Доспалова Екатерина Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Доспалова Екатерина Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 октябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Киров өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 февраль 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Доспалова Екатерина Николаевна (22 октябрь 1932 йыл — 4 февраль 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, Хохлома биҙәктәре өлкәһендәге белгес. РСФСР һәм СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1970; СХР 1991). И. Е. Репин исемендәге РСФСР дәүләт премияһы лауреаты (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1973). Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Николаеван Доспалова 1932 йылдың 22 октябрендә Киров өлкәһендә тимер юлсылар ғаиләһендә тыуған. Е Н. Доспалованың бала сағында ғаилә Горький өлкәһенең Семёнов ҡалаһына күсеп килә[1].

1947 йылдан 1950 йылға тиклем Е. Н. Доспалова Семёнов профессиональ техник мәктәбендә уҡый, уны тамамлап Хохлома биҙәге мастеры һөнәрен ала. 1965 йылдан 1970 йылға тиклем производствонан айырылмайынса ағасты механик эшкәртеүҙең Семёнов техникумында уҡый.

1956 йылдан рәссам булып эшләй, 1964 йылдан 2001 йылға тиклем Е. Н. Доспалова «Хохлома биҙәктәре» производство-художество берекмәһенең баш рәссамы була. Е. Н. Доспалова етештереү өсөн ике йөҙҙән ашыу яңы әйберҙәр эшләй[2].

Е. Н. Доспалова үҙенең эштәрен эре ватан һәм сит ил биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә — АҠШ, Корея, Югославия, Аргентина, Мексика һәм Канадала ҡуя[2]. 1967 йылда Е. Н. Доспалова , Бөтә союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, үҙ эштәре өсөн ВДНХ Алтын миҙалына лайыҡ була[3]. 1967 йылда Е. Н. Доспалова Монреалдә «Бөтә донъя Экспо-67 күргәҙмәһендә» ҡатнаша, унда ҙур уңышҡа өлгәшә[1].

Е. Н. Доспалованың әҫәрҙәре халыҡ кәсептәре сәнғәте музейында, Новгород дәүләт художество музейы һәм Семёнов тарихи-художество музейында бар[2].

1969 йылда «Юғары художестволы ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәрен Хохлома биҙәктәре традицияларында ижад иткәне өсөн» Е Н. Доспалова И. Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһына лайыҡ була.

1970 йылдан Е. Н. Доспалова СССР Рәссамдар союзы (1991 йылдан алып Рәсәй Рәссамдар союзы) ағзаһы итеп һайлана. 1987 йылдан алып Е. Н. Доспалова РСФСР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана һәм 1992 йылдан 1988 йылға тиклем СССР Рәссамдар союзы ағзаһы булып тора[4].

Е. Н. Доспаловаға 1982 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, 1999 йылда — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы маҡтаулы исеме бирелә

2001 йылдың 4 февралендә вафат булып ҡала . Семёнов ҡалаһының Дьяковский зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ленин ордены (1991)
  • «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (1981)
  • Почёт Билдәһе ордены
  • ВДНХ-ның алтын миҙалы (1967)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1996)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1982)
  • Новгород өлкәһе Семёнов районының почётлы гражданы (22.09.1994)
  • РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы (1969 — «Юғары художестволы ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәрен Хохлома биҙәктәре традицияларында ижад иткәне өсөн»)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Семенов ҡалаһында Е. Н. Доспалова хөрмәтенә урам аталған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Художник с большой буквы. 21.05.2016. Дата обращения: 27 апрель 2020.
  2. 2,0 2,1 2,2 Доспалова Екатерина Николаевна. Дата обращения: 27 апрель 2020. 2020 йыл 7 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «фх» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Золотая хохлома: Доспалова Екатерина Николаевна. Дата обращения: 27 апрель 2020.
  4. Доспалова Екатерина Николаевна. Дата обращения: 27 апрель 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История искусства народов СССР : В 9 т. / Акад. художеств СССР, НИИ теории и истории изобразит. искусств. — М. : Изобраз. искусство, Т. 9: Искусство народов СССР 1960—1977 годов. Кн. 1 / Под ред. Б. В. Веймарна и др. — 1982 г. — 439 с.
  • Русское народное искусство и его собиратели : К 55-летию отд. нар. искусства Гос. Рус. музея : Кат. выст. / Предисл. и науч. ред. И. Я. Богуславской. — СПб. : ГРМ, 1993 г. — 242 с.
  • Росписи Хохломы / С. Жегалова. — Москва : Детская литература, 1991 г. — 46 с. — ISBN 5-08-001842-9