Константин Ивановтың йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иванов К. Йорт-Музейы битенән йүнәлтелде)
Константин Ивановтың йорт-музейы
Нигеҙләү датаһы 29 ноябрь 1940
Етәксе Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ыҫлаҡбаш
Бағышланған Иванов Константин Васильевич
Карта

Константин Ивановтың йорт-музейы, рәсми атамаһы - Ыҫлаҡбаш ауылы музей комплексы - Бәләбәй тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы филиалы (рус. Дом-музей К. Иванова, Музейный комплекс села Слакбаш - филиал.Белебеевского историко-краеведческого музея) . Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылында шағир, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалған, 1907—1914 йылдарҙа Сембер ҡалаһындағы сыуаш уҡытыусылар мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләгән Константин Ивановҡа бағышлап ойошторолған музей [1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Константин Ивановтың йорт-музейы 1940 йылда шағирҙың тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған ауылы Ыҫлаҡбашта ойошторола һәм шул йылдың 29 ноябрендә асыла. Бының өсөн бина итеп 1906 йылда Ивановтар ғаиләһе һалған йортто һайлайҙар. Әйткәндәй, йорт бысып эшләнгән тәбиғи таштан һалынған һәм шағир был эштә үҙе туранан-тура ҡатнашҡан тип хәтерләй ауылдаштары.

Музейҙы ойоштороусы - мәғрифәтсе һәм энтузиаст Петр Николаевич Кудряшов. 1991 музей комплексында шағирҙың скульптор Нагорнов яһаған бюсы ҡуйылған.

1962 йылдан алып, хөкүмәт ҡарарына ярашлы, музей Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы тип иғлан ителә.

2002 йылдан — йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейының филиалы.

2006 йылдан — Ыҫлаҡбаш ауылының музей комплексы составында.

Музей экспозицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориаль музей фондында 1,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге тупланған. Бында шағирҙың “Нарспи” (Ҡазан, 1919) поэмаһы, шағирҙың шәхси әйберҙәре, атаһының, әсәһенең, ағаһы Квинтилиандың Иванов үҙе төшөргән портреттары.

Музей 4 залды биләй, экспозиция шағирҙың тормошона, ижадына арналған әҙәби бүлектән һәм Ивановтар йортоноң интерьеры тергеҙелгән мемориаль бүлектән тора. Константин Иванов өйҙө генә һалышып ҡалмаған, йорт эсе йыһаздарын да үҙ ҡулдары менән эшләгән - музейҙа ул яһаған шкаф, диван,ишектәр, рәсемдәре һаҡлана. Түшәмде лә үҙе биҙәкләгән ул.

Шағирҙың тормошона һәм ижадына бағышланған бүлмәлә йәнә төрлө йылдарҙағы документтар, фотографиялар һаҡлана. Бында ғаилә ҡомартҡылары ғына түгел, бик бай этнографик материал да ҡуйылған.

Йәмәғәтселек менән эшмәкәрлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл һайын май аҙағында ауылда Шиғриәт көндәре үткәрелә. Байрамға илдең төрлө яҡтарынан К. Ивановтың ижадын һөйөүселәр йыйыла [2]. Музейҙа бик яҡшы лекция залы бар.

Музейға Сыуашстан хөкүмәте тарафынан да даими иғтибар бар, бында туғандаш республикаларҙың күренекле шағирҙары йыш килә, осрашыуҙар үткәрә [3].

Музей комплексы тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей комплексна Йорт-музей, мемориаль парк,шағирҙың ҡәберендәге һәйкәл, халыҡ көнкүреше әйберҙәре менән ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре ҡуйылған ике бина инә. Комплекс составына шулай уҡ сыуаш шиғриәте классигы Яков Ухсайҙың йорт-музейы, һын-символдар ҡуйылған шағирҙар шишмәһе менән Ухсай ерләнгән Гусли-тау, шулай уҡ урындағы урта мәктәп индерелгән. Мәктәптә К. В. Ивановтың мәскәү скульпторы А. П. Майраслов эшләгән һәйкәл ҡуйылған, шағирҙың «Нарспи» поэмаһын кәүҙәләндергән мөйөш йыһазландырылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]