Серәкәйҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Серәкәйҙәр
Серекәй
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Ҡанатлылар
Надотряд: Яңы ҡанатлылар
Отряд: Ике ҡанатлылар
Подотряд: Оҙонморондар
Ғаилә: Серәкәйҙәр
Латинса исеме
Culicidae
Ырыуҙар

һәм башҡалар. Тексты ҡара.

ITIS 125930
NCBI 7157

Серәкәйҙәр, (урыҫ. настоящие комары, лат. Culicidae) — ике ҡанатлылар ғаиләһенән булған бөжәк, оҙонморондар (Nematocera) төркөмөнә ҡарай. Был ғаиләнең ауыҙ ағзалары бик үҫешкән. Өҫкө һәм аҫҡы ирендәре һуҙынҡы, улар нәҙек кенә энәләр өсөн футляр барлыҡҡа килтерә (яңағы 2 пар); ата серекәйҙең яңаҡтары үҫешмәгән, улар тешләшмәй. Аяҡһыҙ личинкалары һәм ҡурсаҡтары аҡмаған һыуҙа йәшәй. Донъяла барлығы 3000 төр серекәй иҫәпләнә. Улар 38 ырыуға берләшә[1]. Рәсәйҙә 100 төрө билдәле.

Ҡаҙылма серекәйҙәр аҡбур осоронан алып билдәле.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Серәкәй

Серәкәйҙәр бик бәләкәй һәм йоҡа кәүҙәле (оҙонлоҡтары 4—14 мм), аяҡтары оҙон, тар һәм үтә күренмәле ҡанатлы. Төҫө һары, һоро һәм көрән. Ҡорһаҡ өлөшө оҙонса, ун бүлкәттән (сегменттан) тора. Күкрәге ҡорһаҡ өлөшөнә ҡарағанда киңерәк. Аяҡтары пар тырнаҡтар менән тамамлана. Ҡанаттары тәңкә менән ҡапланған, ҡайһы саҡ уларға биҙәктәр төшә. Антенналар оҙон, 15 быуынтыҡтан тора. Ауыҙ аппараты беҙ һәм һурғыстан тора. Инә бөжәктең мороно оҙон, ул сәнскес энәнән тора. Ата бөжәктең мороно юҡ[2][3].

Ауыҙ аппараты төпкә аҫҡы ирендәргә йәшеренгән. Уның эсендә ваҡ ҡына бысҡы тештәренә оҡшаған бер нисә яңағы бар. Шул яңаҡтар ярҙамында тирегә тишек тишә һәм моронон аҫҡа төшөрә. Ул төпкә ҡан капиллярҙарынаса барып етә һәм ҡанды һура.

Таралышы[үҙгәртергә]

Серәкәйҙәр Антарктиданан башҡа барлыҡ ҡитғаларҙа ла киң таралған. Уның иң киң таралған ареалы төп ҡорбаны кеше йәшәгән һәр урын.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Уртаса бүлкәттә, ғәҙәттә, майҙан алып октябргәсә бик әүҙемдәр. Әгәр ҡышын ҡар күп булып, яҙ иртә килһә, дымлы һәм йылы булһа апрелдә уҡ сыға башлайҙар.

Башҡа ике ҡанатлы бөжәктәр кеүек үк серәкәйҙәрҙең үҫеше 4 фазанан тора: йомортҡа, личинка, ҡурсаҡ, имаго. Имагонан башҡа фазаларҙа улар һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Һыуҙа йәшәүсе личинкалар һәм ҡурсаҡтар алтмосфера һауыһын тын алыу көпшәләре аша уларҙы өҫкә ҡаратып ҡуйып һулай. серәкәйҙең личинкалары  — фильтраторҙар  — һыуҙағы микроорганизмдар менән туҡлана. Үҫеп еткән бөжәк (имаго) инә серәкәйҙәр башлыса һөтимәрҙәр, ҡоштар, рептилиялар һәм амфибиялар ҡанын һурып туҡлана, ата серәкәйҙәр сәскәле үҫемлектәрҙең һуттары — нектарҙар менән туҡлана.

Серекәй сәскә һуты менән туҡлана

Ҡан һурыусы үҫеп еткән инә серекәй йәйен һәр ерҙә лә осрай: һаҙамыҡ һәм еүеш урындарҙа, мал — тыуар ҡаралтыларында, кеше йәшәгән торлаҡ стеналарында,күләгәле урындарҙа. Ҡышын уларҙы мал ҡаралтыларында, йылы подвалдарҙа осратырға мөмкин. Улар хәрәкәтһеҙ (әгәр температура 0 °C түбән булһа) аҙ хәрәкәтле формала булалар[2].

Ҡорбанын эҙләгәндә инә серәкәй кешенән бүленеп сыҡҡан углекислый газға ҡарап йүнәлешен билдәләй. Ул 12 метр радиусында һиҙелә. Шулай уҡ йылылыҡҡа, хәрәкәткә, тирҙә булған һөт кислоты еҫенә лә ҡарап билдәләй ала[4].

Шулай уҡ инә серәкәй яҡтылыҡ буйынса ла билдәләй ала. Ҡаланың насар яҡтыртылғанбиналарҙа, бүлмәләрҙә ҡараңғы тормош алып бара.

Инә серәкәйҙең уртаса йәшәү осоро температураға бәйле. Лаборатор шарттарҙа (подвалдарҙа күҙәтеүҙәр ойошторолманы) углевод туҡланыуында, 25 °C йылылыҡта инә серәкәйҙәр уртаса 43 көн, 20°С йылылыҡта — 57 көн, ә инде 10—15°С — 114—119 көн; туҡланыу булмаған осраҡта йәшәү осоро бик ныҡ ҡыҫҡара. Ата серәкәйҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо бар осраҡтарҙа ла 25 °C 19 көнгә генә һуҙыла.

Серәкәйҙәрҙең ҡайһы бер төрҙәрең йәшәү осоро мәғлүм осраҡтарҙа оҙағыраҡҡа һуҙыла. Улар ҡышлап сыҡҡас та 1—2 ай йәшәй.

Үрсеүе[үҙгәртергә]

Аталанған осорҙа инә серекәй ата серекәйҙәрҙе ҡанаттарын елпеүе ярҙамында нәҙек кенә беҙелдәгән тауышы менән йәлеп итә. Серекәйҙәр тауыш тирбәлеүен һиҙгер мыйыҡсалары менән һиҙә. Инә бөжәк ата бөжәккә ҡарағандә нәҙегерәк, йәш бөжәктәр ололарынан айырмалы беҙелдәй. Шуға ҡарап, ата серекәйҙәр һаҡ ҡына тыңлап, олораҡ серекәйҙәрҙе бик тиҙ таба. Аталаныу осоронда ата һәм инә серекәйҙәр күс барлыҡҡа килтерә.

Инә бөжәк 2—3 көн эсендә 30—150, хатта 280-гә ҡәҙәре күкәй һала. Йомортҡанан бер аҙна эсендә оло серекәй үҫеп етә. Йомортҡа һалыу өсөн инә серекәйгә ҡан эсең бик мөһим. Шуға ла күкәй һалыуы ҡанды күпме эсеүгә бәйле.

Йомортҡаларҙы аҡмай ятҡан, йәки талғын аҡҡан һыу өҫтөнә һала. ( Anopheles и Culex) ырыуы, ( Aedes) ырыуына ҡараған төрҙәре яҙ һыу аҫтында ҡалған ерҙәрҙә барлыҡҡа килгән күләүектәр ситенә ергә һала[2].

Серекәйҙең тешләүе[үҙгәртергә]

Тешләр алдынан серекәйҙәр ҡанды ойоштороусы антикоагулянттар ебәрә. Серекәйҙең ошо һеләгәйе тәнде ҡысыта, сабырттыра, шешендәрә, ҡыҙыл тапсыҡтар барлыҡҡа килтерә. Айырым осраҡта хатта аллергик реакция барлыҡҡа килә. Шул һеләгәйҙән серекәйҙәр аша таралыусы инфекциялар тарала ла инде.

Кеше тормошондағы әһәмиәте[үҙгәртергә]

Серекәйҙәр малярия, һары лихорадка, зәңге һәм башҡа төр энцефалиттар таратыусылар булып торалар. Ошо ауырыуҙар араһынан берәүһе генә (малярия) йыл һайын ике миллион кешенең үлеменә сәбәпсе була[5]. Унан башҡа серекәй тешләүе аллергия һәм сабыртма килтереп сығара.

Классификация[үҙгәртергә]

Aedes aegypti — һары биҙгәғә таратыусы
Anopheles albimanusмалярия таратыусы

Ғаилә эсендә тағы ла өс бүлендек ғаиләләр бар :

Серекәйҙәр менән көрәш[үҙгәртергә]

Серекәйҙән һаҡланыуҙың барлыҡ саралары түбәндәгеләргә бүленә:

  • экологик — һыу ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү, подвалдарҙы төҙөкләндереү; мәҙәни ландшафт шарттарын экологик юл менән төҙөү батҡаҡ урындарҙы киптереү, һыу ятҡылыҡтары ярҙарын тәрәнәйтеү, дым тотоусы үҫемлектәрҙән таҙалау);
  • физик — тәпеләр, йәбешкәктәр, москитка ҡаршы селтәрҙәр, серекәйҙән һаҡлаусы битлектәр, полагалар, тығыҙ кейемдәр ҡулланыу;
  • халыҡ сараһы — серекәйҙәр өсөн еҫе тәьҫир итеүсе үҫемлектәр һәм уларҙың экстракттарын ҡулланыу;
  • биологик — серекәйҙәрҙең ҡурсаҡтарын, личинкаларын юҡ итеүсе биологик бактериялар ҡулланыу;
  • химик — дезинсекция. Шәхси һаҡланыу саралары: репелленттар, инсектицидтар, фумигаторҙар (спиралдәр, электр-умигаторҙары);
  • техник — ультратауыш ҡоролмаһы — моделена ҡарап 20-нән 5000-гәсә метр аралыҡта серекәйҙәрҙе юҡ итә2); ультрафиолет ҡулайламаһы — серекәйҙәрҙе юҡ итеүсе москит лампаһы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Комары, двукрылые насекомые // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  • Агринский Н. И. Насекомые и клещи, вредящие сельскохозяйственным животным. — М.: Сельхозиздат, 1962. — С. 74—91.
  • Плавильщиков Н. Н. Определитель насекомых: Краткий определитель наиболее распространённых насекомых европейской части России. — М.: Топикал, 1994.
  • Паразитология и инвазионные болезни животных / М. Ш. Акбаев, А. А. Водянов, Н. Е. Косминков и др.; под ред. М. Ш. Акбаева. — КолосС, 2002. — С. 710—712.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Горностаева Р. М., Данилов А. В. Комары Москвы и Московской области. — М.: KMK Scientific Press, 1999
  2. 2,0 2,1 2,2 Агринский Н. И. Насекомые и клещи, вредящие сельскохозяйственным животным.
  3. Паразитология и инвазионные болезни животных / М. Ш. Акбаев, А. А. Водянов, Н. Е. Косминков и др.; под ред. М. Ш. Акбаева.
  4. Anna Petherick How DEET jams insects' smell sensors. Nature (2008-03-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 август 2011. 15 июнь 2010 тикшерелгән.
  5. Top 10 deadliest animals on the planet, Telegraph.co.uk (14 Apr 2009). Проверено 14 апрель 2009.
  6. Animal Diversity Web — Culicinae