Нуриев Марс Ғималетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марс Нуриев
Исеме:

Нуриев Марс Ғималетдин улы

Тыуған көнө:

15 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусыһы, публицист, педагог

Нуриев Марс Ғималетдин улы (15 июнь 1941 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, публицист, педагог, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марс Ғималетдин улы Нуриев 1941 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында тыуған. 1957—1960 йылдарҙа Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә уҡый.

1963—1966 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы райондарында уҡытыусы, урта мәктәптәр директоры, мәғариф бүлеге инспекторы, район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын башҡара.

Марс Нуриев һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Реаль мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марс Нуриев проза, поэзия өлкәһендә ижад итә. Публицистика менән шөғөлләнә. Төрлө жанрҙарҙа көсөн һынап ҡарай. Улар тематик йәһәттән дә күп төрлө һәм йәшәйешебеҙҙең көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләренә арнала.

Марс Нуриев — «Яланайыр» романы, республика баҫмаларында донъя күргән ике повесть авторы.

«Яланайыр» романында үткән быуаттың башынан алып 70-се йылдарға тиклемге башҡорт йәмғиәтендә бер нәҫелгә, йәғни Хәким Сәхиуллин менән уның һөйгәне Гөлзифаға, уларҙың балалары, ейәндәренә ҡағылышлы бер нисә быуындың йәшәү рәүеше, тормош коллизиялары, көнкүреше, социаль-иҡтисади, драматик, хатта трагик ситуацияларҙа баҙыҡ, аныҡ образдар аша асып бирелә.

М. Нуриев — «Атығыҙ таңдарым» (2004 й.), «Салауат рухы» (2004 й.), «Эй, ғәзиз тормош» (2004), «Китмә яҙым» (2005 й.), «Нур тарала» (2008 й.) исемле шиғри йыйынтыҡтарҙың авторы. 1995 йылда «Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙгә мәҙхиә» поэмаһы менән Төркиәлә халыҡ-ара әҙәби конурста ҡатнашып, иң юғары призға лайыҡ була һәм лауреат исемен ала.

Үҙен әйләндереп алған донъя менән туғанлыҡ, берҙәмлек, һәр кемдең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо М. Нуриев лирикаһының төп асылын тәшкил итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төркиә халыҡ-ара әҙәби конкурсы лауреаты (1995).

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яланайыр (роман). Өфө, «Китап», 1997 й.;
  • Атығыҙ таңдарым. Стәрлетамаҡ, 2004 й.;
  • Салауат рухы. Стәрлетамаҡ, 2004.;
  • Эй, ғәзиз тормош. Стәрлетамаҡ, 2004.;
  • Китмә яҙым. Өфө, «Китап» нәшриәте, 2005 й.;
  • Нур тарала.Өфө, Зәнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2008 й.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Х. Ғиләжев. Тормош мәңгелеген иҫбатлап… // Йәшлек. 1977 йыл, 5 июль.
  • Р. Шәкүр. Шиғриәт офоҡтары. // «Китмә яҙым» китабында, 5-8-се биттәр;
  • Р. Шәкүр. Заман рухы. // «Нур тарала» китабында, 5-6-сы биттәр.