Пифагор теоремаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Пифагор теоремаһы: Катеттарҙа (a һәм b) төҙөлгән квадраттарҙың майҙаны суммаһы гипотенузала (c) төҙөлгән квадраттың майҙанына тигеҙ.

Пифагор теоремаһыЕвклид геометрияһындағы төп теоремаларҙың береһе, тура мөйөшлө өсмөйөштөң өс яғы араһындағы бәйләнешен билдәләй:

Тура мөйөшлө өсмөйөштә гипотенуза оҙонлоғоноң квадраты катеттары оҙонлоғоноң квадраты суммаһына тигеҙ.

Теорема грек математигы Пифагор (б.э.т. 570 – 495 йылдар) хөрмәтенә уның исемен йөрөтә. Нәҡ ул был теореманы яҙып ҡалдырған һәм иҫбатлаған. Шулай ҙа был теорема уға тиклем дә билдәле булыуына һәм ҡулланылыуына дәлилдәр ҙә байтаҡ.

Теорема хәтһеҙ күп ысулдар ярҙамында иҫбатлана, бәлки математик теоремалар араһында иң күп иҫбатлауҙар һаны буйынса Пифагор теоремаһы – беренсе урындалыр ҙа.