Григориан календары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
КАЛЕНДАРЬ
Юлиан стиле
Григориан стиле
Мосолман календары
Йәһүд календары
Был İnfobox-ты үҙгәртегеҙ


Григориан стиле — иҫкергән Юлиан календары урынына керетелнән календарь. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Григориан календарында йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта тулы әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырманы 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Был тарихҡа Григориан календары булып кереп ҡала.

365,2425=365+0,25-0,01+0,0025=365+\frac{1}{4}-\frac{1}{100}+\frac{1}{400}

Кәбисә йыл килеүе түбәндәгесә билдәләнә:

  • 4-кә ҡалдыҡһыҙ бүленгән йыл — кәбисә.
  • Әммә 100-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән йыл кәбисә түгел.
  • Шул уҡ ваҡытта 400-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән йыл — кәбисә (мәҫәлән 1600, 2000 һ.б.).

Григориан стиле буйынса 1 көнгә хата 2735 йылға бер йыйыла, ә юлиан календарында 128 йылға бер (мәҫәлән, көн менән төн тигеҙләшкән көн). Григориан стиле иң камил календарь булып һанала.

«Рәсәйҙә Көнбайыш Европа календарына күсеү тураһында декрет». 1918 йылдың 26 ғинуары.

Айҙар[үҙгәртергә]

Айҙар Көндәр һаны
1 Ғинуар 31
2 Февраль 28 йәки 29
3 Март 31
4 Апрель 30
5 Май 31
6 Июнь 30
7 Июль 31
8 Август 31
9 Сентябрь 30
10 Октябрь 31
11 Ноябрь 30
12 Декабрь 31

Григориан календары — донъяның күпселек илдәрендә ҡабул ителгән календарь. Башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү бик күп уңайһыҙлыҡтар килтереп сығара. Халыҡ-ара хатлашыу, сауҙа килешеүҙәрен төҙөү, гәзит-журналдар алдырыу көндәр менән буталсыҡҡа килтерә.

Рәсәйҙә яңы стилгә күсеү XIX быуат урталарында уҡ күтәрелә. Ләкин сиркәү әһелдәренең ҡаршылығы арҡаһында ғәмәлгә ашмай ҡала. Рәсәйҙә 1918 йылдың 24 ғинуарында Совнарком рәйесе В.И. Ленин календарь реформаһы тураһында декретҡа ҡул ҡуя. Шулай итеп Рәсәйҙә Григориан календары, йәғни яңы стиль индерелә. Иҫке стиль менән айырманы бөтөрөү өсөн декрет буйынса 31 ғинуарҙан һуң 1 февраль түгел, ә 14 февраль тип иҫәпләнә башлай.