Кәфен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Кәфен йәки кәфән (рус. саван, кафан), — исламда мәрхүмдәр кейеме. Шәһиттәрҙән башҡа бөтә мосолмандарҙы ла кәфенләйҙәр .

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәфенде аҡ төҫтәге материянан яһауға өҫтөнлөк бирелә, уртаса хаҡы — мәрхүмдең етешлегенә күрә. Ул яңы булырға тейеш, әммә был мөмкин түгел икән, йыуылған булыуы ла ихтимал[1].

Кәфендең минималь үлсәме — мәрхүмдең бөтә тәнен ҡаплаған бер киҫәк туҡыма[1]

Кәфен ир-егет өсөн ҡамис (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.[1][2].

Малайҙарҙы бер киҫәк туҡымаға төрөп ерләйҙәр, әммә 3 киҫәк тә эшләргә мөмкин, ҡыҙҙарҙы 3 ҡат- ахирәт күлдәге һәм ике киҫәк туҡымаға төрәләр[1].

Кәфенгә еҫлемайҙар һибеү яҡшы[1].

Үле тыуған йәки төшкән баланы ерләү өсөн бер ҡат туҡымаға төрәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]