Илкәнәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Илкәнәй
Илкәнәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°51′52″ с. ш. 55°46′58″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 815 001

ОКТМО коды

80 639 415 101

Илкәнәй (Рәсәй)
Илкәнәй
Илкәнәй
Илкәнәй (Башҡортостан Республикаһы)
Илкәнәй

Илкәнәй (рус. Илькинеево) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 327 кеше[1]. Почта индексы — 453359, ОКАТО коды — 80239815001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 96 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 498
1920 йыл 26 август 370
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 261
1959 йыл 15 ғинуар 214
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 235
2002 йыл 9 октябрь 290
2010 йыл 14 октябрь 327 158 169 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Карагайка): 3 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[3]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ә.З.Әсфәндиәров буйынса[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамъян улусының сираттағы ауылы Илкәнәй тип атала, ул XVIII быуаттың 70-се йылдарынан билдәле, шул исемдәге утар урынында барлыҡҡа килә. Был ауыл Йомағужа ауылынан Ырымбур ҡаҙна палатаһының 1837 йылдың 2 июнендәге 4914-се һанлы указы менән айырыла. Йомағужа ауылынан бында 15 ғаилә күсеп килә. Улар — Илкәнәй Теләүембәтовтың улдары (1743—1829, Йомағужа ауылында вафат булған): Ҡотлогилде (уның балалары Йәрмөхәмәт, Ҡотлозаман, Ҡотлоғәлләм, Ҡолмөхәмәт), Мәүлекәй (балалары Ямалетдин, Фәхретдин, Сиразетдин), Сәлим (балалары Алтынгужа, Аллагужа), Салауат (улы Шәрәфетдин), Сәлих (балалары Хисаметдин, Камалетдин).

Бында Илкәнәй Бурас (1754—1832, уның өлкән улы Әхтәм, 1786—1830, балалары Мәҡсүт, Ғәйетбай, Әлибай, Малыбай, Мирхан), Абдулғаҙы, Әхмәмбәт (уның балалары Ғилман, Ғимран, Харис, Уйылдан), Илебай, Юлдаш, Юлай Теләүембәтовтар ҙа күсеп килгән. Илкәнәйгә Йәнсуриндар ауылына Ғөбәйҙулла, Рәхмәтулла килә. Шул уҡ йылда Муса ауылынан тағы 10 ғаилә Ағиҙел йылғаһы буйлап күсеп килә. Улар — Ҡотломбәт (уның балалары Мөхәмәтсәлих, Мөхәмәтҡазы, Рамаҙан; Рамаҙандың балалары: Хоҙайбирҙе, Мәүлитбирҙе, Дәүләтбирҙе), Күлмәмбәт, Бейембәт, Мөхәмәтәмин Хоҙайназаровтар.

Илкәнәй ауылыныҡы булып киткән мусалылар араһында Вәлит Ишҡолов, уның өлкән улдары Хөсәйен менән Мөхәмәтхәсән, Дилмөхәмәт һәм Бикмөхәмәт Ҡотлоғужиндар, Ҡаҙырбай Буҫтыбаев, Ишморат Түләбаев, Мөхәмәтәмин Думанов, Яппар Дәүләтсурин була. Халыҡтың яртыһы — тархан нәҫеленән; уларҙың ата-бабалары башлыса хәрби хеҙмәт үтәгән, шуға башҡа йөкләмәләрҙән азат ителгән.

Ойоштороу осоронда ауыл 215 кешеһе менән 25 йорттан торған. 10-сы ревизия буйынса 252 кеше 36 йортта йәшәгән. 1920 йылда 75 йорт һәм 370 кеше асыҡланған. Хәрби топограф фекеренсә, 19 быуаттың 50-се йылдарында ауыл «тәртипһеҙ» урынлашҡан була. Йорттарҙың, ҡаралтыларҙың яртыһы иҫкергән. Ауыл Мәләүез йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Ауыл халҡы — ярым күсмә халыҡ, башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 186 кешенең һәр береһенә — 1-әр бот, яҙғы иген 3,7 бот сәселә.

Илкәнәйҙәрҙең бер өлөшө Кесе Илкәнәй ауылына (рәсми рәүештә Кесе Муса тип аталған) айырылып сыҡҡан һәм барлыҡҡа килтергән. 1920 йылда ауыл 179 кеше йәшәгән 38 йорттан торған[4].

Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һуғыш балалары һөйләй. Хөбәйбә Фәтҡулла ҡыҙы Әхтәмова[5]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәйерле иртә, Республика! Алтын бишек Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы[6]
  • YouTube сайтында Видео Зыярат к Гиляжетдину ишану д Илькенеево,Куюргазинский район

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илкәнәй ауылы бөгөнгө Көйөргәҙе районы биләмәһендәге ерҙә Мәләүез йылғаһының һул яғында Ҡарағай йылғаһының Мәләүез йылғаһына ҡушылған тамаҡтан өҫтәрәк урынлашҡан. Был төбәктә борондан уҡ иң ҡеүәтле һәм ҙур ҡәбиләләр иҫәбендә булған беренсе бөтә башҡорт дәүләт берләшмәһе — ете ырыуҙы төҙөүҙә ҡатнашҡан тамъяндар йәшәгән. Тамъян ырыуының шәжәрәләрең күпселеге атай-олатайҙарының Алтай яҡтарынан килеүен бәйән итеүҙән башлана. Урал тауы тарафтарына күсенеүҙе тамъяндар Ыҡ, Дим буйҙарына урынлашыуҙан башлай, ә XII—XII быуаттарҙа Ағиҙелдең төньяҡҡа (Көнгәк тауы) боролған өлөшөнә килеп ерегәләр. Тамъяндар урынлашҡан биләмәләрҙәге үҙгәрештәр күренекле дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр Шағәле Шаһман исеме менән бәйле. Иван Грозный ҡәбилә вәкиле Шағәле Шаһманға кенәз титулы биреп, Иҙел-Нөгөш тамъяндарының ерҙәрен мәңге файҙаланырға ҡалдыра.

Был биләмә көньяҡтан Балъя, көнсығыштан Ағиҙелдең уң ярындағы Сурағол (Төбәк) ауылынан Мәмбәтҡол, Иҫке Муса ауылын да индереп, төньяҡтан һәм көнбайыштан Мәкәтаулы, Һупайлы йылғаларының уң ярҙары менән сикләнә. XVII—XIX быуаттарҙа тамъян ҡәбиләһе бер нисә төркөм булып, бөгөнгө Туймазы, Шаран һәм Татарстандың сиктәш ауылдарында, икенселәре Бишбүләк, Миәкә районына ингән биләмәләрҙә төпләнә. Өсөнсөләре бөгөнгө Әбйәлил — 38 ауыл, Белорет районында — 15 тамъян ауылдары бар. Шулай уҡ ырыуҙаштар Силәбе өлкәһенең сиктәш ауылдарында ла байтаҡ. Илкәнәй ауылы ҡасан барлыҡҡа килгән? Йомағужа, Илкәнәй, Һағындырмай, тиһәләр ҙә, Һағындыра икән, әй. Ошо таҡмаҡ ике ауылдың сығышы һәм йәшәйеше менән дә борондан бик ныҡ булғанлығын аңлата кеүек. Көньяҡ тамъяндарҙың төп ауылдарына Иҫке Муса (Мәләүез районы) ауылы ла инә, башҡорт ауылдары, ғәҙәттә, уларҙы нигеҙләүселәр исеме менән атала. Уға Шағәле Шаһман менән ҡан ҡәрҙәш булған Төньяҡ волосы йөҙ башы Муса Һөйәров нигеҙ һала. Ә Йомағужа ауылын Шағәле Шаһмандың тыуаһы Йомағужа Теләүкәев нигеҙләгән. Бер нисә тарихи архив материалдарына нигеҙләнеп, Йомағужа ауылы уҙаманы С.Әмиров «Тамъян волосы Йомағужа ауылы 1739 йылға тиклем үк булған, ул Иҙел-Нөгөш, ҡыр тамъяндарҙан беренселәрҙән булып ултыраҡ тормошҡа күскән»,-тип һығымта яһап ҡуйған. Илкәнәй — шул уҡ Шағәле Шаһмандың икенсе улы Бураш нәҫеле, Сыуаҡай улы — Сәфәр, уның улы Теләүембәт, уның улы Илкәнәй (1743—1829). Шуға күрә, тарихи документтарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда Илкәнәйҙәр 1772 йылда (хәҙерге Әбйәлил районы) әбей батша Екатерина указына ярашлы Өфө-Ырымбур ҡырсынташ юлын һалыуҙа ҡатнашыу өсөн килеп, ошо яҡтарҙы үҙ итеп 1776 йылда ғына төпләнә. Шуныһы асыҡ билдәле, был ваҡытта Мәләүез, Йомағужа ауылдарынан башҡа, тирә-яҡта башҡа ауылдар булмаған. Илкәнәйгә Ырымбур ҡаҙна палатаһының 1837 йылдың 2 июнендә 4914-се указы буйынса Йомағужа ауылынан 15 ғаилә күсә. Шул уҡ йылда Иҫке Муса ауылынан Ҡотломбәт, Ҡолмәмбәт, Бейембәт, Рамаҙан, Мөхәммәтдәмин Хоҙайназаровтар күсә. Илкәнәйгә күскән мусалар араһында Вәлит Ишҡолов, уның улдары Хөсәйен, Мөхәммәтхәсән, Дилмөхәмәт һәм Бикмөхәмәт, шулай уҡ Ҡотлошиндар, Дәүләтсуриндар, Мулатаев һәм Бустыбаев Назарбай ҙа була. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә. Мәләүез йылғаһы ярында бер һыу тирмәне, ә 1920 йылда Мәләүез һәм Ҡарағай йылғалары ярында өс тирмәнгә етә. Уларҙың хужалары Кутузов, Степанов, Спиридоновтар була. Ауыл халҡы ылау йөрөтөү менән дә шөғөлләнә, ҡыш баҡыр иретеү заводтарына руда ташыйҙар. Воскресенский заводына (120 саҡрым), Верхотор (135 саҡрым), Богоявлинск (250 саҡрым) — 18 тин хеҙмәт хаҡы алғандар.[7]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; 2002F төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 73-74 2022 йыл 2 апрель архивланған.
  5. Ватандаш
  6. https://www.youtube.com/watch?v=bKuOoWVA6p4
  7. Марат Рамаҙанов. Илкәнәйем — Ватаным, ғорурлығым. «Юшатыр» гәзите, 26 июнь, 2007 йыл