Казаков Василий Иванович (артиллерия маршалы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Казаков Василий Иванович (артиллерия маршалы)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 18 июль 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Филиппово[d]
Вафат булған көнө 25 май 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание маршал рода войск[d] һәм рядовой
Командалыҡ иткән Ракетные войска и артиллерия Российской Федерации[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Февраль инҡилабы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Кутузова I степени орден Суворова II степени Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы медаль «За Одру, Нису и Балтику» медаль «За Варшаву 1939—1945» орден «Крест Грюнвальда» II класса «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы Virtuti Militari медаль «Китайско-советская дружба» золотой крест ордена Virtuti Militari
 Казаков Василий Иванович (артиллерия маршалы) Викимилектә

Василий Иванович Казаков (6 (18) июль 1898 йыл — 25 май 1968 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, артиллерия маршалы (1955). Советтар Союзы Геройы (6.04.1945). СССР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты (1946—1950).

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Васи́лий Ива́нович Казако́в 1898 йылдың 6 (18) июлендә хәҙерге Нижегородка өлкәһе Бутурлин районы составына ингән Филиппово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Казаков Иван Васильевич (1875—1931), Петербургта пароход компанияһында кочегар, урам һепереүсе, извозчик булып эшләй, әсәһе — Евдокия Андреевна (ҡыҙ фамилияһы — Ларина) (1876—1966). Урыҫ.

Сиркәү-мәхәллә мәктәбендә 4 класс тамамлай. Ғаилә фәҡир булыу сәбәпле, йәшләй Петроградҡа заводҡа ебәрелә. 1911 йылдың июленән «Сименс һәм Гальск» акционерҙар йәмғиәтендә «малай» (йомошсо, таратыусы, ярҙамсы эшсе) булып эшләй, 1912 йылдың сентябрендә — «Кирхнер Отто» фабрикаһы уҡыусыһы, 1913 йылдың майынан — «Гейслер» электромеханика заводы эшсеһе.

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылдың майынан Рус император армияһына хеҙмәткә алына[2]. Петроградта 180-се запас полкта хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың ноябренән — Лугала1-се запас дивизионда. Тиҙҙән 433-сө Новгород пехота полкы составында ғәмәлдәге армияға ебәрелә, Беренсе донъя һуғышында Төньяҡ фронт ғәскәрҙәре составында ҡатнаша. Рига районында һуғыша, контузия ала.

1917 йылдың февралендә киренән Петроградтың 180-се запас пехота полкына күсерелә, унда февраль революцияһы ваҡиғаларында һәм унын һуң килгән башҡа революцион ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың июленән сентябрендә тиклем ҡабат Төньяҡ фронтта һуғыша. 1917 йылдың декабрендә армияла тарҡалыш башланған шарттарҙа рядовой Казаков демобилизациялана, Петроградта ҡала, элекке шәхси банк идаралығында эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Vasily Ivanovich Kazakov // TracesOfWar
  2. «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 27. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Мемуары В. И. Казакова «На переломе» на сайте «Военная литература».
  • Казаков В. И. На переломе. — М.: Воениздат, 1962. — 192 с.
  • 10 лет Военной академии противовоздушной обороны Сухопутных войск Российской Федерации (1992—2002). Исторический очерк. Под редакцией генерал-полковник В. К. Черткова. Смоленск: «Смядынь», 376 с.: ил. — 2002. ISBN 5-87210-044-2.
  • Клыгин А. Н., Суслов Н. Н. Конструктор артиллерийского огня: (К 100-летию со дня рождения маршала артиллерии В. И. Казакова) // «Военная мысль». — 1998. — № 4. — С.58-62.
  • Маршал артиллерии Казаков Василий Иванович: фотоальбом / Авт.-сост. Т. В. Казакова. — СПб.: 2005. — 101 с.; ISBN 5-9637-0031-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]