Рәйсә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Рәйсә — мосолман, шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйсә башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе башлыҡ, етәксе тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлимуллина Рәйсә Ғәли ҡыҙы (7 май 1931 йыл — 6 сентябрь 2000 йыл) — йырсы (лирик-колоратур сопрано), педагог, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974), профессор (1995).

Ҡазбулатова Рәйсә Рәйес ҡыҙы (8 март 1966 йыл), тележурналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының нәфис программалар бүлеге етәксеһе. 2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).

Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16 март 1934 йыл — 14 сентябрь 2005 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1 октябрь 1950 йыл) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1999), профессор. (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1986).

Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (22 ноябрь 1939 йыл) — филолог, ғалим, университет уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2011). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).

Сәйфуллина Рәйсә Ғариф ҡыҙы (1932, БАССР-ҙың Туймазы районы Бишҡурай ауылы — 11 октябрь 2013, Өфө) — театр актрисаһы, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1986).

Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (25 февраль 1937, Абдулла ауылы (Ҡариҙел районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй терапевт. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1992). Ғ.Н. Тереғолов исемендәге премия лауреаты (2016).

Зыкина Рәйсә Фәрит ҡыҙы (15 июль 1946 йыл) — журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан тарихы буйынса, уның тәбиғәте, кешеләре тураһында бихисап китап авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).

Мөхәмәтйәрова Рәйсә Мәжит ҡыҙы (рус. Раиса Мажитовна Мухамедьярова, ҡаҙ. Раиса Мұхамедиярова; 11 июль 1939 йыл, Кокпекты ауылы, Семипалатинск өлкәһе, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 4 ноябрь 2019 йыл) — ҡаҙаҡ совет театр һәм кино артисы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы (1990). Кинематографистар союзы ағзаһы, СССР (1962).

Әҙәби әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйсә — М. А. Сабитовтың «Көт мине, Рәйсә» романы геройы.

Рәйсә — Нәжиб Асанбаевтың «Рәйсә» драмаһы геройы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ