Йәсмин
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Йәсмин | ||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||
| Jasminum L. | ||||||||||||
|
Йәсмин (лат. Jasmínum, фарс. یاس — ясемин) — матур сәскәле ҡыуаҡ, эфир майлы һәм декоратив үҫемлек.
Йөкмәткеһе |
Ботаник яҙма [үҙгәртергә]
Мәңге йәшел ҡыуаҡ. Зәйтүн ағасы һымаҡтар ғаиләһенә керә. Ап-аҡ сәскәләрн хуш еҫле, һулый башлағанда аҙ ғына ҡыҙғылт төҫкә керә. Эре сәскәле ғәрәп йәсминен өйҙә үҫтерәләр. Һары йәсмин һыуыҡтарҙы ауыр кисерә, эҫе ҡояшта ла бирешә. Эрерәк аҡ сәскәле ялбыр(махровый) йәсминдең ҡайһы бер төрҙәрен баҡсасылар Башҡортостанда ла үҫтерә. Үрмәләп үҫкән йәсминдәр ҙә бар.
Төрҙәре [үҙгәртергә]
Ике ярымшарҙың йылы бүлкәттәрендә, субтропик бүлкәтте керетеп, барлығы 197 төрө билдәле.
Киң таралған төрҙәре:
- Һары йәсмин (Jasminum fruticans L.), йәки Ҡыуаҡлы йәсмин
- Италия һары йәсмине (Jasminum humile L.)
- Бормалы йәсмин (Jasminum revolutum)
- Аҡ йәсмин (Jasminum officinale L.), йәки дарыу йәсмине
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге "КИТАП" нәшриәте, 2011 йыл.
- Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
- Жасмин // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)