Йен Зигмунд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йен Зигмунд
нем. Sigmund Jähn
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Германия Демократик Республикаһы
 Германия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Sigmund Werner Paul Jähn
Тыуған көнө 13 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Моргенрёте-Раутенкранц, Саксония, Германский рейх[d][2]
Вафат булған көнө 21 сентябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[5][6][7] (82 йәш)
Вафат булған урыны Штраусберг[d], Бранденбург, Германия
Һөнәр төрө Космонавт, лётчик-истребитель, печатник, Q1455884?, лётчик, военный лётчик
Эшмәкәрлек төрө космонавтика[8] һәм воздушная война[d][8]
Эш урыны Казарменная народная полиция[d]
Национальная народная армия[d]
Германский центр авиации и космонавтики[d]
Европейское космическое агентство[d]
Уҡыу йорто Franz Mehring Military Academy[d]
Otto Lilienthal Military Academy[d]
Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Central Institute for Earth Physics[d]
Ғилми дәрәжә диплом[d] һәм фән докторы[d] (1983)
Летал на Союз-31[d][9] һәм Союз-29[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Германияның берҙәм социалистик партияһы
Время в космосе 11 329 Минут
Хәрби звание генерал-майор[d] һәм полковник[d]
Ғәскәр төрө 8th Fighter Wing[d] һәм Kommando LSK/LV[d]
Ойошма ағзаһы Общество имени Лейбница[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Йен Зигмунд Викимилектә

Зи́гмунд Ве́рнер Па́уль Йен (нем. Sigmund Werner Paul Jähn; 13 февраль 1937, Моргенрёте-Раутенкранц, Саксония, Германия — 21 сентябрь 2019[10], Штраусберг, Бранденбург, Германия[11]) — ГДР-ҙың тәүге һәм берҙән-бер лётчик-космонавты, йыһанда беренсе немец, ГДР Геройы, Советтар Союзы Геройы, отставкалағы авиация генерал-майоры. Атеист[12]. Германияның берҙәм социалистик партияһы (СЕПГ) ағзаһы. Уның исеме урамдарға, мәктәптәргә ҡушылған[13]. Зигмунд Йен исеме астероидҡа бирелгән — (17737) Зигмундйен.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зигмунд Йен 1937 йылдың 13 февралендә 13 февраль 1937 йыл Моргенрете-Раутенкранц ҡасабаһында атаһы — ағас бысыу заводы эшсеһе һәм өйөндә тегенселек менән шөғөлләнгән әсәһе ғаиләһендә тыуған. 1943-1951 йылдарҙа урындағы мәктәптә уҡый, 8-се кластан һуң Клингенталдағы «Фалькенштейн Типографияһы» халыҡ предприятиеһында типография баҫыусыһы һөнәренә эйә була. 1955 йылда ГДР-ҙың Милли халыҡ армияһы сафына алына, унда ГДР-ҙың Франц Меринг исемендәге Һауа Оборонаһы юғары офицерҙар училищеһына курсант булып ҡабул ителә. Училищены 1958 йылда тамамлағандан һуң, Хәрби-Һауа Көстәре (ВВС) частарында хеҙмәт итә. 1966-1970 йылдарҙа Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһында уҡый. Ю.А. Гагарин. 1976 йылдың декабрендә өс этаплы һайлап алыу һөҙөмтәһендә ГДР Хәрби-Һауа Көстәре подполковнигы Зигмунд Йен «Интеркосмос» программаһы буйынса йыһанға осоуға әҙерлек өсөн һайлап алына.

Валерий Быковский (һулда) һәм Зигмунд Йен йыһандан әйләнеп ҡайтҡан ваҡытта.

1978 йылдың 26 авгусында «Союз-31» совет йыһан карабының космонавт-тикшеренеүсеһе сифатында Валерий Быковский менән бергә Салют-6 орбиталь станцияһына экспедиция составында ҡатнаша. «Союз-29» йыһан карабына ергә ҡайта. Осош 7 тәүлек 20 сәғәт 49 минут 4 секунд дауам итә. 1978 йылда Йенға полковник, ә 1986 йылда ГДР Хәрби—Һауа Көстәренең генерал-майоры дәрәжәһе бирелә. 1983 йылда Йен Үҙәк Ер физикаһы институтында (Потсдам) «Ерҙе Дистанцион зондлау» һөнәре буйынса фән докторы дәрәжәһен ала. 1990 йылда, Германияға берләшер алдынан, ГДР-ҙың Милли халыҡ армияһы сафын ҡалдыра. Германия берләшкәндән һуң 1990-1993 йылдарҙа Мәскәүҙә Германияның DLR йыһан агентлығы һәм Европа йыһан агентлығы вәкиле булып эшләй. Артабан Рәсәй космонавтар әҙерләү Үҙәгендә Европа космик агентлығы (ЕКА) вәкиле була.

Йен осоусы скафандрында, 1978 йыл

Зигмунд Йен 2019 йылдың 21 сентябрендә вафат була[14]. Өйләнгән була.

Статистика[15]
# Старт карабы Старт, Бөтә донъя ацияланған ваҡыт (UTC) Экспедиция Йыһанға төшөү карабы Ултырыуы, UTC Налёт Асыҡ космосҡа сығыуҙары Асыҡ космоста үткән ваҡыты
1 Союз-31 26.08.1978, 14:51 Салют-6 (4) Союз-29 03.09.1978, 11:40 07 суток 20 часов 49 минут 0 0
07 тәүлек 20 сәғәт 49 минут 0 0

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда «Гуд бай, Ленин!» немец фильмында швейцар актёры Штефан Вальц уның образын тыуҙыра. Фильм сюжеты буйынса Эрих Хонеккерҙан һуң СЕПГ үҙәк комитетының киләһе генераль секретары була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #50017214 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118556533 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Йен Зигмунд // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. http://www.britannica.com/EBchecked/topic/1432341/Sigmund-Jahn
  5. Raumfahrt: Erster deutscher Raumfahrer Sigmund Jähn ist tot (нем.)ZDF.
  6. Sigmund Jähn // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  7. Sigmund Jähn // Munzinger Personen (нем.)
  8. 8,0 8,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  9. http://www.spacefacts.de/english/e_first.htm
  10. Умер первый немецкий космонавт Зигмунд Йен. ТАСС (22 сентябрь 2019). Дата обращения: 22 август 2021. Архивировано 1 ғинуар 2022 года.
  11. Weltraumpionier Sigmund Jähn verstorben (нем.). DLR Portal. Дата обращения: 22 сентябрь 2019. Архивировано 22 сентябрь 2019 года.
  12. Hoch hinaus mit Bodenhaftung. 2021 йыл 8 ғинуар архивланған. In: taz. 23. September 2019, abgerufen am 31. Dezember 2020.
  13. Архивированная копия. Дата обращения: 6 ғинуар 2021. Архивировано 8 ғинуар 2021 года.
  14. Умер первый немецкий космонавт Зигмунд Йен. ТАСС. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 11 октябрь 2019 года.
  15. Statistics - Jähn Sigmund Werner Paul (ингл.). spacefacts.de. Дата обращения: 7 ғинуар 2018. Архивировано 20 октябрь 2019 года.
  16. Указ Президента Российской Федерации от 12 апреля 2011 года № 437 «О награждении медалью „За заслуги в освоении космоса“ иностранных граждан» 2012 йыл 10 февраль архивланған..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видео