Насретдин (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Насретдин

Насретдин — башҡорт ир-ат исеме. Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исем осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Насретдин исеме «насир» һәм «дин» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Дингә ярҙам, ҡеүәт тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Насретдин Әл-Насыри (XIII быуат аҙағы — 1351) — Мысырҙа дәүләт эшмәкәре, алдынғы ҡарашлы ғалим һәм башҡорт шағиры[2].
  • Хужа Насретдин — Урта Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары фольклорындағы аҡыл эйәһе, тапҡыр һүҙле кеше образы, башҡорт көләмәстәрендә, уйҙырмаларында, мәҙәктәрендә, латифаларында ла сағыла. Хужа Насретдин прототибы тыумышы менән Төркиәнән сыҡҡан ниндәйҙер имам булған, тип раҫлайҙар. Фәҡирҙәрҙе яҡлаусы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе тора-бара халыҡ юморы кәүҙәләнешенә әүерелеп киткән. Хужа Насретдин тураһындағы тәүге көләмәстәр 16 быуат башында Төркиәлә яҙылған, ә 19 быуаттан алып бер нисә тапҡыр нәшер ителгән. Көләмәстәр күпселек социал-көнкүреш хәлдәренә ҡағыла. Хужа Насретдин тураһында көләмәстәр башҡорттар араһында ла таралған.
  • Насретдин Дубашев — совет һәм ҡырғыҙ актёры[3].
  • Насретдин хан — Коканд ханлығы ханы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ