Мөхәррәм
Мөхәррәм — һижри иҫәп менән йылдың беренсе айы. 29 йәки 30 көндән килә.
Мөхәррәм айының тәүге йома көнөндә — был иһә Миләди йыл иҫәбе менән 622 йылдың 16 июле була, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салалаһу ғәләйһи үә сәләм Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп килә. Һижри иҫәп Мөхәррәм айының беренән башлана. Мөхәррәм — изге ай, хәрәм ай. Был айҙа һуғыштар, яу сабыуҙар тыйыла.
Мөхәррәм айының 10-сы көнө, Ғәшүрә. Ул айҙың иң мөбәрәк көнө. Ғәшүрә көнө изге мосолман байрамдарынан иҫәпләнә, ун ваҡиға хөрмәтләп иҫкә алына. Шуның өсөн был көндө биргән саҙаҡалар иң изгеләрҙән иҫәпләнә.
Мөхәммәт пәйғәмбәр "Рамаҙан айынан һуң ураҙа тотор өсөн иң яҡшы ай — Мөхәррәм..."- ти.
16 мөхәррәм — эске Рәсәй мосолмандарының рәсми рәүештә Ислам динен, Ҡөръән Кәрим хөкөмдәрен, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт юлын үҙ ихтиярҙары менән саф күңелдән ҡабул итеү көнө. Һижри йыл менән 310 йыл, миләди йыл менән 922 йыл.
Ҡарағыҙ [үҙгәртергә]
| Мосолман календары һәм байрамдар | ||
|---|---|---|
| Ислам айҙары | Мөхәррәм • Сәфәр • Рабиғел әүүәл • Рабиғел ахыр • Йомадиәл әүүәл • Йомадиәл ахыр • Рәжәб • Шәғбан • Рамаҙан • Шәүүәл • Зөлҡағиҙә • Зөлхизә | |
| Мосолман байрамдары | Ураҙа-байрамы (Ураҙа ғәйете) • Ҡорбан байрамы (Ҡорбан ғәйете) | |
| Изге көндәр һәм кистәр | Һижриәт көнө • Ғәшүрә • Мәүлид байрамы • Миһраж кисе • Бәрәәт кисәһе • Фәтех Мәккә көнө • Ҡәҙер кисе • Ғәрәфә көнө • Тәшриҡ көндәре• Ислам динен ҡабул итеү көнө • Рәғәиб кисәһе | |