Өйрәктәр
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Өйрәк битенән йүнәлтелде)
| Өйрәктәр | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Anatidae | ||||||||||||||
|
|
Өйрәк( урыҫ. Утки)— ер йөҙөнөң күпселек өлөшөндә һыуҙа һәм һыу буйында йәшәй, төрлө үҫемлек һәм бөжәк аҙыҡ менән туҡлана, ите һәм йөнө (ҡауырһыны) өсөн күпләп аулана торған ҡоштар ғаиләһе; аяғы, муйыны ҡыҫҡа, суҡышы яҫы, бармаҡ аралары ярылы өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған һыу ҡоштары. Рәсәйҙә өйрәктәрҙең 30 төрө билдәле. Өйрәктәрҙең ауыл хужалығанда әһәмиәте ҙур.
Төрҙәре [үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл өйрәк(ҡара ерәнсәй)
- Ҡылғойроҡ(беҙғойроҡ)
- Һуна өйрәк(күгәл,күгән,һона үрҙәк)
- Һоро өйрәк
- Һыҙғыраҡ сөрәгәй(сөрәгәй, сүрәгәй.сөрәкә,сөрәкә өйрәк)
- Керелдәк сөрәгәй(Сөрәгәй сүрәгәй.сөрәкә,сөрәкә өйрәк)
- Ҡашҡалаҡ (ҡашҡа өйрәк, ҡашҡалдаҡ, ҡашҡалтай)
- Ҡашыҡморон(көрәкморон,һоөһоө, һуһыҡ, хухуҡ)
- Ерәнсәй сумғыс
- Мәрйенгүҙ(аҡкүҙ сумғыс, һыргүҙ, мәрейнкәй өйрәк)
- Сумғыс өйрәк(сумғалаҡ, сумаса, сумҡа өйрәк,сумғош)
- Ала өйрәк(аласабан)
- Ҡарабаш өйрәк
- Ҡарасабан(ҡара өйрәк,торпан)
- Эяла(эйалла,Ияла)
- Боған(буған)
- Аҡсабан(аҡ өйрәк,аҡсабыр,аҡсумғыс)
- Ҡушы(беле,ҡушбаш өйрәк, балыҡсы өйрәк)
- Беле(ҡушы, ҡушбаш, ҡушбаш өйрәк,балыҡсы өйрәк)
- Аҡбаш өйрәк (күктомшоҡ.сыбар өйрәк)
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986 й.