Мысыр баҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мысыр баҙары
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Фатих[d]
Урын Эминёню[d]
Архитектура стиле Ғосман архитектураһы
Карта
 Мысыр баҙары Викимилектә

Мысыр баҙарының ҡоролошо

Мысыр баҙары, Тәмләткестәр баҙары (ингл. Spice Bazaar), Мысыр чаршысы (төр. Mısır Çarşısı) — Истанбулдың иҫке өлөшөндә Эминөнү районында урынлашҡан баҙар; Оло баҙарҙан һуң ҡалала ҙурлығы буйынса икенсе баҙар. Территорияһында 80-ләп магазин бар, уларҙың төп ассортименты — тәм-том, тәмләткестәр, дарыу үләндәре, специялар, киптерелгән емеш-еләктән һәм иттән әҙерләнгән деликатестар, һөт ризыҡтары.

Баҙар 1660 йылда Турхан солтан бойороғо буйынса архитектор Ҡазим аға тарафынан төҙөлгән. Тәүҙә Яңы мәсет комплексының өлөшө була һәм уның төҙөлөшөн финанслау өсөн хеҙмәт итә. L хәрефенең киреһе рәүешендә төҙөлгән бинаның алты ҡапҡаһы бар. Комплекстың көмбәҙҙәре ҡурғаш менән ябылған.

Тәүҙә «яңы», шулай уҡ «әсәй» баҙары тип йөрөтөлгән. Шунан «Мысыр баҙары» тигән атама өҫтөнлөк алған, сөнки ул заманда тәмләткестәр һәм специялар башлыса Һиндостандан Европаға Мысыр аша ташылған.

Мысыр баҙары ике тапҡыр янғындан ҡаза күрә — 1691 һәм 1940 йылдарҙа. 1940—1943 йылдарҙағы тергеҙеү эштәре барышында комплекстың күп деталдәренең төп нөсхәһе юғалтыла. 1941 йылда уны Яңы мәсеттән айырып юл һалына.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

]]