Рәғиҙә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәғиҙә

Рәғиҙә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәғиҙә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, бай, етешле; сабыр, тыныс мәғәнәһен аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (28 декабрь 1915 йыл — 13 октябрь 1997 йыл) — башҡорт совет театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.

Зарипова Рәғиҙә Лоҡман ҡыҙы (1 июнь 1962 йыл) — Өфө ҡалаһы 140-сы Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, башланғыс класс уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһе етәксеһе. «Баш ҡала байлығы» Йәмәғәт премияһының X конкурсында «Өфө — әүҙем гражданлыҡ позициялы кешеләр ҡалаһы» номинацияһы лауреаты.

Асаинова Рәғиҙә Риф ҡыҙы (5 октябрь 1975 йыл) — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Темәс урта мәктәбенең башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәғиҙә — Д. Гурьяновтың «Запах легкого загара» драматик фаразлауы геройы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ