Куранто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куранто
Рәсем
Ил  ba
 Куранто Викимилектә

Куранто (мапуч теленән kurantuисп. pedregal) — мең йыллыҡ традицион ысул менән Чилоэ архипелагында соҡорҙа ҡыҙыу таштарҙы ҡулланып әҙерләнгән ашамлыҡ, таштарҙың археологик ҡалдыҡтары, шулай уҡ барлыҡҡа килгән ашамлыҡ 11 525 ± 90 калибрланмаған йыл элек ваҡытҡа ҡарай[1]. Чили аш-һыуына инә, Чилиҙың бөтә көньяҡ өлөшөндә таралған. Был ризыҡ составына диңгеҙ аҙыҡтары, ит, картуф һәм йәшелсә инә.[2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куранто Чилоте

Аш-һыу составына панцирлы диңгеҙ аҙыҡтары, ҡайһы берҙә балыҡтың төрлө төрҙәре, ит, чили лонганизаһы, картуф, картуфтан аҙыҡтар: милькао[en] (картуф ҡоймағы) һәм чапалеле[es] (картуф ыумасы), борсаҡ һәм фасоль кеүек ингредиенттар инә. Диңгеҙ аҙыҡтарын ҡулланыу үҙгәрә, әммә almejas (ингл. clams[en], ҡуш ҡапҡаслы моллюскылар), cholgas (Aulacomya atra[en], һырлы мидия) һәм picorocos (Austromegabalanus psittacus[en], ҙур мыйығаяҡтар) төп ингредиент булып тора. Урынына ҡарап әҙерләүҙең дөйөм ысулын һаҡлағанда ингредиенттарҙың һиҙелерлек айырмаһы булырға мөмкин. Ингредиенттарҙың нисбәттәре аныҡ билдәләнмәгән, төп принцип — барыһы ла булырға тейеш, ләкин әҙләп.

Чилоэ аш-һыуында традицион куранто асыҡ һауала яҡынса 1,5 метр тәрәнлектә ҡаҙылған махсус соҡорҙа әҙерләйҙәр. Соҡор төбөнә утта ҡыҙарғансы ҡыҙҙырылған таш түшәлә. Был ысул «curanto en hoyo» — соҡорҙа куранто тип атала[4]. Ингредиенттарының һәр ҡатламына pangue, йәки nalca (чили ирәүәне) япраҡтары, ә ул булмаған осраҡта фикус йәки күсәнле кәбеҫтә япраҡтары һалына. Аҙаҡтан дымлы тоҡ ябыла, артабан — ер һәм кәҫ һалына, был ғәйәт ҙур тиҙ бешергес эффектын булдыра, унда продукттар төтөн һәм парҙа әҙерләнә; бешеү өсөн сәғәт тирәһе ваҡыт китә. «Соҡорҙа бешкән курантоны» әҙерләү өсөн ваҡыт күп кәрәк, ул, әгәр биш йәки унан да күберәк кешенең ҡатнашлығын иҫәпкә алғанда, үҙе бөтөн бер ваҡиға булып тора. Алдан ҡаҙып ҡуйырға кәрәк булған соҡор өҫтәүенә, ҙур булмаған таштарҙы табып йыуырға, pangue япраҡтарын киҫергә, диңгеҙ ағыҡтарын, милькао һәм чапалеле әҙерләргә кәрәк. Таштар ҡыҙһа, курантоны йыйыу башлана. Таштар һыуынып өлгөрмәһен өсөн, быны тиҙ арала эшләр кәрәк.

Әҙерләүҙең башҡа формаһы «curanto en olla» тип атала — көршәктә куранто, уны олла[en] көршәгендә әҙерләйҙәр (йәки аш һәм стью әҙерләү өсөн ҙур керамик көршәк), уны усаҡ өҫтөнә, гриль йәки тиҙ бешергескә урынлаштыралар. Был ысул ябай, бынан тыш ашамлыҡ бешергәндәге йыйылған һурпа һауытта курантоға ҡушып бирелергә мөмкин. Чилиҙың үҙәк төбәктәрендә курантоның был төрөн шул уҡ исемле Чилоте ашы менән оҡшашлығы арҡаһында «pulmay» тип атайҙар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ашамлыҡтың әҙерләү ысулы был территорияларҙан күсерелгән чоно халыҡтарынан килә, һәм көньяҡ халыҡтары һәм испан конкистадорҙары килеү менән ашамлыҡтың рецебында яңы ингредиенттар барлыҡҡа килә, ул хәҙерге куранто ҡиәфәтен ала тип һанайҙар.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Rivas, Pilar; Ocampo, Carlos El antiguo curanto chilote (spanish) // Fondecyt 1020616 “Proceso y orígenes del poblamiento marítimo de los canales patagónicos: Chiloé y el núcleo septentrional". — 2002.
  2. Lenz, Rodolfo. Diccionario etimológico (исп.). — Santiago: Universidad de Chile, Seminario Filológico Hispano, 1910.
  3. Cavada, Francisco. Apuntes para un vocabulario deprovincialismos de Chiloé (República de Chile): Precedidos de una breve reseña histórica del archipiélago (исп.). — Punta Arenas, 1910.
  4. The curanto.