Незлобинский Николай Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Незлобинский Николай Антонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 12 май 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Пятигорск, Терек өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Струга[d], Төньяҡ Македония
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Император медицина-хирургия академияһы

Незлобинский Николай Антонович (12 май 1885(18850512), Пятигорск — 17 май 1942, Струга) — Рәсәй империяһы һәм Югославия орнитологы, табип. Хәҙерге Төньяҡ Македония территорияһында орнитология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның исемен йөрөткән Струга ҡалаһы музейын нигеҙләүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһында бала сағы һәм йәшлек йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле Рәсәй тау инженеры, Кавказ Минераль Һыуҙарында курорттар төҙөүселәрҙең береһе Антон Иванович Незлобинскийҙың улы. Пятигорскиҙа тыуған, 1912 йылда Санкт-Петербургта Хәрби-медицина академияһын тамамлаған[1]. Надворный советник чинын ала һәм 1913 йылдың ғинуарында Ҡара диңгеҙ флотында кесе табип булып хеҙмәт итә башлай[2]. Беренсе донъя һуғышында Ҡара диңгеҙ флотында табип (1917 йылдан өлкән табип) булып хеҙмәт итә.

Эмиграция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Врангелселәр менән берлектә ғаиләһе менән Ҡырымдан эвакуациялана һәм 1921 йылда Сербтар, хорваттар һәм словендар короллегенә эләгә, бында башта Крива-Паланкала, һуңынан Стругала Һаулыҡ һаҡлау министрлығында вазифа биләй. 1924 йылдың 28 авгусында Стругаға килә, бында уның төп маҡсаты — малярияға ҡаршы көрәш була. Дрин йылғаһы буйындағы утрауҙарҙа госпиталь булдырыла, бында ул ике рус белгестәре Г.Руднев һәм М. Макаров менән бергә эшләй[2]. 1926 йылда хайуан һәм ҡош ҡарасҡылары коллекцияһын туплай башлай, ул 1937 йылда король декреты менән Тәбиғи фәндәр музейы (1940 йылда асылған) тип үҙгәртелә[3]. 1941 йылда Италия ғәскәрҙәре Музей бинаһын госпиталь итеп яраҡлаштыра, әммә Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң музей яңынан асыла. Әлеге ваҡытта ул — доктор Николай Незлобинскийҙың халыҡ музейы[4]. 1942 йылдың 17 майында вафат була[5].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К вопросу об уничтожении стрекозами мошек и комаров. — Петроград, 1915.
  • О ленточных паразитах. Издана в Ежегоднике Сербской королевской Академии наук в 1939 году (серб-хорват телендә).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шергалин Е. Э. Николай Антонович Незлобинский (1885—1942 гг) — врач, зоолог и основатель музея природы в городе Струга, Македония // Русский орнитологический журнал. — 2014. — Т. 23. — № 959. — С. 180
  2. 2,0 2,1 Шергалин Е. Э. Николай Антонович Незлобинский (1885—1942 гг) — врач, зоолог и основатель музея природы в городе Струга, Македония // Русский орнитологический журнал. — 2014. — Т. 23. — № 959. — С. 181
  3. Шергалин Е. Э. Николай Антонович Незлобинский (1885—1942 гг) — врач, зоолог и основатель музея природы в городе Струга, Македония // Русский орнитологический журнал. — 2014. — Т. 23. — № 959. — С. 183—184
  4. Шергалин Е. Э. Николай Антонович Незлобинский (1885—1942 гг) — врач, зоолог и основатель музея природы в городе Струга, Македония // Русский орнитологический журнал. — 2014. — Т. 23. — № 959. — С. 187
  5. Шергалин Е. Э. Николай Антонович Незлобинский (1885—1942 гг) — врач, зоолог и основатель музея природы в городе Струга, Македония // Русский орнитологический журнал. — 2014. — Т. 23. — № 959. — С. 186

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]