Перуҙа ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перуҙа ислам
Дәүләт  Перу
 Перуҙа ислам Викимилектә
Был мәҡәлә Ислам тураһында
Таҡна ҡалаһында 2008 йылда асылған Баб әл-Ислам мәсете

Перуҙа ислам (исп. El Islam en Perú, ғәр. الإسلام في البيرو‎ ) ― аҙсылыҡ дине. Перуҙа ислам буйынса статистика илдә 15 000 мосолман бар тип иҫәпләй, нигеҙҙә, былар ― илдең баш ҡалаһы Лимала йәшәүселәр. Pew тикшеренеү үҙәге мғлүмәттәре буйынса, ислам динен 5000-гә яҡын кеше тота, был ― ил халҡының (34,2 млн кеше, 2021 йылға) 0,015 % -ын тәшкил итә [1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перу территорияһында беренсе мосолмандар колонизация ваҡытында испандар менән килгән африкалылар була. Испания колонияларындағы хакимиәттәр урындағы халыҡ араһында католик динен таратырға тырыша һәм ислам дине таралыуға ҡаршы сыға. 1560 йылда Перуҙың испан хакимиәте «Гвадалахара мавры» тип аталған Лопе де ла Пенаны Кускола «Ислам динен таратҡаны өсөн» ғүмерлеккә төрмәгә хөкөм итә [2][3][4]. Башҡа сығанаҡтар мосолман Альваро Гонсалесуның шундай уҡ язаға тартылыуы тураһында әйтә[5]. Шулай уҡ «испанлы Хуан Солано һәм ҡара тәнле ҡатын-ҡыҙҙың улы» мулат Луис Солано Ислам таратыуҙа ғәйепле тип табыла, бының өсөн: үлем язаһы ала[6].

Испан колонияларында мосолмандарға ҡаршы эҙәрлекләүҙәр йышайғас, улар ислам динен йәшерен рәүештә тота башлайҙар[7]. Һөҙөмтәлә, Ислам Перу территорияһында тулыһынса юҡҡа сыға.

Ислам яңынан Перуҙа XX быуаттың 40-сы йылдарында, Фәләстин һәм Ливан мосолмандарының Ғәрәп-израиль һуғышынан ҡасыуы башланғас, барлыҡҡа килә.

Луис Кастро исемле перулы ислам динен ҡабул итә, 1980-сы йылдарҙа Мәҙинә ислам университетында уҡый.

2011 йылдың ғинуарында Перу ҡайһы бер Латин Америкаһы илдәре менән бергә Фәләстин дәүләтен рәсми рәүештә таныуы тураһында иғлан итә[8].

Һуңғы ваҡытта Бангладеш һәм башҡа Азия илдәре мосолмандарының Перуға күсеүе арта.

Ислам ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перуҙа бер нисә ислам ойошмаһы бар, шул иҫәптән:

  • Перу ислам союзы (Asociación Islámica del Perú)
  • Перуҙың Накшбанди Хаккани тариҡәте мосолмандары (Musulmanes Peruanos of Naqshbandi Haqqani tariqa)
  • Лимала Asociación Islam Peru (Перу ислам союзы)

Мосолман йәмғиәте www.IslamPeru.org веб-сәхифәһен булдырған.

Мәсеттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы медиафайлдар

1993 йылда мосолман йәмғиәте Лимала, Хесус-Мария районында мәсет аса, әммә һуңыраҡ ул финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында ябыла. Икенсе мәсет Вилла Эль Сальвадор районында асыла, әммә бер аҙҙан ул да ябыла.

Илдә беренсе тапҡыр ислам архитектураһы нигеҙендә төҙөлгән ғәмәлдәге мәсет ― Таҡна ҡалаһындағы Баб әл-Ислам мәсете (Mezquita Bab Ul Islam). 2000 йылда нигеҙләнеп, 2008 йылда асыла. Перу президенты (1990-2000) Альберто Фухимори рөхсәте менән Перуҙа 1990 йылдарҙа Япония һәм Азия илдәренән килтерелгән ҡулланылған автомобилдәрҙе һатыу менән шөғөлләнеүсе пакистанлы эшмәкәрҙәр тырышлығы менән булдырыла[9]. Йәнәшәһендәге Шаһ Вәлиулла мәктәбе менән бергә ҙурлығы буйынса төбәктәге иң ҙур мәсет. Ғибәҙәттәр испан һәм ғәрәп телдәрендә ҡылына. Ҡатын-кыҙҙар өсөн ғибәҙәт залы икенсе ҡатта урынлашҡан[10]. Таҡна ҡалаһында 1995 йылда 95, 2000-се йылдар аҙағында 500 мосолман йәшәй. Мәсеттең имамы – 2015 йылда Мөхәммәт Усман (Mohammad Usman) [9].

2000-2010 йылдарҙа фәләстинлы мосолмандар ойошҡан Перу ислам союзы (Asociación Islámica del Perú) Лимала Магдалена мәсете (Лима мәсете, Mezquita de Magdalena, Mezquita de Lima) төҙөлөшөн тамамлай[11].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Shaikh, Farzana. «Islam and Islamic groups: a worldwide reference guide», 1992

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Table: Muslim Population by Country  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (27 January 2011). 6 май 2018 тикшерелгән.
  2. . — С. 1561.
  3. . — 147 с.
  4. / Central Institute of Islamic Research. — Pakistan. — 2006. — С. 321.
  5. Lea, Henry Charles. [1]. — 1908.
  6. Bowser, Frederick P. . — С. 251.
  7. Louis Cardaillac {{{заглавие}}} (фр.) // Mélanges de la Casa de Velázquez. — 1976. — В. 1. — Т. 12. — С. 283—306. — ISSN 0076-230X. — DOI:10.3406/casa.1976.2230
  8. Reuters
  9. 9,0 9,1 La vida musulmana en la ciudad heroica. EL COMERCIO PERÚ
  10. Islamic Bulletin, Trip to Peru, Issue 14
  11. La diversidad musulmana en el distrito de Magdalena. PERU21