Илькин (Бәләбәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илькин (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Илькин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бәләбәй районы

Координаталар

54°11′01″ с. ш. 54°04′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34786
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 209 813 004

ОКТМО коды

80 609 413 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Илькин (Рәсәй)
Илькин
Илькин
Илькин (Бәләбәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Илькин

Илькин (рус. Илькино) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[1]. Почта индексы — 452024, ОКАТО коды — 80209813004.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 417 211 206 50,6 49,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Бәләбәй): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Анновка): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаков): 19 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илькин ауылына Ҡазан даруғаһында поручик М. И. Уразлиндың ерҙәрендә (һуңынан поручик М. И. Бунин һатып ала) 1777 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса, Бөгөлмә ведомствоһы Петропавловка ауылының яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. Ул тәүҙә Туҡай, Арйылға исемдәре менән билдәле була. 1865 йылда Михайловка булараҡ теркәлгән, 52 йортта 313 кеше йәшәгән. Халҡы игенселек, сана яһау менән шөғөлләнгән. Ауылда Һыу тирмәне булған. 1896 йылдан алып Илькин, Михайловка ауылдары һәм Бунин усадьбаһы айырым иҫәпкә алынған.
1906 йылда Илькинда 326 кеше йәшәгән, земство мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете булған; Михайловкала — 215 кеше, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йылдар аҙағында был ауылдар һәм Сосновка ауылы (20‑се йылдарҙа барлыҡҡа килгән бүлендек ауыл) хәҙерге исемдәге бер ауылға берләшә.
Халҡы: 1906 йылда — 541 кеше (2 торама пункт халҡы бергә иҫәпкә алынған); 1920—668; 1939—714; 1959—559; 1989—326; 2002—342; 2010—417 кеше.
Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.[2].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]