ruby. Domesticity and Power in the Early Mughal World. — Cambridge University Press, 2005. — P. 140. — ISBN 978-0521850223.
  12. Kulke Hermann. A history of India. — Routledge, 2004. — P. 205. — ISBN 978-0415329200.
  13. Schimmel Annemarie. The Empire of the Great Mughals: History, Art, and Culture. — Reaktion Books, 2004. — P. 88. — ISBN 978-1861891853.
  14. Richards John F. The Mughal Empire. — Cambridge University Press, 1996. — P. 288. — ISBN 978-0521566032.
  15. Gommans Jos. Mughal Warfare: Indian Frontiers and High Roads to Empire, 1500-1700. — Routledge, 2002. — P. 134. — ISBN 978-0415239882.
  16. Раздел написан по материалам The Timurid Dynasty// www.royalark.net
  17. Ishaan Tharoor. Top 25 Political Icons. Akbar the Great (ингл.). Time (4 февраль 2011). Дата обращения: 8 март 2012. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 23 май архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абу-л-Фазл Аллами. Акбар-наме
  • Акбар Джелаль-ад-дин — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание). К. А. Антонова
  • Акбар // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы
Алдан килеүсе:
Һумаюн
15561605 Вариҫы:
Йыһангир