Мавританияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мавританияла ислам
Дәүләт  Мавритания
 Мавританияла ислам Викимилектә

Мавританияла ислам дәүләт дине булып тора. Был ил халҡының 99,2%-ы ислам динен тота[1][2][3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мавритания территорияһы аша каруан сауҙа юлдары үткәнлектән, улар аша илгә мосолман сауҙагәрҙәре һәм вәғәзселәре килә башлай. Ислам Мавритания территорияһында VIII быуатта тарала башлай. XI быуат уртаһында Мавритания территорияһы Мәғриб һәм төньяҡта Мосолман Испанияһын яулап алған Әл-Мурабиттар державаһын формалашыу үҙәктәренең береһенә әйләнә. XII быуат уртаһында Әл-Мурабиттар ҡолатылғандан һуң, Мавритания ҡәбиләләре ғәмәлдә бойондороҡһоҙлоҡ ала[4]. Мавритания Урта быуаттар осоронда Мәғрибтә ислам таралыуҙың төп райондарының береһе булараҡ билдәле була. Мавританияла дәрүиш ордендары айырыуса ҙур йоғонтоға эйә булған; XVI быуатта уларҙы таратыуҙа шәйех Сиди Әхмәт Беккаи мөһим роль уйнай. XIX быуатта Тижәниә, Ҡадирилек ордендары ҙур йоғонто яһай; XIX быуат аҙағында — XX быуат уртаһында Хәмәлиә һәм Фәдилиә. В XV-XVI быуаттарҙа Марокко хакимдары Мавританияла үҙ йоғонтоһон урынлаштырырға тырыша , әммә улар оҙаҡҡа нығына алмай. XV быуат башында Мавританияға европалылар: португалдар, голландтар, француздар.үтеп инә башлай. Француздарҙың үтеп инеүе улар 1659 йылда Сенегал йылғаһы тамағында Сен-Луи фортына нигеҙ һалғандан һуң көсәйә.

Имам Насир Әд-Дин XVII быуат уртаһында Сенегал йылғаһы үҙәнендә теократик дәүләт барлыҡҡа килтергән. XVII быуаттың 2-се яртыһында Мавритания территорияһында Трарза һәм Бракна әмирлектәре формалаша. XVIII быуат уртаһында үҙәк Мавританияла Адрар һәм Тагант әмирлектәре барлыҡҡа килә. 1850-се йылдарҙа бер нисә һуғыш һөҙөмтәһендә француздар әмирлектәрҙе отошло булмаған килешеүҙәр төҙөргә мәжбүр итә, һәм был төбәктә француз йоғонтоһо нығыныуына килтерә. XIX быуат аҙағында-XX быуат башында колонизаторҙарға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе изге һуғыш (йыһат) иғлан иткән суфыйҙар берләшмәләре ойоштора. XIX—XX быуат сигендә көнбайыш Сахара төбәгенең күп кенә ҡәбиләләренең француздарға ҡаршы изге көрәште шәйех Ма әл—Айнин етәкләй. 19011904 йылдарҙа, илдең абруйлы рухи лидерҙары ярҙамына таянған француз колониаль эшмәкәре Ксавье Копполани миссияһы һөҙөмтәһендә, Франция Мавританияны үҙенең протектораты тип иғлан итә. 1912 йылға Мавритания территорияһы тулыһынса француздар контроле аҫтында була. Француз хакимиәте илдең дини лидерҙары яғынан — мүрәбиттәр һәм шәйехтәрҙән ярҙам ала. 1960 йыл бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Мавритания ислам республикаһы тип иғлан ителә. 1985 йылғы Конституция исламды дәүләт дине тип иғлан итә һәм Мавританияла шәриғәт урынлаштыра.

Һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

3,338,000 мавританлы, был ил халҡының 99,0%-н тәшкил итә, ислам динен тота. Уларҙың күбеһе Мәлики мәҙһәбе[2] сөнниҙәре. Шулай уҡ суфыйлыҡ ордендары вәкилдәре бар, шулай уҡ — әхмәҙиҙәр[5].

Мавританияның мәсеттәре һәм ислам ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мавританияла 8000 мәсет[6]төҙөлгән. Иң боронғо мәсет булып XIV быуатта төҙөлгән Шингетти йәмиғ мәсете[7] тора. Иң матуры тип 2004 йыл Сәғүд Ғәрәбстанынан килгән аҡсаға төҙөлгән — Сәғүд мәсете.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Table: Muslim Population by Country  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (27 January 2011). 12 февраль 2018 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 20 февраль 2018.
  3. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 24 декабрь 2018.
  4. Мюллер А. История ислама. gumilevica.kulichki.net. Дата обращения: 12 февраль 2018. Архивировано 3 ноябрь 2011 года.
  5. Marloes Janson. Islam, Youth and Modernity in the Gambia: The Tablighi Jama'at. — Cambridge University Press, 2013-10-28. — 326 с. — ISBN 9781107040571.
  6. Мечети Мавритании – платформы для распространения идей толерантности | islam.ru. www.islam.ru. Дата обращения: 12 февраль 2018. Архивировано 17 октябрь 2017 года.
  7. Cyril Glassé, Huston Smith. The New Encyclopedia of Islam. — Rowman Altamira, 2003. — 574 с. — ISBN 9780759101906.