Зәм-зәм һыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр



Зәм-зә́м һыуы (ғәр. زمزم‎‎‎ ), Ғәрәбстандағы Мәккә ҡалаһында Ҡәғбә мәсете ишек алдындағы ҡойонан алынған һыу.

Зәм-зәмдең һыуы бер аҙ тоҙло,әскелтем. 17-се быуатта ҡойо өҫтөнә көмбәҙле бина һалынған. Хәҙер уны ҙурайтҡандар, зауыҡ менән биҙәгәндәр. Бина түбәһендәге тәпәнгә һыу ҡойонан электрик һурҙырғысы ярҙамында ҡыуҙырыла, шунан биналағы һемәктәргә ағып төшә. Хажиҙар, Ҡәғбәне тәүаф ҡылып, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын ете тапҡыр урағандан һуң, ошо бинаға төшәләр. Мосолмандар зәм-зәм һыуын тәнгә лә, йәнгә лә шифалы икәнлеген беләләр. Уны һәр төрлө ауырыуҙан дауаланыу өсөн эсәләр. Сүлмәк һәм метал һауыттарға тултырып тыуған илдәренә алып ҡайталар.

Зәм-зәм һыуы барлыҡҡа килеү тураһында[үҙгәртергә]

Аллаһы тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙең нәҫеле бер Кәнғанда ғына ҡалмайынса, уға йыраҡ булған Ғәрәбстан тигән ерҙә лә урынлашыуын һәм шунда ысын дин таралыуын теләгән. Шуға күрә хәҙрәт Ибраһим ҡатыны хәҙрәти Һәжәрҙе алып,Ғәрәбстан еренә киткән.Был ваҡыт әле Исмәғил имсәк бала ғына булған.Ул хәҙрәти Хәжәрҙе ҡулындағы балаһы менән хәҙерге Мәккә урынында ҡалдырып,үҙе кире Кәнғанға ҡайтып киткән. Был ер таулыҡ, ташлыҡ, ҡомлоҡ бер ер булған. Бында кеше затынан бер кем дә булмаған. Хәҙрәти Хәжәргә бындай ерҙә яңғыҙы ҡалыу бик ауыр, бик күңелһеҙ булған.


Ни өсөн ҡойо «Зәм-Зәм» тип атала?[үҙгәртергә]

Ғәрәп лингвистикаһы күҙлегенән ҡарағанда, Зәм-зәм һүҙе зәмә һүҙенән алынған. Ул һүҙ “бәйләргә, ҡасмаҫҡа” тигәнде аңлата. Хәжәр ағып сыҡҡан һыуҙы быуып, әрәм итмәҫкә теләгән. Һүҙ ошонан алынған. Ибн Ғәббәстең һөйләп ҡалдырыуынса, МөхәммәдСҒС былай тип әйткән: “ Сығанаҡ(һыу) Зәм – зәм тип атала, сөнки ваҡытында тирә- яғын быуып Хәжәр уны ағып китеүҙән туҡтатҡан. Әгәр ҙә ул туҡтатмаған булһа, һыу ташып, тирә-яҡты баҫыр ине”

«Зәм-Зәм» һыуының шифаһы[үҙгәртергә]

Ибн Ғәббәстең һөйләп ҡалдырыуы буйынса, пәйғәмбәреҙ СҒС : “ "ماء زمزم لما شرب له" « «Зәм-Зәм» һыуын нимә теләп эсә, шуның өсөн дауа таба » тип әйткән.(Әхмәт, Ибн Маджа).

Шулай уҡ Ғәббәс пәйғәмбәребеҙҙең ошо һүҙҙәрен дә еткергән:

«خير ماء على وجة الارض ماء زمزم فية طعام الطعم وشفاء السقم»

« Ер йөҙөндә иң яҡшы һыу- Зәм-Зәм һыуы. Ул бик тәмле һәм шифалы, бик кү ауырыуға дауа.».

Ғәйшә РҒ:

"كان رسول الله صلى الله عليه وسلم يحمل ماء زمزم في الأداوي والقرب، وكان يصب على المرضى ويسقيهم Аллаһ илсеһе үҙе алып ҡайтып, ауырыған яҡындарын, туғандарын ошо һыуҙы эсерә, уларға бөркөй ине" тип әйтеп ҡалдырған (ат-Тирмизи, әл-Бохари).

Пәйғәмбәребеҙҙең яратҡан сәхәбәһе Әбү Зарр әл Ғифари бына нимәләр һөйләгән:

"لقد لبثت ثلاثين بين ليلة ويوم، ما كان لي طعام إلا ماء زمزم، فسمنت حتى تكسرت عكن بطني وما وجدت على كبدي سخفة جوع"

« Мин утыҙ көн һәм төн бер ни ашамай тик Зәм-Зәм һыуы ғына эстем. Һәм бер ҙә асығыу һиҙмәнем, киреһенсә һимереп киттем, хатта ҡорһағым барлыҡҡа килде. (Мөслим).

Зәм-Зәм һыуы менән Мәккәнән алыҫта йәшәп тә уны ҡулланырға була, сөнки ул бер ваҡытта ла боҙолмай. Борон- борондан беҙҙең хаж ҡылған ата- олатайҙарыбыҙ шулай иткән. Ул ваҡытта, транспорт булмаған саҡта, йәйәүләп Башҡортостанға алып ҡайтып туғандарын, яҡындарын дауалаған.

«Зәм-Зәм» һыуы медицина күҙлегенән[үҙгәртергә]