Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Сытырман, Ямаҙы ауыл Советы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө диалектолог
Эшмәкәрлек төрө диалектология[d] һәм әҙәбиәт ғилеме
Эш урыны Удмурт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Лыткин Василий Ильич

Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы (15 октябрь 1936 йыл) — удмурт тел белгесе-диалектолог, шағир-тәржемәсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риф Шәхрислам улы Нәсибуллин 1936 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Сытырман ауылында тыуған.

1960 йылда Бөрө педагогия институтын, 1972 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспирантураһының көндөҙгө бүлеген тамамлаған. Диссертациялары: 1) «Кама аръяғы удмурт теле һөйләше» — филология фәндәре кандидатлығына диссертация. Тарту, 1972. БАССР-ҙың төньяҡ-көнбайышына һәм Пермь губернаһы Көйәҙе районына килеп урынлашҡан удмурт халҡының теле нигеҙендә формалашҡан диалектты өйрәнеүгә арналған. 2) «Русские заимствования в удмуртском языке (октябргә тиклемге осор)». Филология фәндәре докторлығына диссертация. Ҡазан, 1999.

Удмурт дәүләт университетында математик лингвистика һәм лингвистик картография лабораторияһы мөдире булып эшләй. Европа Лингвистик атласының (ЛАЕ) Рәсәй комиссияһы ағзаһы. «Диалектологический атлас удмуртского языка» күп томлығын булдырыу буйынса эште ойоштороусы һәм етәксеһе. Удмурт теленең диалект лексикаһын өйрәнеүсе, күп һандағы һүҙлектәрҙең автор-төҙөүселәренең береһе. Удмурт, татар һәм башҡорт телдәренән тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе.

Фәнни һәм ижтимағи эшмәкәрлеге Удмурт Республикаһы Хөкүмәтенең (1996), Удмурт Республикаһы халыҡ мәғарифы Министрлығының (1996), Удмурт Республикаһы Президентының (2006) Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүҙлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Обратный словарь удмуртского языка (1992)
  • Краткий удмуртско-русский, русско-удмуртский словарь (1995)
  • Системно-тематический русско-удмуртский словарь (2004, 2006)
  • Сравнительный словарь пермских языков (2004)
  • Системно-тематический русско-удмуртско-коми словарь (2005, 2007)
  • Англо-удмуртский, удмуртско-английский словарь
  • Русско-удмуртско-татарский словарь, многотомный
  • Историко-хронологический словарь русских заимствований в удмуртском языке (по письменным источникам 1726—2006 гг.), многотомный
  • Словарь антонимов удмуртского языка

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]