Енәйәт һәм гражданлыҡ суды палаталары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Енәйәт һәм гражданлыҡ суды палаталары, шулай уҡ Аппеляция судыРәсәйҙә урындағы суд апелляция органдары.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Бөтә Рәсәй империяһының губерналарына идара итеү өсөн учреждениеларға» (1775) ярашлы, һәр губерна ҡалаһында булдырыла. Енәйәт суды палатаһы ҡарамағына — түбәнге судтарҙың бәхәсле эштәре һәм айырыуса ҡурҡыныс енәйәттәр буйынса ҡарарҙар, Гражданлыҡ суды палатаһы ҡарамағына Юғары хөкөм, Ҡала магистраттары һәм ратушалары, Дворян опекаһы, түбәнге земство, етемдәр, өйәҙ судтары ҡарарҙарына апелляциялар инә.

Палаталарҙың эшмәкәрлеге Сенат, Дәүләт Советы, Юстиция министрлығы указдары һәм гражданлыҡ ҡануниәте м н көйләнә. Суд реформаһын (1864) үткәргәндән һуң яйлап бөтөрөлә; бер нисә губерна йәки өлкәне үҙ эсенә алған һәр суд округында Суд палаталары ойошторола.

1781 йылда алып Ырымбурҙа — Енәйәт суды палатаһы, Өфөлә Гражданлыҡ суды палатаһы эшләй. 1865 йылда 17 майындағы указға ярашлы, Ырымбур губернаһы Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүленгәс, палаталар енәйәт һәм гражданлыҡ бүлексәләре булған берҙәм Ырымбур суд палатаһына берләштерелә.

1866 йылда шулай уҡ бүлексәләре булған Өфө суд палатаһы асыла (1867—78 йылдар Өфө губурнияһы гражданлыҡ эштәрен Ырымбур палатаһы ҡарай). Составы: рәйес, рәйес иптәше, палата ағзалары һ.б. Палаталарҙың суд ҡарарҙары ген. губернаторҙар, губерна идаралары, Сенат тарафынан раҫлана. «Өфө һәм Ырымбур губерналарында суд реформаһын тулы күләмдә индереү тураһында» указға ярашлы, палаталар бөтөрөлә һәм округ судтары индерелә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]