Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исмәғил Хөсәйен улы Солтанов
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары
1925 — 1927
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Эске эштәр халыҡ комиссары.
1925 — 1927
 
Тыуған: 14 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе ауылы[1]
Үлгән: 31 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (36 йәш)
Кисловодск
Ерләнгән: Өфө ҡалаһы
Партия: КПСС

Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (14 ноябрь 1890 йыл — 31 май 1927 йыл) — Башҡортостандың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1925—1927 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы,

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исмәғил Хөсәйен улы Солтанов 1890 йылдың 14 ноябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Ҡотой ауылында тыуған.

Башланғыс белемде Яңы Байрамғол ауылы мәҙрәсәһендә ала.

1920 йылдан РКП (б) ағзаһы. 1920—1923 йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантонында (хәҙерге Белорет, Әбйәлил, Учалы райондары биләмәләрендә) Коммунистар партияһының кантон комитетында бүлек мөдире, секретарь булып эшләй.

1924—1925 йылдарҙа Йылайыр кантоны башҡарма комитеты рәйесе, 1925—1927 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары, Эске эштәр халыҡ комиссары. VI, VIII һәм IX партия конференцияларында Башҡортостандан делегат булып ҡатнаша.

Яуаплы вазифаларҙа ҙур көсөргәнешлек менән хеҙмәт һалыу Исмәғил Солтановтың һаулығын ныҡ ҡаҡшата. Табиптар тәҡдиме менән 1927 йылдың яҙында ул Кисловодск ҡалаһына дауаланырға ебәрелә. Сәләмәтлеге ваҡытлыса ғына яҡшыра. 31 майҙа ул йөрәк фалижынан (параличынан) вафат була.

ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының 1927 йылдың 6 июлендә үткән пленумында сығыш яһап, өлкә комитет секретары Э. И. Юрьевич шулай ти:

« Солтанов иптәштең вафат булыуы — беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу... Күренекле партия һәм совет эшмәкәре Солтанов иптәш Совет Башҡортостанын төҙөү өсөн күп көс һалды. Уның иҫтәлеге ул ҡатнашҡан бөтә ижади эштәрҙә йәшәйәсәк. »

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Учалы районы Ҡотой ауылының тулы булмаған урта мәктәбе Исмәғил Солтановтың исемен йөрөтә, мәктәп алдында уның бюсы ҡуйылған[2].
  • Өфө ҡалаһының бер урамына Исмәғил Солтанов исеме бирелгән[2].

Уның тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Романов В. Исмагил Султанов — один из первых наркомов автономной Башкирии (К 125-летию со дня рождения). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь.[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]