НКВД-ла таҙартыу (1937—1938)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Был мәҡәләлә НКВД эсендә үткәрелгән таҙартыуҙар ҡаралған. Башҡа таҙартыуҙар осраҡтары Оло террор мәҡәләһендә.

НКВД-ла таҙартыу
Дәүләт  СССР
Башланыу датаһы 1937
Тамамланыу датаһы 1940

НКВД эсендә таҙартыу — 1937—1938 йылдарҙа нарком Н. И. Ежов етәкселеге осоронда (Оло террор) НКВД хеҙмәткәрҙәренә ҡарата репрессиялар һәм уларҙы эштән сығарыу, ә һуңынан НКВД хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡарылған енәйәттәрҙе тикшереү, законлыҡты боҙоуҙа ғәйепләнеүселәрҙе хөкөм итеү һәм 1938 йылдың аҙағында — 1939 йылда наркомат кадрҙарын яңыртыу.

Сәбәптәре һәм механизмдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Быуындар көрәше»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле тарихсы Михаил Восленский[Прим. 1] НКВД кадрҙарын «таҙартыу» сәбәптәрен ике быуын совет номенклатураһы власть өсөн көрәше тип иҫәпләй[1]. Восленский, 1930 йылдар уртаһында ВКП(б)-ла ике етәкселек төркөмдре барлыҡҡа килә, тип һанай, уларҙы тикшеренеүсе шартлы рәүештә Ленин һәм Сталин төркөмдәре тип исемләй. Беренсе төркөм үҙ вазифаларын революцияға тиклемге стажы менән Ленин партияһы ағзалары хоҡуғы буйынса биләгәндәр. Икенсе төркөм 1920-се йылдарҙағы выдвиженецтарынан торған, улар сталинға лояллек буйынса һайланып алынған[1]. 1930-се йылдар урталарына партия аппаратында сталиндар өлөшө бик күпкә арта, әммә ленинсылар һаны ла бик әҙ булмағанға күрә ике быуын араһында көндәшлек, бер-береһен уҙырға тырышыу барлыҡҡа килә[Прим. 2]. 1936 −1938 йылдарҙағы «таҙартыуҙар» маҡсаты, Восленский фекере буйынса, СССР етәкселегенән «ленинсыларҙы», шул иҫәптән НКВД етәкселегенән, сығарыу булып тора[Прим. 3].

Восленский фекеренсә, 1920-се йылдарҙан башлап Сталин етәксе кадрҙары мәсьәләһен үҙ ҡулдарында тупларға тырыша[Прим. 4]. 1930-сы йылдар уртаһында Сталин юғары һәм урта етәкселек өлкәләрендә үҙ кешеләрен ҡуйыуға өлгәшә. Ләкин күп кенә юғары вазифаларҙы, шул иҫәптән ОГПУ/НКВД өлкәһендә, Сталинға карьераһы өсөн бурыслы булмаған кешеләр биләй. Кировты үлтереү һәм уның артынса ойошторолған «Оло террор» Сталинға «Ленин гвардияһы» ҡалдыҡтарынан арыныу мөмкинлеге бирә, шул иҫәптән НКВД-ла[1].

«Кландар көрәше»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Л. А. Наумов фекеренсә[Прим. 5], НКВД етәкселегенең кардиналь үҙгәрештәре «кландар» араһындағы стихиялы көрәш һөҙөмтә булып тора, тип һанай, йәғни, «Ягода кешеләре», «Ежов кешеләре», «украиндар» (Украинала хеҙмәт иткән чекистар), «төньяҡ кавказлылар», «төркөстанлылар» һәм башҡа кландар араһындағы көрәш күҙ уңында тотола. Тикшеренеүсе һүҙҙәренсә, әлеге кландар бер-береһен юҡҡа сығарыу һөҙөмтәһендә компроматһыҙ «таҙа анкеталы» яңы кадрҙар өҫкә ҡалҡып сыға[2].

Яңы НКВД составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр хәлдә НКВД эсендәге массауи кадрҙар алмашыныуында өс төп «тулҡын» күҙәтелә. Беренсе тулҡын 1934 йылдың 10 июлендә эске эштәр наркомы вазифаһына Г. Г. Ягода тәғәйенләнеүе менән бәйле. Әйтергә кәрәк, был үҙгәрештәргә тиклем дә әлеге учреждениены ысынында Ягода етәкләй.

Икенсе «тулҡын» 1936 йылдың 26 сентябрендә Н. И. Ежов нарком вазифаһына тәғәйенләнгәндән һуң башлана, Ежов һәр хәлдә 1937 йылдың йәйенән башлап НКВД-нан Ягода тәғәйенләгән кешеләрҙе ҡыҫырыҡлап сығара башлай. Көрәште Ежов 1934 йылдың 1 декабрендә Кировты үлтергән «фетнәселәргә» ҡаршы көрәш һылтауы менән үткәрә. Тикшеренеүсе Леонид Наумов НКВД-ға килгән беренсе төркөмгә менән М. И. Литвин (1938 йылда үҙ-үҙен атып үлтерә), И.И. Шапито, В.Е. Цесарский, С.Б. Жуковскийҙар исемдәре менән бәйләй. Дөйөм алғанда, Ежов үҙенең халыҡ комиссариатында «төньяҡ кавказлылар» һәм «төркөстанлылар» кландарына таяна. Башлыса Төньяҡ Кавказдан күсерелгән кадрҙарға таянғанға күрә, унда ғы НКВД-ла таҙартыу бик аҙ күләмдә үткәрелә; Ежов үҙе, бөтә ерҙә мин чекистарҙы таҙарттым, тик Мәскәүҙә, Ленинградта һәм Төньяҡ Кавказда таҙартманым, тип таный.

Элекке чекист М. П. Шрейдерҙың мәғлүмәттәре буйынса, Ягода тәғәйенләгән Фриновский уны ҡолатҡандан һуң Ежов яҡлы булып, Ягоданы ҡулға алыуҙа ҡатнашырға теләк белдерә[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, шулай уҡ Ежов яғына Я.С.Агранов та ҡаса.

Дөйөм алғанда, тәүге осорҙа Ежов үрләткән кешеләр социаль, милли сығышы, белем кимәле, партстажы буйынса Ягода кешеләренән бер нимәһе менән айырылмай тиерлек.

«Ежов кешеләре»:

Һәм Литвин М. И. (үҙ-үҙен үлтергән 1938)

Өсөнсө һәм Һуңғы «тулҡын» Ежов башлыса Оло Террорҙы үткәреп бөткәс, 1938 йылдың 25 ноябрендә Берия тәғәйенләнгәндән һуң, башлана. Баштараҡ дәүләт терроры күләме ҡырҡа кәмей, НКВД-ла Оло Террорҙа әүҙем ҡатнашҡан Ежов кешеләрен таҙартыу үткәрелә. Нәҡ шул осорҙа Фриновский М. П., Евдокимов Е. Г. репрессиялана, 1937—1938 йылдарҙа репрессияға дусар булғандарҙың ҡайһы берҙәре өлөшләтә аҡлана.

Үҙ наркоматында тәүге осорҙа Берия элекке хеҙмәттәштәренә таянырға тырыша. НКВД етәкселегендә грузиндар һаны арта (1938 йылдың 1 сентябендә етәкселектә грузиндар 3,33 % тәшкил итһә, 1940 йылдың 1 ғинуарында — 6,98 %).

Тикшеренеүсе Борис Соколов «Берия кешеләре» исемлегенә киләһе НКВД етәкселәрен индерә:

  • Кобулов Б. З, Грузия эске эштәр наркомы урынбаҫары, һәм уның ағаһы Кобулов А. З.
  • ГоглидзеС. А., Грузияның элекке эске штәр наркомы;
  • Рапава А. Н., Абхазия совнаркомы рәйесе;
  • Меркулов В. Н. Грузия Компартияһы Үҙәк Комитеты сәнәғәт-транспорт бүлегенең мөдире;
  • Деканозов В. Г., Грузия Госпланының элекке башлығы.

Әлеге кешеләр бөтәһе лә Берия ҡолатылғандан һуң атып үлтерелә.

«Берия кешеләре»:

Шулай уҡ Кобулов Б. З. (атып үлтерелгән 1953) һәм Рапава А. Н. (атып үлтерелгән 1955).

Тикшереүҙәрҙең юридик нигеҙе, 1938—1939[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың 17 ноябрендә ҡабул ителгән СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының берлектәге «Ҡулға алыу, прокурор күҙәтеүе һәм тикшереү алып барыу тураһында» исеме ҡарары нигеҙендә башҡарыла, был ҡарарға ярашлы Оло Террор осоронда тиҙләтелгән тәртиптә «халыҡ дошмандары» эштәрен тикшергән «тройкалар» ғәмәлдән сығарыла һәм прокурор күҙәтеүе тергеҙелә[4]. Әлеге ҡарарҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында яңы нарком Берия Л. П. 1938 йылдың 26 ноябрендәге 00762-се бойороҡҡа ҡул ҡуя[5]

Әлеге бойороҡҡа ярашлы НКВД-ның 1937 йылғы 7 һәм 1938 йылғы 5 ведомство документы һәм циркуляры үҙ көсөн юғалта, 7 ғәмәлдәге бойороҡ һәм циркуляры ғәмәлдән сығарыла[5].

Үтәү өсөн тейешле тип табыла:

  • бөтә күмәк операцияларҙы туҡтатырға һәм тикшереүҙе тик индивидуаль тәртиптә алып барырға;
  • шикле кешеләрҙе тик дәлилләнгән ҡарар буйынса һәм енәйәти-процессуаль кодексына ярашлы ғәйепләү белдереү йәки 48 сәғәт эсендә азат итеү менән ҡулға алырға;
  • тамамланған эштәре судта ҡарарға, һәм Махсус кәңәшмә секретариатында алдан ҡарағандан һуң тик ғәҙәттән тыш тәртиптә НКВД ҡарамағындағы Махсус кәңәшмәгә тапшырырға (шул иҫәптән сит ил подданныйҙарына ҡарата);
  • производствола булған бөтә эштәрҙе, шулай уҡ хөкөмгә тарттырылмаған, әммә тамамланған эштәрҙе ҡабаттан ҡарарға һәм суд тикшереүенә дусар итергә;
  • тотҡондарға сроктарҙы оҙайтыу практикаһын туҡтатырға, әгәр ҙә улар яңы енәйәтәтр башҡарһа, уларҙы ҡабаттан тикшерергә һә язаны законға ярашлы тәғәйенләргә;
  • бөтә НКВД хеҙмәткәрҙәрен енәйәти һәм енәйәти-процессуаль кодексы экземплярҙары менән тәьмин итергә.

Шул уҡ көндө, 1938 йылдың 26 ноябрендә, ВКП (б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы НКВД өсөн кадрҙар мәсьәләһен тикшерә һәм наркомат алдында НКВД хеҙмәткәрҙәре өсөн тиҙләтелгән курстар ойоштороу бурысын ҡуя[6]. НКВД-ының үҙәк аппаратын көсәйтеү маҡсатында 25 ышаныслы коммунист ебәрелә[7].

26 ноябрҙә генераль прокурор А. Я. Вышинский Үҙәк Комитетҡа закон боҙоу һәм эштәрҙе дөрөҫ алып бармау өсөн яуаплылыҡты прокурорҙарға йөкмәткән ҡарарҙы үтәү буйынса үҙенең ведомство бойороғо проектын раҫлау өсөн ебәрә. Эштәрҙе комплекслы һәм объектив ҡарауҙы һорап мөрәжәғәт итеү, ғәйепләнеүсенең үтенестәрен һәм тикшереү эштәре буйынса ялыуҙарҙы теркәү, һорау алыу яҙмаларын яҙғанда йәки ҡулдан яҙылған күрһәтмәләр биргәндә ғәйепләнеүсенең фекерен һәм ҡаршылығын иҫәпкә алыу, тикшереүҙең бөтә этаптарын яҙма рәүештә яҙыу бурысы: һорау алыуҙың башланыу һәм тамамланыу ваҡыты, прокурорҙың эш менән танышыу ваҡыты һ.б. ҡәтғи йөкмәтелә[8].

1939 йылдың 9 ноябрендә ҡабул ителгән «НКВД органдарының тәфтиш эштәрендәге етешһеҙлектәр тураһында» бойороғона ярашлы[9]законһыҙ рәүештә ҡулға алынғандарҙың барыһын да һаҡ аҫтынан азат итеү һәм енәйәт процессуаль нормаларын үтәмәү, тикшереү эштәрен ялған һәм тейешенсә теркәмәү өсөн яуаплылыҡты билдәләй. Һөҙөмтәлә 1939 йылда ғына 330 000 кеше һаҡ аҫтынан һәм холоҡ төҙәтеү хеҙмәт учреждениеларынан азат ителә[4].

Шул уҡ ваҡытта НКВД хеҙмәткәрҙәренә һәм урындарҙа законһыҙлыҡты ойоштороусыларға ҡарата тикшереү башланған. Тикшеренеүсе Л. А. Наумов билдәләүенсә, НКВД-ла таҙартыу башланғанға тиклем ҡырҡа структур тайпылыштар булған; атап әйткәндә, хеҙмәткәрҙәрҙең өстән бер өлөшөнә тиклем элек большевиктар булмаған, ә эшсе йәки крәҫтиән сығышлы кешеләр абсолют әҙселекте тәшкил иткән (яҡынса 42 %). Бынан тыш, 1920-се йылдарҙа партия эсендәге көрәш осоронда Троцкийҙың идеологик яҡлылары ОГПУ-ның билдәле бер өлөшөн тәшкил итеүе билдәле. Сталин Үҙәк Комитетҡа 1936 йылдың 25 сентябрендә ебәргән шифрлы мөрәжәғәтнамәлә «ОГПУ-ның Троцкий-Зиновьев блогы» менән көрәштә «4 йылға һуңлаған» НКВД-ның эшенә ризаһыҙлыҡ белдерелә.

Беренсе Мәскәү процесын ойоштороусыларҙың береһе Генрих Ягода өсөнсөһөндә ғәйепләнеүсе була, ә уны алмаштырған Николай Ежов шулай уҡ сит ил разведкаһы өсөн шпионажда, эштәрҙе уйлап сығарыуҙа, теракт һәм содомияла ғәйепләнеп атып үлтерелә[10].

Таҙартыу механизмы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НКВД-ны таҙартыу ваҡытында тәҡдим ителгән Ежов хеҙмәткәрҙәрен юҡ итеү маҡсатында НКВД-ның үҙендә комплекслы үҙгәртеп ҡороу үткәрелә, ҡулға алынғанға тиклем төрлө ярҙамсы вазифаларға күсереү киң ҡолас ала; Шулай итеп, М. П. Фриновский СССР Хәрби-диңгеҙ флотының Халыҡ комиссары вазифаһын, Л.M. Заковский Куйбышев гидроузелын төҙөү начальнигы вазифаһына күсерелә. Дөйөм алғанда, НКВД-ны таҙартыу өҙлөкһөҙ кадрҙар алмашыныуы менән оҙатыла. Халыҡ комиссары Ежовтың отставкаға китеүе ҡатмарлы комбинация менән оҙатыла: 1938 йылдың 8 апрелендә СССР-ҙың һыу транспорты халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, шул уҡ ваҡытта эске эштәр халыҡ комиссары булып ҡала. 23 ноябрҙә Ежов үҙе Эске эштәр халыҡ комиссариаты вазифаһынан китегә ғариза яҙа һәм 25 ноябрҙә үк отставкаһы ҡабул ителә. Отставкаға китеүҙең һылтауы булып НКВД-ның Алыҫ Көнсығыш буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. С. Люшков һәм Украина эске эштәр халыҡ комиссары А. И. Успенскийҙың ҡулға алыныуын көтөп тормаә ҡасып китеүе тора.

Ежовтың отставкаһы тураһындағы ВКП(б) Үҙәк Комитетының ҡарарында ҡулға алыу телгә алынмай, ә сәбәп итеп «ике вазианы бер үк ваҡытта алып барыу өсөн һаулыҡ торошо бирмәй», тип кенә әйтелә. 1938 йылдың 3 декабрендә Я. В. Сталин Халыҡ комиссарының отставкаға китеүе тураһында НКВД-ның урындағы бүлексәләренә хәбәр итергә рөхсәт бирә.[11]. Ежов 1939 йылдың апрелендә генә ҡулға алына. Ежов отставкаға китер алдынан уның ҡатыны Е. С. Хаютина аныҡ булмаған шарттарҙа һәләк була.

Ежовтың яйлап эштән бушатаылыуы менән бер рәттән, 1938 йылдың авгусында Грузиянан үҙәккә күсерелгән Берияның күтәрелеүе лә күҙәтелә, уны %ҙәк Комитетта кадрҙар өсөн яуаплы булған Г. М. Маленков үргә этәрә[12]. 22 августа Берия эске эштәр наркомының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнһә, 8 сентябрҙә — НКВД-ның 1-се идаралығы начальнигы, 29 сентябрҙә — НКВД дәүләт именлеге баш идаралығы начальнигы һәм, ниһайәт, 25 ноябрҙә — СССР эске эштәр наркомы итеп тәғәйенләнә.

НКВД-ла таҙартыу атмосфераһы идаралыҡ начальниктары урынбаҫаҙарына һәм идаралыҡ начальниктарына тиҙ арала күтәрелергә, шул иҫәптән үҙ начальниктарын физик юҡ итеү мөмкинлеген бирә[13]. Шулай уҡ етәксе хәҙмәткәрҙәрҙе илдең бер төбәгенән икенсе төбәккә күсереү чекист «кландарын» емереү ысулы булып тора.

Тикшеренеүсе Л. А. Наумов фекеренсә, урындарҙа НКВД аппаратын таҙартыу 1937 йылдың июлендә Украинанан башлана. Элек Украинала УССР-ҙың эске эштәр буйынса халыҡ комиссары булып хеҙмәт иткән В. А. Балицкийҙы таҙартыу үткәреү өсөн Алыҫ Көнсығышҡа күсерелә, әммә бер айҙан үҙе шунда уҡ репрессиялана. 1937 йылдың 17 июлендә үк Балицкий «советтарға ҡаршы троцкист-фашист заговоры» ойоштороуын таный һәм Украиналағы ҡайһы бер элекке хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә.

Балицкийҙың кадрҙарын таҙартыу өсөн Украина Халыҡ комиссары итеп Балицкийҙың элекке урынбаҫары И.M. Леплевский тәғәйенләнә, ул 1938 йылдың апрелендә үҙе репрессиялана. Уның урынына Успенский А. И. тәғәйенләнә, ул Украина НКВД-һын «Леплевский кешеләренән» таҙартырға тейеш була. Успенский иһә 1938 йылдың ноябрендә үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙы имитациялап[14], Воронежға ҡаса. 1939 йылдың апрелендә Силәбе өлкәһендә ҡулға алына һәм тиҙҙән Германия файҙаһына «котрреволюцион фетнә» ойоштороуын «таный». 1940 йылда Успенский атып үлтерелә, шулай уҡ уның ҡатыны ла репрессиялана.

Сталин шәхсән үҙе ҡасҡын наркомды эҙләп табыуҙы контролгә ала. Эҙләү ваҡытында Успенскийҙың ҡатыны ҡулға алына, ә туғандарының береһе, ҡулға алыҙан ҡасып, аҫылынып үлә. 1938 йылдың 16 ноябрендә Хрущев Н. С. ҡасыуға ҡамасауламаған Житомир НКВД өлкә идаралығы начальнигы М. Г. Вяткинды ҡулға алырға ҡуша[15] . Һорау алыу ваҡытында Вяткин Житомир өлкәһендә дүрт мең кешене, шул иҫәптән бәлиғ булмаған балаларҙы һәм йөклө ҡатындарҙы язалауҙы раҫлауы тураһында шаһитлыҡ итә һәм үҙе 1939 йылдың февралендә атып үлтерелә.

Алыҫ Көнсығышта таҙартыу үткәреү өсөн украинанан Оло Террорҙың . этник кореяларҙың һәм башҡа «милли линиялар» буйынса репрессияларҙың иң әүҙем ойоштороусыларының береһе Г. С. Люшков йүнәлтелә. Люшков Алыҫ көнсығышта «Уң троцкистар фетнәһен» «фашлай», шул иҫәптән үҙенә тиклем эшләгән Т. Д. Дерибасты ҡулға ала. 1938 йылда үҙе, ҡулға алыуҙы көтөп, Японияға ҡаса һәм шунда 1945 йылда һәләк була. Люшковтың ҡасып китеүе Алыҫ Көнсығыштағы яңы таҙартыуҙар үткәреү өсөн уңайлы сәбәп булып тора. Һәм, ниһайәт, Люшковтың ҡасыуы Ежовтың үҙен вазифанан төшөрөүгә һылтау була.

Михаил Тумшис һәм Александр Папчинский билдәләүенсә, Хабаровскиға урындағы НКВД-ны таҙартыу өсөн Ленинград, Мәскәү, Вологда, Куйбышев һәм Силәбенән чекистар килә. Урынға халыҡ комиссарының беренсе урынбаҫары М. П. Фриновский (һуңынан үҙе репрессиялана) шәхсән килә, тиҙҙән ул: «Алыҫ Көнсығыш ҡалалары контрреволюцион, ә НКВД органдары социаль яҡтан сит элемент менән тулған. Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелгән чектарҙың бурысы — НКВД органдарын советтарға ҡаршы элементтан таҙартыу», — тип белдерә.

Миронов С. Н. Днепропетровскиҙән Көнбайыш себергә күсерелә, бында ул «поляк шпиондарын» репрессиялау менән шөғөлләнә[2], үҙе Берия тарафынан 1939 йылдың 6 ғинуарында ҡулға алына. Хәҙерге ваҡытта асылған поляк архивтары 1930-сы йылдарҙа Көнбайыш Себерҙә поляк резидентураһы бөтөнләй булмағанын ышаныслы күрһәтә.

Омскиҙы таҙартыу өсөн Төньяҡ Кавказдан Горбач Г. Ф. һәм Валухин К Н. ебәрелә, улар икеһе лә һуңынан репрессиялана. Горбач «дәүләт түңкәрелешен әҙерләүҙә» ғәйепләнә. Горбачты атып үлтереү өсөн һылтауҙарҙың береһе булып, НКВД хеҙмәткәрҙәренең иғтибарһыҙлығы арҡаһында үлем язаһына хөкөм ителгән колхозсы Григорий Чазовты башҡа атып үлтерелгәндәр менән соҡорҙа тере килеш ҡалдырылған һәм һуңынан Мәскәүҙә М. И. Калининға (СССР Юғары Советы башлығы) барып еткән.

Үзбәкстан менән Тажикстанды таҙартыу өсөн Мәскәүҙән Политбюро ағзаһы А. А. Андреев ебәрелә.

А. А. Ждановты Башҡортостанды таҙартыуға ебәрәләр, унда ул хатта ике «заговор» таба: «Троцкист-бухаринсыларҙы» һәм «буржуаз милләтселәрҙе».

Әрмәнстанды таҙартыу өсөн үҙәктән Микоян А. С. һәм Маленков Г. М. ебәрелә.

Л. M. Каганович СССР-ҙың дүрт төбәгендә таҙартыу үткәрә, шулай уҡ тимер юлдары наркомы булараҡ үҙ ведомствоһында таҙартыу үткәрә.

Сит ил бүлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НКВД-ның Сит ил эштәре идаралығы (ИНО) етәкселеген юҡ итеү йыш ҡына йәшерен, судһыҙ һәм тикшереүһеҙ башҡарыла. Атап әйткәндә, НКВД-ның ИНО начальнигы А. А. Слуцкий НКВД Дәүләт именлеге Баш идаралығы начальнигы М. П. Фриновский (1938 йылдың 17 феврале) кабинетында үлтерелә. Йәшерен үлтереүҙәрҙең маҡсаты НКВД-ның сит ил агенттары араһында паниканы һәм дезертирлыҡты булдырмау була[16]. Әммә «таҙартыуҙың» масштабын йәшереү мөмкин булмай һәм күп кенә агенттар Көнбайышта ҡалыуҙы өҫтөн күрә. Мәҫәлән, «ҡайтмағандар» араһында:

  • И. С. Райс — Парижда НКВД ИНО агенты. 1937 йыл башында Мәскәүгә саҡырыу буйынса ҡайтыуҙан баш тарта. Француз гәзиттәрендә Сталин сәйәсәтен фашлаусы асыҡ хат менән сығыш яһай. 1937 йылдың 17 июлендә Швейцарияла НКВД агенты С.M. Шпигельгласс тарафынан үлтерелә.
  • Орлов М. А. — Мадридта НКВД ИНО резиденты. 1938 йылдың июлендә Антверпенда Шпигельглас менән осрашыуға килмәй[Прим. 6] . НКВД-ның оператив аҡсаһынан 60 мең доллар аҡса урлап, Орлов ҡатыны һәм ҡыҙы менән йәшерен рәүештә Францияға, ә унан АҠШ-ҡа күсеп китә.

Таҙартыуҙар масштабы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың 1 мартына ҡарата дәүләт именлеге органдарының дөйөм исемлегендә яҡынса 25 мең кеше торһа, 1936 йылдың 1октябренән алып 1938 йылдың 15 авгусына тиклемге осорҙа 2237 НКВД хеҙмәткәре ҡулға алына, шулар араһында «контрреволюцилн енәйәттәр өсөн» — 1862 кеше 1939 йылда тағы ла 937 НКВД хеҙмәткәре эштәрн бушатыла[17].

1934 йылдың июленән алып 1938 йылдың сентябренә тиклем республикалар НКВД-лары, край, өлкәләр һәм үҙәк комитеты подразделениеларының УНКВД-ларының 322 начальнигынан 241 кеше ҡулға алыа (яҡынса 75 %).

Ежов карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәүҙәге беренсе суд процесында Генрих Ягода Эске эштәр халыҡ комиссары һәм Дәүләт именлеге баш идаралығы (ГУГБ) начальнигы була. Кировты үлтереүҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнаша, әлеге тикшереү һөҙөмтәләре суд процесының нигеҙен тәшкил итә.

Процесс 1936 йылдың авгусында үткәрелә, ә сентәбрҙә инде Ягода элемтә министры вазифаһына күсерелә, 1937 йылдың 4 апрелендә ҡулға алына. 1938 йылдың февралендә Өсөнсө Мәскәү процессында сит ил граждандары менән хеҙмәттәшлектә һәм Максим Горькийҙы үлтереүҙә ғәйепләнә. Тарихсы М. С. Восленский билдәләүенсә, террор механикаһы шундай булған: Беренсе Мәскәү процесының төп ойоштороусһы Ягода Өсөнсөһендә ғәйепләнеүсе була.

Сит илдән әйләнеп ҡайтмаған совет разведчигы А. Орлов хәтерләүенсә, 1936 йылда Ягода маршал званиеһына торошло дәүләт именлегенең генераль комиссары званиеһына лайыҡ була һәм уның өсөн махсус рәүештә хәрби мундиртегелә, йәғни, вазифанан бушатылыуҙы көтмәй.

1936 йылдың 26 сентябрендә Ежов Ягода урынына эске эштәр халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, уның етәкселеге аҫтында Икенсе һәм Өсөнсө Мәскәү процестары һәм «Хәрбиҙәр эше» үткәрелә. 1937-1938 йылдарҙы таҙартыуҙы, тәүге сиратта, совет рәсми пропагандаһы һәм халыҡ Ежов исеме менән бәйләй (йәғни, «ежовщина»)[12]. Был осорҙа НКВД-ның 2273 хеҙмәткәре эштән бушатыла.

5 апрель 1937 йылдың 5 апрелендә Ягода ҡулға алына[Прим. 7]. 1938 йылдың февралендә «Өсөнсө Мәскәү процесы» процесында Максим Горькийҙы, шулай уҡ Куйбышев менән Менжинскийҙы үлтереүҙә һәм «троцкистар заговорында» ғәйепләнә[Прим. 8].

Етәксе кадрҙарҙың алмашыныуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НКВД-ны таҙартыу чекистарҙың «уяулығын кәметеү» өсөн тәғәйенләнгән маневрҙар серияһы менән оҙатыла. 1935 йылда «дәүләт именлеге комиссарҙарының» юғары махсусзваниелары индерелә. 1935 йылда был исемдәрҙе йөрөткән 37 юғары чекисттың икәүһе генә 1941 йылға тиклем иҫән ҡала.

1937 йылдың йәйендә таҙартыу башланыу менән бер рәттән НКВД хеҙмәткәрҙәренә бик күп юғары награда, шул иҫәптән күп кенә Ленин ордены тапшырыла. Бынан тыш, таҙартыу сиктәрендә чекистар һәм эске эштәр наркомы Ежовтың исеменә бик күп маҡтау һүҙҙәре яуҙырыла. Ҡайһы берҙә НКВД-ның юғары чиндары Мәскәүгә «үрләтеүгә» саҡырыла һәм ҡулға алына.

1937—1938 йылдарҙа НКВД хеҙмәткәрҙәренән ҡулға алыналар: Ягоданың «уң ҡулы» Я. С. Агранов, Ягода үрләткән П. А. Буланов, Ежовҡа ҡаршы фетнәлә ғәйепләнгән А. Лурье, Г. Е. Прокофьев, Ф. И. Эйхманс, Л. М. Заковский, Весна эшен ойоштороусы И. М. Леплевский, Сталин һағы начальнигы К. В. Паукер, «Киров ағымының» ойоштороусыларының береһе Г. А. Молчанов, В. А. Балицкий, З. Б. Кацнельсон, С. Г. Фирин, Л. Б. Залин, С. М. Шпигельглас, Мәскәү — Волга кналы төҙөлөшө начальнигы М. Берман һәм башҡа массауи террорҙы үткәреүҙә ҡатнашҡан НКВД хеҙмәткәрҙәре.

Сталин һағы начальнигы К. В. Паукерҙың ҡулға алыныуы әлегә тиклем аңлайышһыҙ булып ҡала; замандаштары фекеренсә, Сталиндың Паукер менән мөнәсәбәттәре ышаныслы булған. Тоғро хеҙмәте өсөн Сталин Паукерҙы Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, Кадиллак һәм Линкольн автомобилдәре менән бүләкләй. 1938 йылда Өсөнсө Мәскәү процесында Паукер немец шпионы тип иғлан ителә. 1937 йылдың июлендә Сталин һағын И. Дагин етәкләй, тиҙҙән ул да ҡулға алына. Дагин 1940 йылдың февралендә атып үлтерелә, Сталин һағының яңы начальнигы итеп был юлы, 1952 йылдың яҙына тиклем, Н. Власик тәғәйенләнә.

1937 йылдың 4 майында Ягоданың яҡын кешеһе, Беренсе Мәскәү процесын ойоштороусыларҙың береһе, Белоруссия НКВД халыҡ комиссары Г. Молчанов ҡулға алына. Ул ғәйепләнеүсе Гольцманды 1932 йылда Копенгагендағы «Бристоль» ҡунаҡханаһында Л. Троцкийҙың улы Лев Седов менән осрашҡанын «танырға» мәжбүр итә, ә ысынында был ҡунаҡхана 1917 йылда уҡ емерелә, ә Молчановтың сәркәтибе уны Ослолағы «Бристоль» ҡунаҡханаһы менән бутай[2]. Бынан тыш, был ваҡытта Лев Седов Берлинда имтихандар тапшыра һәм Копенгагенда бер нисек тә Гольцман менән «осраша» алмай.

1937 йылдың 5 ноябрендә иң боронғо чекистарҙың береһе? Петроград ВРК ағзаһы һәм хатта «Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш союзы» ағзаһы Г. И. Бокий атып үлтерелә.

ВЧК-ның тәүге етәкселәре

Һәм шулай уҡ Трилиссер М. А., ГПУ-ның Сит ил бүлеген нигеҙләүсе. 1938 йылдың 23 ноябрендә ҡулға алына, 1940 йылдың 2 февралендә атып үлтерелә.

Михаил Тумшис һәм Александр Палчинский үҙҙәренең «1937 йыл. НКВД ЧК-ға ҡаршы» тигән хеҙмәтендә билдәләнеүенсә, НКВД-ны таҙартҡан саҡта шул иҫәптән билдәле «Шахты эше» процесының төп ойоштороусыһы Е. Г. Евдокимов ҡулға алына. Һорау алыу ваҡытында Евдокимов дүрт дәүләт менән «хеҙмәттәшлек итеүен» таный.

Шахты эше буйынса дәүләт ғәйепләүселәре вазифаһын башҡарған Осадчий менән Шеиндың Сәнәғәт партияһы эше буйынса ғәйепләнеүселәр булып хөкөм ителеүә лә ҙур әһәмиәткә эйә. Ниһайәт, 1938 йылда 1930 йылда Промпартия эше буйынса дәүләт ғәйепләүсеһе вазифаһын башҡарған Крыленко Н. В. атып үлтерелә.

НКВД-ның баш идаралығының элекке начальнигы һәм террорҙы тормошҡа ашырыуҙа Ежовтың уң ҡулы, Берия тарафынан ҡулға алынған М. П. Фриновский һорау алыу барышында чекистар тарафынан бөтә террористик заговорҙар ысынбарлыҡҡа тап килмәй, улар системалы рәүештә туҡмау арҡаһында уйлап табылған, тип күрһәтә.

Террор башланыу менән, 1937 йылдың 4 июлендә Харьков өлкәһе НКВД начальнигы С.С Мазо үҙ-үҙен атып үлтерә. 1937 йылдың 8 июлендә знарком урынбаҫары М. В. Курсккий үҙ-үҙенә ата. 1938 йылдың 17 февралендә серле шарттарҙа НКВД дәүләт именлегенең баш идаралығы кабинетында Слуцкий А. А. вафат була. Слуцкий сит илдәрҙә НКВД-ның махсус операцияларын башҡарған кеше, Ягода кешеһе. 1938 йылдың 13 майында Мәскәү өлкәһе буйынса НКВД идаралығы начальнигы Каруцкий В. А. үҙ-үҙен атып үлтерә. .

Таҙартыу барышында НКВД составындағы үҙгәрештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло террор ваҡытында НКВД-нан башлыса «таҙартыуға» дусар ителәләр:

  • революцияға тиклемге партстажлы большевиктар (уларҙың өлөшө 20,83 проценттан (1934 йыл) 4 % процентҡа тиклем (1938 йылдың 1 сентябренә ҡарата) кәмей)[13], уларға алмашҡа «Ленин саҡырыуы» буйынса йыйылған коммунистар килә (партияға ингәндәрҙең өлөшө 1925—1928 йылдарҙа арттырыуға 1 % -тан тиклем 66 %-ҡа тиклем арта, 1929—1932 йылдарҙа — 0 % -тан 34 %-ҡа тиклем). 1895 йылда һәм алдараҡ тыуған кешеләрҙең өлөшө 56,25 % -тан 4,95 %-ҡа тиклем кәмей, шул уҡ ваҡытта 1901—1905 йылғы кешеләрҙең өлөшө 6,25 % -тан 46,15 %-ҡа тиклем арта, 1906—1910 йылғы кешеләрҙең өлөшө — 0 % -тан 29,12 %-ҡа тиклем[13] ;
  • элекке эсерҙәр, меньшевиктар, анархистар, боротьбистарҙең өлөшө 31,25 % -тан (1934 йылдың 1 июленә) һәм 0,65 %-ҡа тиклем кәмей[13]. Террор тамамланғандан һуң НКВД етәкселегендә элек коммунист булмаған бер генә кеше — үҙе Берия Л. П. — ҡала;
  • эшселәр өлөшө (23,96%-тан тиклем 28,67 %-ҡа тиклем) һәм крәҫтиәндәр өлөшө (17,71%-тан 30 %-ҡа тиклем) арта, хеҙмәткәрҙәр өлөшө кәмей (25%-тан 18 % -ҡа тиклем), шулай уҡ «алпауыттар, сауҙагәрҙәр, ваҡ эшҡыуарҙар һәм кустарҙарҙың» өлөшө кәмей (28,13 % -тан 12%-гә тиклем)[13].
  • ошо уҡ осорҙа 1934 йылдың 1 июленән 1938 йылдың 1 сентябренә тиклем урыҫтарҙың өлөшө арта (31,25 % -тан 56,67 %-ҡа тиклем) һәм украиндарҙың (5,21 % -тан 6,67 %-ҡа тиклем, 1939 йылдың 1 июленә ҡарата 12,42 %-ҡа тиклем), йәһүдтәрҙең өлөшө кәмей (38,54%-тан 21,33 %-ҡа тиклем, 1939 йылдың 1 июленә ҡарата 3,92 %-ҡа тиклем; Хрущев Н. С. һәм Берияның улы. Л. С. Берияның хәтирәләренә ярашлы, НКВД-ны күпләп йәһүдтәрҙән таҙартыу төп террор тулҡынынан һуң, 1939 йылда, күҙәтелә, шулай уҡ латыштар (7,29%-тан 0 %-ҡа тиклем) һәм поляктар (4,17 % -тан 0,67 %-ҡа тиклем (1939 йылдың 1 июленә ҡарата бер кем ҡалмай)[13]. Шулай уҡ тулыһынса урыҫлашҡан немецтар таҙартыуға дусар ителә. . Бынан тыш,Берия тәғәйенләнгәндән һуң грузиндар өлөшө ике тапҡырға арта (1938 йылдың 1 сентябренә ҡарата 3,33%-тан 1940 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 6,98 %-ҡа тиклем);
  • для органов НКВД периода 1934—1938 йылдарҙағы НКВД органдары осоро өсөн шулай уҡ тик башланғыс белемле кешеләрҙең күп булыуы иғтибарҙы йәлеп итә: 10 июля 1934 йылдың 10 июленә ҡарата уларҙың күрһәткесе — 40,63 %, 1938 йылдың 1 сентябренә — 42,67 %. Террор тамамланыуға бындай хеҙмәткәрҙәҙең һаны кәмей башлай һәм 1941 йылдың 26 февраленә 19,23 % тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта юғары юелемле кешеләрҙең һаны арта: 1938 йылдан 1941 йылға тиклем — 10 % -тан 34,07 %-ҡа тиклем[13].
  • НКВД етәкселегенең тағы ла бер үҙенсәлеге иғтибарға лайыҡ: улар араһында мәктәптән ҡыуылған, тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән, берәҙәклек тормош алып барған кешеләрҙең һаны бик күп була. 1934 йылға ҡарата ундай кешеләрҙең һаны 5-6 % тәшкил итә. 1937 йылда был күрһәткес 8 %-ҡа, 1938 йылда 12,7 %-ҡа тиклем арта. Террорҙың төп тулҡыны тамамланғандан һуң, 1940 йылға ҡарата, бындай кешеләрҙең һаны ҡабаттан 6 %-ҡа тиклем кәмей[13].
1934—1941 йылдарҙа НКВД-ның етәксе хеҙмәткәрҙәренең белем кимәленең үҙгәреүе, абсолют һандар һәм дөйөм составтан проценттарҙа[17]
Белем кимәле 0.07.1934 01.10.1936 01.01.1937 01.07.1937 01.01.1938 01.09.1938 01.07.1939 01.01.1940 26.02.1941
башланғыс 39 (40,63 %) 38 (34,55 %) 42 (37,84 %) 41 (36,28 %) 48 (37,50 %) 64 (42,67 %) 29 (18,95 %) 31 (18,02 %) 35 (19,23 %)
урта һәм тамамланмаған урта 40 (41,67 %) 53 (48,18 %) 49 (44,14 %) 48 (42,48 %) 56 (43,75 %) 59 (39,33 %) 55 (35,95 %) 68 (39,53 %) 81 (44,51 %)
юғары һәм тамамланмаған юғары 15 (15,63 %) 16 (14,55 %) 18 (16,22 %) 13 (11,51 %) 13 (10,16 %) 15 (10 %) 58 (37,91 %) 65 (37,79 %) 62 (34,07 %)
мәғлүмәттәр юҡ 2 (2,08 %) 3 (2,73 %) 2 (1,80 %) 11 (9,73 %) 11 (8,59 %) 12 (8 %) 11 (7,19 %) 8 (4,65 %) 4 (2,2 %)
бөтәһе етәксе хеҙмәткәр 96 110 111 113 128 150 153 172 182

НКВД хеҙмәткәрҙәренең күрһәтмәләрҙе үтәүҙән баш тартыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НКВД хеҙмәткәрҙәре неңғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереүҙә ҡатнашыуҙан баш тартҡан осраҡтар бик һирәк була, сөнки бындай баш тартыу НКВД офицерының үҙе өсөн өсөн үлемесле хәүефте аңлата. шулай булыуға ҡарамаҫтан, бындай осраҡтар билдәле.

Мәҫәлән, Себер хәрби округы НКВД ГУГБ-ның Махсус бүлеге начальнигы урынбаҫары П. Ф. Коломиец күпләп ҡулға алыуҙар һәм хәрбиҙәрҙе язалауға шаһит булып, 1937 йылдың 7 декабрендә Ежовҡа тикшереүҙәге аҙғынлыҡтарҙы асыҡлау буйынса комиссия ебәреү үтенесе менән «һауа почтаһы» аша хат ебәрә. Ҡарауылсы Легаловты мифик яндырыуҙа ғәйепләп атып үлтергәндәрен белгәс, Коломьец УНКВД начальнигы урынбаҫары И. А. Мальцевҡа үҙенең доклады тураһында һөйләй. Бер аҙҙан Коломиец идаралыҡ начальнигы Горбачҡа инә һәм бүлек өсөн яуаплылыҡтан баш тарта. 23 декабрҙә ул ҡулға алына һәм ҡаты язалауға дусар ителә. 1938 йылдың мартында ул мәжбүри рәүештә ғәйебен таный. Коломиец 20 йылға лагерҙарға хөкөм ителә, әммә 1940 йылда уны аҡлайҙар.

Террорҙың ҡыҙыҡ осоронда НКВД-ға йлеп ителгән Сиблаг оператив чекистар бүлеге хеҙмәткәре Садовский язалауҙарға һәм уйҙырмаларға ҡаршы протест менән Сталинға хат яҙа. Уны шундуҡ ҡулға алалар, ҡаты язалауҙарҙан һуң атып үлтерәләр.

Татар АССР-ының НКВД тройкаһы ағзаһы Я. Я. Веверс 1937 йылдың ноябрендә атып үлтереүҙәрҙә ҡатнашыуҙан баш тартаҡан С. А. Әүхәҙиевты ҡулға алырға бойора. Әүхәҙиев "советтарға ҡаршы агитация " өсөн 5 йылға хөкөм ителә, әммә 1939 йылда уның эше туҡтатыла.

Алтай крайы буйынса Благовещен УНКВД начальнигы урынбаҫары М. Сәйфулин, хеҙмәттәштәренең һүҙҙәре буйынса, «ҡулға алыуҙар һәм тикшереүҙәр ысулдары менән риза булмай һәм 1938 йылда үҙ-үҙен атып үлтерә». Курск өлкәһе НКВД начальнигы Д. Щекин 1938 йылдың 4 авгусында, ҡулға алынғандарҙың ғаиләләләрендә булғандан һуң, эсеп йөрөй һәм үҙ-үҙенә ҡул һала.

1937 йылдың сентябрендә Воронеж өлкәһеУНКВД референты Гуднев идаралыҡ начальнигының рөхсәтенән тыш «Үҙәк Комитетҡа ҡаршы ҡоротҡос агитация һәм легаль булмаған әҙәбиәт сығарған өсөн» ҡулға алынған дүрт кешене иреккә сығара. Бынан һуң ул юҡҡа сыға, уның менән бергә азат ителгән кешеләр ҙә табылмай. Ҡасыу алдынан Гуднев тикшереүҙә булған бөтә документтарҙы юҡ итә, әлеге документтарға ярашлы ҡулға алынғандарға атып үлтереү янаған була[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Восленский, 2005, глава 2, раздел 13 "Гибель ленинской гвардии"
  2. 2,0 2,1 2,2 Наумов А. А. Сталин и НКВД. Часть I
  3. Шрейдер М. П. НКВД изнутри. Записки чекиста
  4. 4,0 4,1 Елисеев, Александр Владимирович. Первая реабилитация. www.stoletie.ru. Фонд исторической перспективы (23 ноябрь 2010). Дата обращения: 29 ноябрь 2020.
  5. 5,0 5,1 Берия, Л.П. Приказ Наркома Внутренних дел о порядке осуществления постановления СНК и ЦК ВКП(б) от 17 ноября 1938 года. istmat.info. Проект «Исторические Материалы»/Цыпин, Александр Павлович (26 ноябрь 1938). Дата обращения: 29 ноябрь 2020. 2020 йыл 22 февраль архивланған.
  6. Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) «О работниках для НКВД». 26 ноября 1938 г. | Проект «Исторические Материалы». Дата обращения: 29 ноябрь 2020. 2020 йыл 17 февраль архивланған.
  7. Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) «О работниках для НКВД СССР». 27 ноября 1938 г. | Проект «Исторические Материалы». Дата обращения: 29 ноябрь 2020. 2020 йыл 17 февраль архивланған.
  8. Записка [[А. Я. Вышинский|А.Я. Вышинского]] [[И.В. Сталин|И.В. Сталину]] и [[В.М. Молотов|В.М. Молотову]] о проекте приказа № 1/001562. 26 ноября 1938 г. | Проект «Исторические Материалы». Дата обращения: 29 ноябрь 2020. 2021 йыл 13 апрель архивланған.
  9. Приказ НКВД СССР о недостатках в следственной работе органов НКВД. НКВД СССР, Фонд Александра Яковлева (9 ноябрь 1939). Дата обращения: 29 ноябрь 2020.
  10. Ежов, Николай Иванович
  11. Шифртелеграмма П.Х. Кулакова И.В. Сталину о возможности информирования работников края о снятии Н.И. Ежова. 3 декабря 1938 г. | Проект «Исторические Материалы». Дата обращения: 29 ноябрь 2020. 2020 йыл 13 декабрь архивланған.
  12. 12,0 12,1 Ю.Н. Жуков, Е.Ю. Спицын. Второе поражение Сталина. Канал МПГУ (3 апрель 2019).
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 13,6 13,7 Таблица 7. Число руководящих работников НКВД в зависимости от стажа пребывания в РСДРП(б)-ВКП(б), абсолютные цифры и процент от общего состава (разбивка по датам) // Петров Н. В., Скоркин К. В. Кто руководил НКВД: 1934—1941. / Под ред. Н. Г. Охотина и А. Б. Рогинского. — М., 1999.
  14. Авторские публикации: В архивно-следственных делах 1937 года довольно часто встречается фамилия главы украинского НКВД Александра Успенского. Сергей Федосеев. Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 11 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  15. 00539. Дата обращения: 26 июнь 2015. Архивировано 27 июнь 2015 года.
  16. Рейфилд, 2008, с. 334
  17. 17,0 17,1 Петров Н.В., Скоркин К.В. Кто руководил НКВД, 1934-1941. / Н.Г.Охотин, А.Б.Рогинский. — Справочник. — Москва: Звенья, 1999. — С. 501. — 502 с. — ISBN 5-7870-0032-3.
  18. Глава 5. Психология, быт и нравы // Тепляков А. Г. Машина террора. — М.: Новый хронограф, АИРО-XXI, 2008. — 632 с. — (АИРО–Монография). — 700 экз. — ISBN 978-5-94881-070-6; 978-5-91022-102-8.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тарих фәндәре докторы, билдәле СССР-ҙың сәйәси системаһын тикшереүсе
  2. . 1930 йылда обком, крайком һәм союздаш республикаларҙың Үҙәк Комитеттары секретарҙарының 69 % революцияға тиклемге партстажлы була. ВКП(б)-ның XVII съезы делегаттарының (1934 год) 80 % партияға 1920 йылға тиклем ингәндәр, йәғни, Граждандар һуғыышында еңгәнгә тиклем
  3. НКВД-лағы «таҙартыу» һөҙөмтәһендә ул мәлгә ҡалған бөтә ЧК-ға нигеҙ һалыусылар етәкселектән ситләтелә һәм һуңынан юҡ ителә. Улар бөтәһе лә «хыянатсы» тип иғлан ителәләр. Мәҫәлән, Петербургта Ленин менән бергә эшселәр хәрәкәтенең башында торған Глеб Бокий «хыянатсылыҡта һәм контрреволюцион эшмәкәрлектә» ғәйепләнә һәм атып үлтерелә
  4. Уны ныҡ ҡыҙыҡһындырған кешеләрҙең картотекаларын 20-се йылдарҙың беренсе яртыһынан алып Сталин үҙе, хатта үҙенең сәркәтибен дә яҡын килтермәйенсә, алып барыуы билдәле. Ул йылдарҙа Үҙәк Комитеты аппаратында Сталинды үҙенең артынан «Картотеков иптәш» тип йөрөткәндәр(Восленский, глава 2, раздел 13)
  5. Тарих фәндәре кандидаты. Диссертация темаһы: «Д. И. Писаревтың Ватан тарихнамәһе]». Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  6. Слуцкийҙың вафатынан һуң Шпигельглас НКВД-ның сит илдәр бүлегенә ваҡытлыса тәғәйенләнәД. Орлов менән осрашыу совет судноһы бортында тәғәйенләнә, сөнки Шпигелглассты яр буйында ҡулға алыу хәүефе ҙур була
  7. Ягода ҡулға алынғандан һуң уның ҡатыны, ата-әсәһе һәм биш апа-һеңлеләре ҡулға алына
  8. Л. Д. Троцкий Ягоданы троцкизмда ғәйепләүҙе «фантастик» тип атай (Л. Троцкий. Роль Генриха Ягоды. 2016 йыл 5 март архивланған.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]