Мөншөгөр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөншөгөр
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Botaurus stellaris (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

     Оя ҡороу ареалы      Йыл буйы йәшәйҙәр

     Ҡышлау урындары
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144718

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174859
NCBI  188376
EOL  914504

Мөншөгөр, мөжөһөр, һыу буғаһы, күл буғаһы, һыу үгеҙе, күл үгеҙе, ғопай, һоңғолдауыҡ (урыҫ.Большая выпь, лат. Botaurus stellaris) — селәндәр ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйрәктән ҙурыраҡ төн ҡошо. Муйыны оҙон ҡауырһынлы булғанға, йыуан күренә. Аяҡтары оҙон. Муйынын бөкләп ауыр оса. Ҡурҡҡанда ҡойроғонда ултыра һәм өҫкә ҡарап ҡатып ҡала. Түбәһе, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡтар ҡара. Дөйөм төҫө ҡара сыбарлы һарғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Осҡанда «ҡау» тигән тауыш сығара. Яҙғыһын ата ҡош үгеҙ кеүек үкерә. Күсмә ҡош. Һирәк осрай.

Йәшәү урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡамышлы һәм бейек үләнле күлдәрҙә, йылғаларҙа, һаҙлыҡтарҙа йәшәй.

Йомортҡалары

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәлмәрйен, балыҡ, сысҡан, ҡош балалары, бөжәктәр менән туҡлана.

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түңгәктәрҙә оялай.3-7 бөртөк һарғылт йомортҡа һала. Беренсе йомортҡа һалғас та баҫырға ултыра. Башлыса инә ҡош үҙе генә баҫа. Һирәк осраҡтарҙа ата ҡош та баҫыуы күҙәтелгән. 24-26 көндән себештәре моронлай. 2-3 аҙнанан сығып йөрөй башлайҙар. Ике айҙан осалар һәм ғаилә тарҡала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт теленең диалекттарында ул мәнгәшәр, мөжөһөр,һыу буғаһы.күл буғаһы, һыу үгеҙе,ғопой, һоңҡолдауыҡ тип тә атап йөрөтөлә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
  • А. Э. Брэм — Жизнь животных. Птицы. Том II. гл. «ПОДОТРЯД: Цаплевые (Ardeae)»  (рус.)
  • Жизнь животных т.6 Птицы М.: Просвещение 1986  (рус.)
  • Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц Прага: Артия 1990  (рус.)
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия М.: Лабиринт-пресс 2004  (рус.)