Джузеппе Верди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Джузеппе Верди
Giuseppe Verdi
Verdi.jpg
Джованни Болдини. Джузеппе Верди. 1886 й.
Төп мәғлүмәттәр
Тулы исеме

Джузеппе Фортунино Франческо Верди

Тыуыу датаһы

10 октябрь 1813(1813-10-10)

Тыуыу урыны

Ронкола, Буссето янында,
Таро департаменты,
Франция

Вафат булыу датаһы

27 ғинуар 1901(1901-01-27)

Вафат булыу урыны

Милан, Италия

Әүҙемлек йылдары

XIX быуат

Ил

Парм герцоглығы, Ломбард-Венециан короллеге,
Королевство Италия (1861—1946) Италия короллеге (1861-1946)

Һөнәрҙәре

композитор, дирижёр

Ҡоралдары

фортепиано

http://www.giuseppeverdi.it/
подпись

Джузе́ппе Фортуни́но Франче́ско Ве́рди (итал. Giuseppe Fortunino Francesco Verdi, 10 октябрь, 1813, Ронколе, Буссето яны, Италия — 27 ғинуар, 1901, Милан) — бөйөк итальян композиторы, ижады донъя опера сәнғәтененең иң юғары ҡаҙаныштарына инә, XIX быуаттыңитальян операһын иң юғары баҫҡыстарына күтәреүсе булып тора.

Композитор 26 опера һәм бер реквием ижад иткән. Иң яҡшы опералары : «Бал-маскарад», «Риголетто», «Трубадур», «Травиата». Ижадының йөҙөк ҡашы: «Аида», «Отелло».

Ижадының тәүге йылдары[үҙгәртергә]

Джузеппе Вердиға арналған СССР почта маркаһы , посвящённая , 1963, 4 тин (ЦФА 2879, Скотт 2745A)

Верди Таро департаментының Буссето янындағы Ле Ронколе ауылында донъяға килгән, департамент шул осорҙа Пармаға Пьяченца кенәзлеге ҡушылыу араҡаһында барлыҡҡа килгән Беренсе Француз империяһына ингән. Шулай итеп, Верди рәсми алғанда Францияла тыуған тип һанала[1].

Верди 1813 - Рихард Вагнер ҙа тыуған йылда тыуған. Аҙаҡтан улар бер-береһенән уҙырға тырышып ижад иткән. Композиторҙың атаһы Карло Верди ауылда трактир тотҡан, әсәһе Луиджа Уттини еп иләү оҫтаһы булған. Джузеппеның балалығы бик фәҡир шарттарҙа, ауырлыҡта үткән. Ауыл сиркәүендә ул месса үткәрешә торған булған. [Орган (музыкаль инструмент)|органда]] уйнарға ул Пьетро Байстроккинан өйрәнгән. Музыкаға тартылыуын күреп, ата-әсәһе уға спинет һатып алып биргән. Был ябай ғына музыка ҡоралын композитор ғүмеренең аҙағына тиклем һаҡлаған.

Буссето ҡалаһының бай сауҙагәре Антонио Барецци ла малайҙың һәләтенә иғтибар иткән. Ул Вердиның бөйөк композитор булып китәсәгенә бик ышнған һәм үҙ ҡалаһына уҡырға саҡырған . Уҡыу йылдары ла бик ауыр булған. Ялдарын Джузеппе Ле Ронколеға месса үткәргәндә органда уйнарға йөрөгән. Композияцияға тәүге уҡытыусыһы Фернандо Провези, Буссетоның «Филармоник йәмғиәт»енең директоры өйрәткән. Ул Вердиҙа классик әҙәбиәткә мөхәббәт уятҡан. Шекспир, Данте, Һёте, Шиллер - яратҡан яҙыусылары була. Иң яратҡандарынан — бөйөк итальян яҙыусыһы Алессандро Мандзониның «Йәрәшелгәндәр» романы .

Егерме йәшендә Милан Консерваторияһына (хәҙер Верди исемен йөрөтә)имтихан тоторға барғас, уны әҙерлеге насар һәм йәше уҙған тип уҡырға алмайҙар[2]. Верди үҙ аллы һабаҡтар ала башлай, опера спектаклдәренә, концерттарға йөрөй башлай. Милан бомонды менән аралашыу уның театр композиторы булыу теләген нығытып ҡына ебәрә.

Буссето ға ҡайтҡас, Антонио Барецци ярҙамында тәүге концертын ҡуя(1830 йылда).

1836 йылда Верди өҙөлөп һөйгән йәренә -Маргарита Барецциға өйләнә. Тиҙҙән уларҙың бер-бер артлы ике балаһы тыуа. Верди яңы операһы өҫтөндә эшләгәндә балалары ауырып китеп, үлеп ҡала. 1840 йылда, 26 ғына йәшендә ҡатыны ла [3] , [4][5] энцефалиттан вафат булып ҡала. Яратҡан кешеләрен юғалтыуҙы Верди бик ауыр кисерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Martin, 3
  2. И.Охалова. Музыкальная литература зарубежных стран. Выпуск 4
  3. museocasabarezzi.it (in Itэнцефалиттан вафат була alian): «She died the following year [1840] on 18 June, aged only 26 years, while Verdi was working on his ill-fated second opera, Un Giorno di Regno
  4. on magiadellopera.com (in Italian): «On 18 June 1840 Margherita Barezzi’s life was cut short by violent encephalitis.»
  5. reocities.com (in Italian): «…on 20 Ҡалып:Sic June 1840 his young wife Margherita died, struck down by a severe form of acute encephalitis.»