Мосолман календары

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
КАЛЕНДАРЬ
Юлиан стиле
Григориан стиле
Мосолман календары
Йәһүд календары
Был İnfobox-ты үҙгәртегеҙ
ҡ·ф·м

Мосолман календары — мосолман илдәрендә дини байрамдарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған ай календары.

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Пәйғәмбәр көрәштәштәре
Хәлифәләр


Мосолмандар көндәлек тормошта ҡояш календарынан (григориан календары, «миләди» йыл иҫәбе» фаҙаланһалар ҙа һиҗрә календары ла ғәмәлдә һанала. Ғәрәптәр беҙҙең эраға тиклем үк Ай хәрәкәтенә ҡарап алап барған булған. Ислам дине менән ул башҡа халыҡтарға ла күскән. Һиҗрәт (ғәр. кусеп китеү) йыл — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнең Мәҙинә ҡалаһына күскән йылы эра башы тип иҫәпләнә. Әммә беренсе йылдың бренсе көнө итеп (662 йылдың 20 сентябре) түгел, ә күскән йылдың беренсе айы мөхәррәмдең беренсе көнө, 662 йылдын 16 июле ҡабул ителгән.

Мосолман календаре буйынса ай башы Ай циклына бәйләнгән, йәғни Айҙың яңы сиреге тыуһа яңы ай тыуа. Ай циклы 29 көн 12 сәғәт 44 минут 3,8 секунд дауам итә, шуға күрә йоп һанлы айҙарҙа 30 көн, таҡ һанлы айҙарҙа 29 көн. Йыл 354 көндән тора һәм 12 айға бүленә. Кәбисә йылында 355-се көн итеп зөлхизә айы аҙағына бер көн өҫтәлә. Айҙың хәрәкәте Ерҙән күҙәткәндә бик ҡатмарлы. Йыл миҙгеленә ҡарап, күҙәтеүсенең географик урынана ҡарап Ай күренергә тейешле көндә «тыумаҫка ла» мөмкин. Шуға ла дини дайрамдарҙы төрлө илдә йә бер көн алдан, йә бер көн һуңлап үткәрәләр.

[үҙгәртергә] Ай исемдәре

  1. Мөхәррәмғәр. محـرّ م‎ 30 көн
  2. Сәфәрصفـر‎ 29 көн
  3. Рабиғел әүүәлربـيع الأول‎ 30 көн
  4. Рабиғел ахырربـيع الآخر‎ 29 көн
  5. Йомадиәл әүүәлجمادى الأول‎ 30 көн
  6. Йомадиәл ахырجمادى الآخر‎ 29 көн
  7. Рәжәбرجـب‎ 30 көн
  8. Шәғбанشعـبا ن‎ 29 көн
  9. Рамаҙанرمضا ن‎ 30 көн
  10. Шәүүәлشوّ ال‎ 29 көн
  11. Зөлҡағиҙәذو الـقـعـدة‎ 30 көн
  12. Зөлхизәذو الحجة‎ 29-30 көн

[үҙгәртергә] Йыл иҫәбен табыу формулаһы

Г = И + 622 - (И/33)

бында Г - григориан календары буйынса йыл, И - ислам календары буйынса йыл. Мәҫәлән, мосолман календары буйынса 1410 йылға Г=1410+622-(1410/33)=1989 йыл тура килә. Был формула 1 йылға яңылышлыҡ биреүе мөмкин. Григориан стиленән мосолман календарына күсеү өсөн ошо формула ҡулланыла:

И = Г - 622 + ((Г - 622)/32)
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә