Василий I Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Василий I Дмитриевич
Vasily Dmitrievich titularnik.jpg
1389 йыл — 1425 йыл
Алдан килеүсе: Дмитрий Донской
Дауамсыһы: Василий II Тёмный
1389 йыл — 1425 йыл
Алдан килеүсе: Дмитрий Донской
Дауамсыһы: Василий II Тёмный
 
Тыуған: 30 декабрь 1371(1371-12-30)
Вафат: 27 февраль 1425(1425-02-27)
Атаһы: Дмитрий Донской
Әсәһе: Евдокия Дмитриевна
Ҡатыны: Софья Витовтовна, Витовт ҡыҙы
Балалары: Василий II Тёмный

Васи́лий I Дми́триевич (30 декабрь 1371 йыл — 27 февраль 1425 йыл) —1389 йылдан Мәскәү бөйөк кенәзе һәм Владимир бөйөк кенәзе, Дмитри Иванович Донскойҙың һәм уның ҡатыны княгиня Евдокияның улы. Литваның бөйөк кенәзеВитовттың ҡыҙы Софьяға өйләнгән.

Алтын Урҙанан рөхсәт ярлығы бирелмәгән килеш, бөйөк кенәз дәрәжәһен дәғүәләй, тәхеткә тәғәйенләнеүен хан илсеһе Шихмәт (Шаһиәхмәт) ҡатнашлығында үткәрә. 1392 йылда Туҡтамыш хандан Түбән Новгород, Муром, Ханкирмән (һуңыраҡ Ҡасим ҡалаһы) һ.б. ҡала биләмәләре менән идара итеү ярлығын һатып ала. Урта Азия әмире Аҡһак Тимер Иҙел буйына һөжөм иткәндә, рус ерҙәрен һаҡлау өсөн ополчение ойоштора (1395). 1396 йылда Тверь кенәзе Михаил Александрович менән тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә кағылышлы килешеү төҙөй. 14 быуат аҙағы - 15 быуат баштарында Двина йылғаһы буйы биләмәләре өсөн Новгород идараһы менән көрәшә, Новгородтың мөстәҡиллеген сикләргә тырыша. Литва бөйөк кенәзе Витовт менән урынлашҡан яҡын мөнәсәбәттәре 14 быуат аҙағында Витовтның Туҡтамыш ханға ярҙамлашыуы сәбәпле өҙөлә. 1402 йылда Василий I Мәскәү кенәзлеге биләмәләренә яу менән килгән Идегәйгә 3 мең һум күләмендә йолом хаҡы түләргә мәжбүр була.

Василий I идара иткәндә феодалдарға ер өләшеү сикләнә, уларҙың иреге бер ни тиклем ҡыҫыла. Был осорҙа Василий I һарайы даирәһенә шаҡтай күләмдә йомошло татарҙар һәм Литва аҡһйөктәре саҡырыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Черепнин Л.В. Русские феодальные архивы XIV-XV вв. М., 1948. Ч. 1; 1951. Ч. 2; шул уҡ. Образование Русского централизованного гоһыуҙарства XIV-XV вв. М., 1960.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]