Эстәлеккә күсергә

Муҡшы теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мокша теле битенән йүнәлтелде)
Муҡшы теле
эрз. Мокшень кяль
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Барлыҡҡа килгән Мордовия Республикаһы, Түбәнге Новгород өлкәһе, Пенза өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаhы, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Рязань өлкәһе һәм Тамбов өлкәһе
Тел төрҙәре SVO[d], SOV[d], номинатив-аккузатив тел[d] һәм агглютинатив телдәр
Яҙыу Кирил алфавиты
Телдә һөйләшеүселәр 2025 кеше (2010)[2]
Телдең ЮНЕСКО статусы 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][3]
Ethnologue каталогында тел статусы 6b Threatened[d][4]
Тасуирлау биттәре uralic.clld.org/language…
Викимедиа проекттарында тел коды mdf
 Муҡшы теле Викимилектә

Муҡшы теле (үҙатамаһы: мокшень кяль) — фин-иҙел төркөмөнә ҡараған фин-уғыр теле, урал ғаиләһенә ҡарай; Муҡшы лар теле. Муҡшы теленә иң яҡыны эрзә теле һанала, әммә фонетик төҙөлөшөндә, лексикаһы һәм грамматикаһында етди айырмаһы булғанлыҡтан, был телдәрҙе йөрөтөүселәрҙең бер-береһен аңлап һөйләшеү мөмкинлеге юҡ. Мордва Республикаһында муҡшы теле эрзә һәм рус телдәре менән бер рәттән рәсми тел булып тора, әммә уны эш башҡарыуҙа ҡулланыуҙың юридик базаһын һәм  нормаларын көйләү ҡабул ителмәгән.

Муҡшы теле, күп суффикстар ҡулланған  агглютинатив телдәргә ҡарай. Муҡшы телендә род категорияһы юҡ. Күрһәтеү килеш менән үҙгәреүен киң ҡулланыу йыш ҡына постпозитив артикль менән сағыштырыла (мәҫ.: аля — «ир-егет», алясь — «был ир-егет»; ванома — «көҙгө», ваноматне — «был көҙгөләр»). Муҡшы теле, шулай уҡ башҡа фин-уғыр телдәренә хас (мәҫ.: сёрмазе «минең хат», сёрмаце — «һинең хат», сёрмац — «уның хаты») булған, үҙенсәлекле эйәлек килеш системаһына эйә. Муҡшы теле бай килеш системаһына эйә. Хәҙерге заманда ҡулланылған 12 килештән тыш, һирәк ҡулланылған һәм иҫкергән тип 20-нән ашыу килеш иҫәпләнә. Хәҙерге телдә 4 ҡылым ваҡыты: хәҙерге-киләсәк, ике үткән заман һәм киләсәк ҡатмарлы ваҡыттары ҡулланыла. Һинд-европа төркөмө өсөн хас эйә булыу ҡылымы юҡ, уның урынына рус теленә оҡшаған «(у) меня есть» (мәҫәлән: монь кафта кудне — «у меня есть два дома» «минең ике йортом бар») алмаштарҙың эйәлек килеше ҡулланыла. Модаль ҡылымдарҙың булмауы  айырым ҡылым ялғауҙарын ҡулланыу иҫәбенә  тулылана (мәҫ. молемс — «барырға», молевомс — «барыу хәлендә булыу», мон аф молеван — «мин бара алмайым»). Бары тик уғыр телдәренә генә хас ҡылымдың объектһыҙ («күсемһеҙ») һәм объектлы  («күсемле») зат, һан, заман менән үҙгәреүе менән (мәҫ.: келькте — «һине яратам», кундасайн — «уларҙы тотам») айырыла.

Муҡшы телендә Мордва Республикаһында; Пенза, Һамар, Һарытау, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Рязань , Тамбов өлкәләрендә; Татарстанда, Башҡортостанда, шулай уҡ Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта һөйләшәләр. Рәсәйҙән ситтә,  Әрмәнстанда һәм Америка Ҡушма Штаттарында, муҡшы диаспоралары бар.

ЮНЕСКО телдәр атласында муҡшы теле юғалыу хәүефе янаған тел булараҡ билдәләнә..

Саранскиҙа урамдың исемен Мордовияның өс рәсми: рус, муҡшы һәм эрзә телдәрендә күрһәткән аншлаг.

Рәсәйҙә 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе: 614 260 кеше «мордва, муҡшы-мордва, эрзә-мордва» теле[5];белеүен күрһәткән; милли сығышын күрһәтеү 843 350 кеше — милләтен мордва тип, шул иҫәптән 49 624 кеше милләтен муҡшы тип күрһәткән [6].

Рәсәйҙә 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе: 392 941 кеше «мордва» телен, 2025 кеше «муҡшы-мордва» телен белгәнен күрһәткән ; 744 237 кеше — милли сығышын мордва, шул иҫәптән 4767 кеше милләтен муҡшы тип күрһәтә[7].

Күренеүенсә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре бары тик мордва телен белеүселәрҙең дөйөм һанын ғына  баһалау мөмкинлеген бирә, әммә нисә еше муҡшы телендә һөйләшкәнен белеү мөмкинлеген бирмәй.

1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 392,4 мең кеше генә муҡшы телен белгән.[8] 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Мордва  Республиканында 180 меңдән ашыу муҡшы булған.

Ethnologue сайты күрһәткәнсә, Рәсәйҙә 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға һылтанғанда, муҡшы телендә һөйләшеүселәр һаны 614000 кеше тәшкил иткән (2002)[9]. Шул уҡ ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу сайты  614 000 — муҡшы һәм эрзә [10].телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны тип әйтә.

Функциональ статусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муҡшы теле Мордва Республикаһының дәүләт теле.

  • Муҡшы теленең киң мәғлүмәт сараларында  ҡулланышы:
    • радио тапшырыуҙары: Саранск  ҡалаһы радиостанцияһы Мордваның Милли радиоһы Вайгель, 1061 кгц. Эфир ваҡытының 14,3 % муҡшы һәм эрзә телдәрендәге тапшырыуҙар биләй;
    • гәзиттәр: «Мокшень правда», ойоштороусылары Мордва Республикаһы хөкүмәте һәм Мордва Республикаһы Дәүләт Йыйылышы;
    • «Муҡшы (журнал)» — мордва — муҡшы телендә баҫылыусы әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал;
    • «Якстерь тяштеня» («Ҡыҙыл йондоҙсоҡ») — мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп балалары өсөн муҡшы телендәге журнал.
  • Белем биреүҙә ҡулланылған тел: 2002/03 уҡыу йылында муҡшы теле Рәсәйҙең 121 мәктәбендә уҡытылған [11]. 2009/10 уҡыу йылында Мордовияның 50 мәктәбендә 1 кластан алып 4 класҡа тиклем уҡытыу муҡшы телендә алып барылған. Тағы ла 87 мәктәптә муҡшы теле милли мәктәптәр планы буйынса предмет булараҡ 1 кластан 11 класҡа саҡлы уҡытылған. 171 мәктәптә рус телле мәктәптәрҙең планы буйынса муҡшы телен предмет булараҡ өйрәнгәндәр. Бынан тыш 87 телен өйрәнеү буйынса факультативтар һәм түңәрәктәр эшләй, мәктәптәр янында моҡша 40[12]. Мордва Республикаһы Мәғариф министрлығының 2012 йылдың август  мәғлүмәттәренә ярашлы, муҡшы телендә уҡытылған милли мәктәптәр юҡ, һәм муҡшы теле туған тел булараҡ та, туған тел булмаһа ла, дөйөм алғанда 3556 кеше предмет булараҡ Мордваның 52 мәктәбендә өйрәнелә [13]. Уҡыу факультатив характер йөрөтә[14]. Муҡшы телен мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ уҡытыу планы составына индереү рәсми рәүештә «является незаконным и нарушает конституционные права несовершеннолетних на свободный выбор языка общения, воспитания, обучения и творчества» «законһыҙ тип һанала һәм бәлиғ булмағандарҙың аралашыу, тәрбиә, уҡытыу һәм ижад телен ирекле һайлау кеүек конституция хоҡуҡтарын боҙа»[15]. Рәсми мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, 2012 йылдың авгусына муҡшы һәм эрзә телдәрен өйрәнеүселәр һаны 22545 кеше.күрһәтелә.[16]
  • үҙәк диалект (һөйләш) (ҡайһы берҙә пенза-диалект новгород) — мордва республикаһы бер нисә ҙур территорияла таралған:
    • төньяҡ һөйләштәр төркөмө — Пенза өлкәһе , республикаһының Старошайговский районы һәм Түбәнге Новгород өлкәһе;
    • төньяҡ-көнбайыш һөйләше төркөмө — Рязань , түбәнге новгород;
    • көнбайыш һөйләштәр төркөмө — Рязань районы;
    • көньяҡ-көнсығыш һөйләштәр төркөмө — территорияһының күп өлөшө түбәнге;
    • серединный һөйләштәр төркөмө — өсмөйөш таралған Краснослободск-Иҫке Шайгово-Рузаевка. Һыҙаттарға эйә булған башҡа күп диалекттарына;
  • көнбайыш диалект (һөйләш) — Зубов-Полянский районында өлөшө һәм районы Торбеевский;
    • төньяҡ-көнбайыш һөйләш төркөмөн
    • көньяҡ-көнбайыш һөйләш төркөмөн
  • көньяҡ-көнсығыш диалект (һөйләш) — Мордовияның Инсарский, Кадошкинский, Ковылкинский, Рузаевский райондары;
  • күсемле диалект (һөйләш) — көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш диалекттары араһында таралған, ике диалекттың да һыҙаттарына эйә булған;
  • ҡатнаш һөйләш — Мордванан ситтә, эрзә һөйләштәре менән тығыҙ күршелектә йә айырылып урынлашҡан тәү муҡшы һөйләштәре.
1924-1927 йылдарҙағы кириллица графикаһына нигеҙләнгән муҡшы алфавиты
1932 йылда ҡабул ителгән латин графикаһына нигеҙләнгән муҡшы алфавиты[17]

Муҡшы телен яҙыу өсөн  кириллица ҡулланыла. Уның хәҙерге варианты бер  рус алфавитынан бер нәмә менән дә айырылмай, рус орфографияһы ҡағиҙәләренә таяныла, һәм был рус телендә аналогы булмаған [ə] һәм [æ] фонемаларын дөрөҫ һүрәтләү мөмкинлеген бирмәй. Революцияға тиклемге алфавиттарҙа төрлө лигатуралы кириллица алфавиты ҡулланылған.  Мәҫәлән,1901 йылда Николай Барсов әҙерләгән Иоанн Богословтан әҙерләгән Изге Евангелиеһы баҫмаһында «я» һәм «е» хәрефтәре берләшмәһенән торған [æ] лигатураһы ҡулланылған. [Ә] фонемаһын яҙыу өсөн «ъ» ҡулланылған. 1924 йылда, 1927 йылға саҡлы ғәмәлдә булған, лигатуралы яңы кириллица алфавиты ентекләп эшләнгән булған.

1932 йылда рәсми рәүештә латин алфавиты ҡабул ителгән, әммә уны ҡулланған бер ниндәй баҫма ла сығарылмаған. 1993 йылда ҡабул ителгән орфография нормаларына ярашлы, редукцияланған [ə] һүҙ башында һәм беренсе ябыҡ ижектә «ъ» хәрефе менән яҙылған: ърьвяня — /ərʲvænʲæ/, кърга — /kərga/[18][19].

Лингвистик ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонетика һәм фонология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуҙынҡылар:

Передние Средние Задние
Верхние i (ɨ) u
Средние e ə o
Нижние æ a  

Тартынҡылар:

  Губные Альв. Постальв. Палат. Веляр.
Носовые твёрдые /m/ /n/      
мягкие   /nʲ/      
Взрывные твёрдые /p/   /b/ /t/   /d/     /k/   /g/
мягкие   /tʲ/   /dʲ/      
Аффрикаты твёрдые   /ʦ/      
мягкие   /ʦʲ/ /ʨ/    
Щелевые твёрдые /v/   /f/ /s/   /z/ /ʃ/   /ʒ/   /x/
мягкие   /sʲ/   /zʲ/   /ç/  
Дрожащие твёрдые   /r̥/   /r/      
мягкие   /rʲ̥/   /rʲ/      
Боковые
и скользящие
твёрдые   /l̥/   /l/      
мягкие   /lʲ̥/   /lʲ/   /j/   /ȷ̊/  

Муҡшы телендә яҡынса 12 килеш айыралар. Барлыҡ синтетик телдәргә хас булғанса, тамамланған килеш буйынса үҙгәртеү ялғауҙар ҡушыу юлы менән атҡарыла. Түбәндә тол («ут») һүҙе миҫалында 13 килеш ялғауы һанап күрһәтелгән.

Падеж Окончание ед. ч. Окончание мн. ч. Пример употребления Смысл
Номинатив - тол/толхт «огонь/огни»
Генитив -нь -(т)нень толонь/толхнень «огня/огней»
Датив -ти(-ди) -(т)ненди толти/толхненди «огню/огням»
Аблатив -та (-да) толда «огня, от огня»
Пролатив -га/-ва - толга «по огню»
Иллатив -с/-у/-в толс «в огонь»
Элатив -ста толста «из огня»
Инессив -са толса «в огне»
Компаратив -шка толшка «как огонь»
Абессив -фтома толфтома «без огня»
Транслатив -кс толкс «огнём»
Каузатив -нкса толонкса «за огнём»
Комитатив -нек толнек «с огнём»
  • Суффикстар һәм ялғауҙарҙан һүҙ һиҙерлек оҙоная һәм хатта бер һүҙҙән тотош һөйләм барлыҡҡа килә. Мәҫәлән: Покамафтомольхть. — «У них не было работы» («Уларҙың эше булмаған»).
  • Юғары грамматикала ғына телгә алынғанлыҡтан һәм, ҡағиҙә булараҡ, килеш системаһына индерелмәгәнлектән, комитатив әҙәбиәттә һәм телмәрҙә ҡулланыла.
  1. ScriptSource - Russian Federation
  2. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/per-itog/tab6.xls
  3. Красная книга языков ЮНЕСКО
  4. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  5. Перепись-2002: Распространенность владения языками (кроме русского) 2012 йыл 14 апрель архивланған.
  6. Перепись-2002: Национальный состав населения 2017 йыл 13 апрель архивланған.
  7. Перепись-2010: Национальный состав населения Российской Федерации 2021 йыл 23 декабрь архивланған.
  8. Козлов В. И. Расселение мордвы — эрзи и мокши//Советская Этнография 1958. — № 2
  9. Ethnologue and bibliography information on Moksha
  10. Перепись-2002 2011 йыл 9 июнь архивланған.
  11. Росстат 2016 йыл 5 март архивланған.
  12. Министерство образования Мордовии(недоступная ссылка)
  13. Министерство образования республики Мордовия 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
  14. Голос МГУ. Языки умирают… 2012 йыл 17 июль архивланған.
  15. Прокуратура Республики Мордовия 2020 йыл 4 август архивланған.
  16. ИА Вестник Мордовии
  17. Аитов Г. Новый алфавит. Великая революция на Востоке. Саратов, 1932
  18. Энциклопедия Мордовия: Алфавит
  19. Энциклопедия Мордовия: Графика (языкознание)
  • Грамматика мордовских языков (фонетика, графика, орфография, морфология) / под ред. Цыганкина Д. В.. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1980. — 430 с.
  • Грамматика мордовских (мокшанского и эрзянского) языков. Ч.1. Фонетика и морфология / под ред. Коляденковой М. Н., Заводовой Р. А.. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1962. — 376 с.
  • Имяреков А. К. Мокшанско-русский словарь. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1953. — 127 с. — 3000 экз.
  • Поляков О. Е. Русско-мокшанский разговорник. — 2-е. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1993. — 159 с. — 7000 экз. — ISBN 5-7595-0822-9.
  • Поляков О. Е. Учимся говорить по-мокшански. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1995. — 198 с. — 5000 экз. — ISBN 5-7595-0965-9.
  • Феоктистов А. П. Мордовские языки // Основы финно-угорского языкознания / отв. ред. Лыткин В. И., Майтинская К. Е., Редеи К.. — М.: Наука, 1975. — Т. 2. — С. 248—345.
  • Феоктистов А. П. Мордовские языки // Языки мира. Уральские языки / ИЯ РАН. — М.: Наука, 1993. — С. 174—178. — 396 с. — 1100 экз. — ISBN 5-02-011069-8.
  • Феоктистов А. П. Мокшанский язык // Языки мира. Уральские языки / ИЯ РАН. — М.: Наука, 1993. — С. 178—189. — 396 с. — 1100 экз. — ISBN 5-02-011069-8.
  • Феоктистов, А. П. Очерки по истории формирования мордовских письменно-литературных языков. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 2008. — 392 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7595-1753-5.
  • Щанкина В. И. Мокшень-рузонь валкс — Русско-мокшанский словарь. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1993. — 448 с. — ISBN 5-7595-0578-5.
Википедия
Википедия

Ҡалып:Wiktionarycat

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «муҡшы теле» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Государственные языки России Ҡалып:Финно-угорские языки