Бәрәңге

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Картуф — (лат. Solanum tuberosum) күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә тоған культуралы үҫемлек.

Solanum tuberosum.JPG

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Үҫемлектең тарихы

Был үҫемлекте Көнъяҡ Америка индеецтары бынан ун дурт мең йылдар элек ук белгәндәр. [[1565[[ йылда ул Испанияға килтерәләр. Һуңгараҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебез» Германияла, Италияля, Бельгияла, Францияла куренә башлай. Шулай за яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Һатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен, биҙәнеү өсөн, сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрзә уны «шайтан алмаһы» тип йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ һаналган.

Францияла аптекарь Пармантье «ер алмаһы»н үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында ул Людовик ХVI-ға картуфтың сәскә аткан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итә. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙан ныҡлы урын ала. Рәсәйҙә картуф уҫтерә башлау Петр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер ток картуф ебәрә. Әммә Петр I заманында картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыү һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана.

Бәрәңге алмаһы ағыулы

[үҙгәртергә] Картуфты үҫтереү

Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрен ер 18-20 С тиклем йылынғас ултырталар. Шытҡыларҙын оҙон аҡ тамыр үсеп сығы, аҡ тамарҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә.

Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.

Бәрәңге үҫентеһе

[үҙгәртергә] Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар

Хәзер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-зән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар

[үҙгәртергә] Картуфтың ҡоротҡостары

Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вируслы ауырыуы фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә.

[үҙгәртергә] Ҡыҙыҡлы фактар

  • Бельгияла картуф музейы бар. Уның экспонаттары картуф тарихына бәйле почта маркалары, картиналар һ.б.
  • Ҡайһы бер тропик утрауҙарҙа картуф аҡса берәмеге урынына йөрөй.
  • Картуфҡа бағышланған шиғырҙар һәм балладалар бар.
  • Исланлияла картуфтан араҡы етештерәләр.
  • 2000 йылда Минск ҡалаһында катруфҡа һәйкәл ҡуялар.
  • Берләшкән Милләттәр ойошмаһы (БМО) 2008 йылды халыҡ-ара картуф йылы тип иғлан итте.