Малярия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Малярия
P vivax trophozoite4.jpg
Эритроциты, зараженные P.vivax
МКБ-10 B5050.B5151.B5252. B5353. B5454.
МКБ-9 084084
OMIM 248310 248310
eMedicine med/1385  emerg/305emerg/305 ped/1357ped/1357 med/1385  emerg/305emerg/305 ped/1357ped/1357
MeSH C03.752.250.552 C03.752.250.552

Маляри́я, биҙгәк, тапма, тотанаҡ, һуғылма (Урта быуттарҙа итал. mala aria — «насар һауа»[1]Anopheles төрөндәге «малярия серекәйе» тешләгәндән һуң кешегә йөҡҡан транмисиив йоғошло ауырыу. Биҙгәк тотоу, ҡалтыраныу, спленомегалия (талаҡ (селезёнка) үлсәме ҙурайыу), гепатомегалия (ашҡаҙан ҙурайыу), анемия – ауырыуҙың билдәләре. Йыл һайын малярия менән сирләгән 350 – 500 миллион кеше теркәлә, уларҙың 1,3 – 3 миллионы үлем менән тамамлана[2]. Ауырыу йоҡтороуҙың 85 – 90 % Африкала Сахаранан көньяҡтараҡ теркәлә[3], шуларҙың күп өлөшө 5 йәшкә тиклем балалар.[4] Киләһе 20 йылда үлем осрағы ике тапҡырға артыуы көтөлә.[5]

Ауырыуҙы өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә]

Малярия менән кешеләр 50 000 йылдан артыҡ ауырый тигән фараз бар[6]. Ауырыуҙың килеп сыҡҡан урыны булып Үҙәк һәм Көнбайыш Африка һанала.

Малярия тыуҙырған биҙгәк тураһында беренсе яҙылған мәғлүмәт Ҡытайҙа табыла. Был йыляҙмалар, Ся династияһы осоронда Б.Э.Т 2700 йылда яҙылған[7].

Женева табибы 1696 йылда Мортон ауырыуҙы мөстәкил төр итеп айырып сығара һәм дауалау өсөн хин ағасы ҡабығын ҡулланыуҙың файҙаһын иҫбатлай (Перу индеецтарына ағастың был сифаты мәғлүм була). 1717 йылда Италия табибы Ланцизи биҙгәк килеп сығуҙың һаҙлы урындар менән бәйләнешен раҫлай. Француз А. Лаверан ауырыу сығанағын тасүирлай (1830). И.И. Мечников ауырыу сығанагын Protozoa тибына нисбәтләй (1887). Р. Росс ауырыуҙың күсеү юлдарын асыҡлай (1897), Ф.И. Гизе давалау өсөн хинин кристаллын булдыра (1816). XX быуат уртаһында хлорохон синтезлана. Бөтә донъя сәламәтлек ойошмаһы биҙгәкте бөтөрөү буйынса глобаль программа ҡабул итә һәм, шуның нәтижәһе булараҡ, доньяла ауырыу ике тапкыр кәмей.

Биҙгә́к ауырыуы́, макрофагаль-моноцитар система (организмды һаҡлау системаһы) күҙәнәктәре һәм эротроциттарҙың күп өлөшо зарарланыуы сәбәпле, кешенең антропоз, протозой, трансмиссив инвазия халәте, биҙгәк өянәге, анемия һәм гепотопиленомегалия күренеше. Киң таралган ауырыу. Биҙгәк ауырыуының яман формалары: церебраль формалағы менингизм, коматоз халәт; гемоглобин аҙайыу йә иһә көслө гемолиз һәм гемолитик һары гемоглобинур менән бәйле ҡара һыу биҙгәге; йоғошло - ағыуланыу шогы халәтендәге, алгид формаһы, бөйөр зәғийфлегенең көсәйеүе; фиброз панкреатит (һеңерҙәр ауыруы). Малярия – айырыуса Азия, Океания, Африка, Үҙәк һәм Төньяҡ Америка илдәрендә киң таралған паразит ауырыу.

Ауырыу билдәләре[үҙгәртергә]

Ауыр һәм оҙаҡҡа һуҙылған ауырыу ваҡытында бауыр һәм талаҡтың ҙурайыуы, нәтижәлә әҙ ҡанлылылыҡ билдәләре күҙәтелә. Йоҡторолғандан алып ауырыу башланғансыға ҡәҙәр 7-25 көн уҙа. Әмма беренсе өйәнәктәр хатта 8-14 айҙан һуң да башланырға мөмкин. Ауырыуҙың характерлы билдәһе – көн дә йәки ике, өс көндән һуң ҡабатланырға мөмкин булған биҙгәк өйәнәктәре. Шулай уҡ нерв системаһы, бөйөр, бауыр һәм башҡа органдар ауырыуҙары булыуы ихтимал. Өйәнәктәрҙең туҡтауы ауырыу тулыһынса терелде дигәнде аңлатмай. Бер ниҡаҙәр ваҡыттан һуң ауырыу кире ҡайтарға мөмкин.

Таралыу юлдары[үҙгәртергә]

Биҙгәк ваҡытында тән температураһы йәһәт кенә 40 градусҡа күтәрелә, кешене биҙгәк тота башлай, ул тирләй, хәле бөтә, башы ауырта, бауыры, талағы ҙурая. Был хәл, ғәҙәттә, 3-4 көнгә һуҙыла. Тропик малярия ваҡытында кешенең организмы ағыуланып, мәрткә китергә йә иһә үлергә лә мөмкин. Ауырыу сығанағы – паразит йөрөтөүсе, ҡанында плазмодий гаметоциттары булған, биҙгәктең беренсел һәм көслө билдәләре булған ауырыу кеше. Малярия ауырыу кешенән маляриялы серекәй тешләү юлы менән күсә. Эҫҫе ваҡытта серекәйҙәр айырыуса актив. Малярия ҡурҡынысы булған территорияләр исемлегенә кермәгән урындарҙа ла был ауырыуҙы йоҡтороу ихтималы ҙур.

Ауырыуҙың беренсе билдәләре күренеүгә киҫекмәҫтән табибҡа мөржәғәт итергә кәрәк. Үҙ ваҡытында дауаланһаң, ауырыу оҙаҡҡа һуҙылмай.

Профилактика[үҙгәртергә]

Биҙгәк ауырыуы профилактикаһы - плазмодий-серекәй-кеше биоценозын өҙөүҙән ғибарәт: Росс ысулы менән серекәйҙәрҙе юҡ итеү йә иһә кешене уларҙан айырыу, Кох ысулы менән кеше организмындағы сығанаҡтарҙы юҡ итеү. Зарарланған районда шәхси һаҡланыу яйланмаларын булдырыу зарур. Серекәйҙәрҙең артыуы һыулыҡтарҙа ғына түгел, йыйылған һыуҙарҙа, ағас төптәрендә, сүплектә, консерв банкларында ла була. Серекәйҙәр ҡараңғылыҡны яратыусы йән эйәләре. Ҡояш байығас урамға сыҡһағыҙ, оҙон еңле кейем кейергә тырышығыҙ, тәнегеҙҙең асыҡ ҡалған өлөштәренә серекәйҙәрҙә өркөтә торған махсус кремдар һөртөгөҙ. Малайзия, Вьетнам, Һиндостан, Көньяҡ Америка илдәренә барғанда бигрәк тә һаҡ булырға кәрәк. Ул илдәрҙә малярияның тропик формаһын эйәртеү ҡурҡынысы ҙур. Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: тропик һәм субтропик илдәрҙә булып ҡайткандан һуң, өс йыл дауамында, тән температураһы күтәрелгән һайын киҫекмәҫтән табибҡа мөрәжәғәт итергә һәм элегерәк тропик илдә булыуығыҙҙы иҫкәртергә кәрәк.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Малярия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  2. Campbell, Neil A. et al. «Biology» Seventh edition. Menlo Park, CA: Addison Wesley Longman, Inc. 2005
  3. Scott P. Layne, M.D. UCLA Department of Epidemiology, «Principles of Infectious Disease Epidemiology / EPI 220»
  4. Greenwood BM, Bojang K, Whitty CJ, Targett GA Malaria. — 2005. — Т. 365. — С. 1487-1498.
  5. Hull, Kevin. (2006) «Malaria: Fever Wars». PBS Documentary
  6. Joy D, Feng X, Mu J, Furuya T, Chotivanich K, Krettli A, Ho M, Wang A, White N, Suh E, Beerli P, Su X Early origin and recent expansion of Plasmodium falciparum. // Science — 2003—300 (5617) — 318-21
  7. Cox F (2002). «History of human parasitology.». Clin Microbiol Rev 15 (4): 595—612.