Эстәлеккә күсергә

Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйни Иғдәүләтов
Исеме:

Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы

Тыуған ваҡыты:

4 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Аптраҡ ауылы

Вафат ваҡыты:

13 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1955
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы (4 ғинуар 1913 йыл — 13 июнь 1982 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1954) һәм халыҡ (1970) артисы, «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.

Зәйни Сирай улы Иғдәүләтов 1913 йылдың 4 ғинуарында элекке Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Аптраҡ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1928 йылда хеҙмәт мәктәбенең тәүге баҫҡысын тамамлай. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Ғаиләгә ярҙам итеү маҡсатында ҡыш урман ҡырҡа, йәй һал ағыҙа. Шул ваҡытта скрипкала уйнарға өйрәнә, гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен өйрәнә башлай. Колхоз йәштәре менән сәнғәт түңәрәге ойоштора, төрлө сюжеттар башҡара, уйнай, йырлай, үҫә төшкәс, уға хатта «колхоз артисы» тигән ҡушамат тағыла.

1933 йылда осраҡлы рәүештә ауылдарына килеп юлыҡҡан ике ижад кешеһе — Кучуков тигән скрипкасы һәм Усманов фамилиялы рәссам менән осраша. Уларға үҙ һөнәрен күрһәтә. Баш ҡала ҡунаҡтарын моңо менән әсир итә. Уға музыка училищеһына уҡырға барырға тәҡдим итәләр, әммә музыка бүлегендә урын ҡалмағанлыҡтан, театр техникумына ҡабул ителә. Хажи Бохарский, Ғабдулла Шамуҡов, Вәли Ғәлимовтар уның менән ихлас шөғөлләнә.

1937 йылда Башҡорт театр училищеһын (режиссёр Мәкәрим Мәһәҙиев курсы) тамамлай.

1936 йылдан алып 1974 йылға тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында актёр булып эшләй.

1982 йылдың 13 июнендә Өфөлә вафат була.

Зәйни Иғдәүләтовтың тәүге роле А. Таһировтың «Янғура» пьесаһынан ҡарауылсы ҡарт образы була. Зәйни Иғдәүләтов тыуҙырған образдар сатирик үткерлек, кәмит эскерһеҙлек, теүәл социаль характеристика менән айырылып тора. Төп ролдәре: Вафа («Башмағым», Х. Ибраһимов), Ҡолой Тархан («Хужа Насретдин», Н. Иҫәнбәт), Шәкүр («Бажалар», И. Абдуллин); классик репертуарҙа Жеванин («Өйләнеү», Н. В. Гоголь), Миллер («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер), Бессеменов («Мещандар», М. Горький), Симоне («Мут егет»; Л. Пиранделлоның «Лиола» пьесаһы буйынса) һ.б. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәре: Н. В. Гернеттың («Алладиндың серле лампаһы») (1955), Ш. Насировтың («Серле ҡая»)(1960) һ.б. («Ай тотолған төндә»)(«В ночь лунного затмения»; Свердловск киностудияһы, 1978) кинофильмендә төшә. Концерт эшмәкәрлеге алып бара.

Зәйни Иғдәүләтовтың сәнғәткә драма артисы ғына түгел, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та килеүе билдәле. Ул башҡорт теленә, һүҙгә, сәхнә теленә талапсан, һаҡсыл була. Телмәре — ҡойоп ҡуйған саф башҡортса, сәхнә теле юғары дәрәжәлә профессиональ, һоҡланғыс була. Ул ошо тәжрибәһен 1964 йылда донъя күргән «Нәфис һүҙ оҫталығы» тигән китабында йәш һәүәҫкәрҙәргә еткерҙе. Уны күп сәхнә һөйөүселәр уҡыу ҡулланмаһы урынына файҙалана.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өфөлә ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • Тыуған ауылы Аптраҡта Зәйни Иғдәүләтов исеме менән урам аталған.
  • Нәфис һүҙ оҫталығы. Өфө, 1964 й.
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы
  • Кудашов Р. Маленьких ролей не бывает // Ватандаш. 2004. № 4.
  • Р. Йәһүҙина. Бәләкәй ролдәр булмай. // Башҡортостан. 2014 й.